1
Марк 14:36
Инжил
– Абба, Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәрсе! Әммә Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.
Karşılaştır
Марк 14:36 keşfedin
2
Марк 14:38
Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
Марк 14:38 keşfedin
3
Марк 14:9
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр.
Марк 14:9 keşfedin
4
Марк 14:34
Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Йәнем үлемесле әрней. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ һәм уяу булығыҙ!
Марк 14:34 keşfedin
5
Марк 14:22
Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.
Марк 14:22 keşfedin
6
Марк 14:23-24
Шунан кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә бирҙе. Барыһы ла шул кәсәнән эсте. – Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.
Марк 14:23-24 keşfedin
7
Марк 14:27
– Һеҙ бөтәгеҙ ҙә Минән ситләшәсәкһегеҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен, һәм көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған.
Марк 14:27 keşfedin
8
Марк 14:42
Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине.
Марк 14:42 keşfedin
9
Марк 14:30
– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине уға Ғайса.
Марк 14:30 keşfedin
Ana Sayfa
Kutsal Kitap
Okuma Planları
Videolar