Лука 17
17
Иман һәм гонаһ
1Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тип һөйләгән:
– Кешеләрҙе гонаһҡа этәреүсе ҡотҡо ҡотолғоһоҙ, әммә был ҡотҡоноң сәбәпсеһенә – ҡайғы. 2Бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. 3Нимә ҡылыуығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Яҡының һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит. 4Көнөнә ете тапҡыр һиңә ҡаршы гонаһ ҡылып һәм ете тапҡыр яныңа килеп: «Ҡылғаныма үкенәм!» – тиһә, уны ғәфү ит.
5Илселәр Раббы Ғайсаға:
– Иманыбыҙҙы арттыр, – тигәндәр.
6Раббы былай тигән:
– Әгәр һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та, үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.
7Ер һөрөп йәки көтөү көтөп ҡырҙан ҡайтҡан хеҙмәтсеһенә ҡайһынығыҙ: «Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл янына ултыр», – тип әйтер икән? 8Киреһенсә, уға: «Ең һыҙғанып киске аш әҙерлә, ашап-эскән ваҡытымда миңә хеҙмәт күрһәтеп тор, шунан һуң ғына үҙең ашап-эсерһең», – тип әйтмәҫһегеҙме? 9Ҡушҡандарҙы үтәгәне өсөн хеҙмәтсегеҙгә рәхмәт әйтерһегеҙме икән? 10Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ бары тик хеҙмәтселәр генә, нимә эшләргә тейеш булһаҡ, шуны эшләнек», – тип әйтегеҙ.
Махау сирле ун кешене һауыҡтырыу
11Ғайса, Иерусалимға барышлай, Самария һәм Галилея араһындағы ерҙәр аша үткән. 12Бер ауылға ингәндә, Уны махау сирле ун кеше ҡаршылаған. Улар алыҫта уҡ туҡтап, 13көслө тауыш менән:
– Ғайса Остаз! Беҙгә мәрхәмәтле булсы! – тип ҡысҡырған.
14Ғайса уларҙы күргәс:
– Барығыҙ, руханиҙарға күренегеҙ, – тигән.
Махау сирлеләр унда барышлай уҡ таҙарынған. 15Уларҙың береһе, һауыҡҡанын тойғас та, кире ҡайтып, ҡысҡырып Алланы данлаған, 16Ғайсаның аяҡтарына йығылып Уға рәхмәт әйткән. Был – Самария кешеһе булған. 17Шул саҡ Ғайса:
– Ун кеше таҙарынғайнығыҙ түгелме һуң? Туғыҙығыҙ ҡайҙа? 18Сит халыҡтан булған был кешенән башҡалары, Аллаға рәхмәт белдереү өсөн, кире килмәнеме ни? – тип һораған. 19Ә теге кешегә:
– Тор, юлыңда бул, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тигән.
Алла Батшалығының килеү мәле тураһында
20Фарисейҙар Ғайсанан Алла Батшалығының ҡасан килеүе тураһында һораған.
– Алла Батшалығы күҙгә күренеп килмәҫ, – тип яуап биргән Ғайса. – 21«Бына, бында Ул», йәки: «Ана, тегендә», – тип тә әйтмәҫтәр. Алла Батшалығы – һеҙҙең арағыҙҙа.
22Ғайса шәкерттәренә былай тигән:
– Әҙәм Улы көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ. 23Һеҙгә: «Ул бына бында», йәки: «Ул тегендә», – тип әйтерҙәр – бармағыҙ ҙа, улар артынан йөрөмәгеҙ ҙә. 24Йәшен йәшнәп, күктең бер ситенән икенсе ситенә саҡлы ут ялтырап киткән кеүек, Әҙәм Улы Үҙенең көнөндә шулай булыр. 25Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер.
26Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән көндәрҙә лә шулай буласаҡ. 27Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән. 28Лот көндәрендә лә шулай булған: кешеләр ашаған, эскән, һатып алған һәм һатып ебәргән, сәскән, төҙөгән. 29Әммә Лот Содом ҡалаһынан сыҡҡан көндә күктән ут менән көкөрт ямғыры яуған һәм барыһын да һәләк иткән.
30Әҙәм Улы килеп күренгән көндә лә шулай буласаҡ. 31Ул көндө үҙе өй ҡыйығында булып, әйберҙәре аҫта ҡалған кеше уларҙы алырға тип төшмәһен, шулай уҡ кем баҫыуҙа булһа, өйөнә ҡайтмаһын. 32Лоттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. 33Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға тырыша, ул уны юғалтыр; ә кем йәнен юғалта, уны һаҡлап алып ҡалыр. 34Һеҙгә әйтәм: ул төндә бер түшәктә ятҡан ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр. 35-36Бергә ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр#17:35 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 36-сы аят та бар: «Баҫыуҙағы ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр»..
37Ғайсаның был һүҙҙәренән һуң шәкерттәре:
– Хужабыҙ, был хәл ҡайҙа булыр? – тип һораған.
– Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр, – тигән Ғайса.
Seçili Olanlar:
Лука 17: BskNT14
Vurgu
Paylaş
Kopyala
Önemli anlarınızın tüm cihazlarınıza kaydedilmesini mi istiyorsunuz? Kayıt olun ya da giriş yapın
© Институт перевода Библии, 2014

: