Лука 9

9
Ғайсаның ун ике илсеһен хеҙмәткә ебәреүе
1Ғайса ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға бөтә ендәрҙе ҡыуып сығарырлыҡ, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ ҡеүәт һәм вәкәләт биреп, 2Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға оҙатҡан. 3Ул шәкерттәренә:
– Сәфәргә үҙегеҙ менән бер ни ҙә: юл таяғы ла, биштәр ҙә, икмәк тә, аҡса ла, алмаш күлдәк тә алмағыҙ, – тигән. – 4Ниндәй өйгә инһәгеҙ ҙә, ул ерҙән киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ. 5Әгәр ҡабул итмәһәләр, был ҡаланан киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ#9:5 Йәһүдтәр, үҙҙәре менән бысраҡ бер нәмә лә алып ҡайтмаҫ өсөн, мәжүсиҙәр йәшәгән ерҙән киткәндә аяҡтарындағы туҙанды ҡаҡҡандар. Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итмәгән ҡала рухи мәғәнәлә мәжүсиҙәр ҡалаһы булып китә, тимәк, ул Алла хөкөмөнә лайыҡ..
6Шәкерттәр юлға сыҡҡан, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөгән.
Иродтың аптырашта ҡалыуы
7Өлкә идарасыһы Ирод, быларҙың барыһы тураһында ишетеп, аптырашта ҡалған. Сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған», 8икенселәре: «Ильяс ергә ҡайтҡан», башҡалары иһә: «Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелгән», – тип һөйләгән. 9Ә Ирод:
– Яхъяның башын мин үҙем киҫтергәйнем, шулай булғас, Уның тураһында бындай хәбәрҙәр ишетергә тура килгән был Кеше кем һуң? – тип һораған.
Ирод Уны күрергә теләгән.
Биш мең кешене туйҙырыу
10Илселәр, әйләнеп ҡайтҡас, үҙҙәренең ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп биргән. Ғайса уларҙы Үҙе менән Вифсаида тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып киткән. 11Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәргән. Ғайса халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләгән һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырған. 12Көн кискә ауышҡанда ун ике шәкерт Уның янына килгән:
– Халыҡты ебәр, эргә-тирәләге ауылдарға, утарҙарға барып үҙҙәренә йоҡларға урын тапһындар һәм ашау яғын хәстәрләһендәр. Бында бит кеше йөрөмәй торған урын.
13– Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тигән Ғайса.
– Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Бындағы кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә ризыҡты беҙ һатып алайыҡмы ни? – тип һораған шәкерттәр.
14Унда биш мең самаһы ир булған. Ғайса шәкерттәренә:
– Уларҙы иллешәр-иллешәргә бүлеп, төркөмләп ултыртығыҙ, – тигән.
15Шәкерттәр шулай эшләгән, бөтәһен дә ултыртып сыҡҡан. 16Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алған да күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылған, унан икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә биргән. 17Бөтәһе лә туйғансы ашаған. Ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алғандар.
Петрҙың Ғайсаны Мәсих тип таныуы
18Бер ваҡыт, Ғайса аулаҡ ҡалып доға ҡылғанда, Уның янында шәкерттәре генә булған. Ғайса уларҙан:
– Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораған.
19– Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелеп торған тип уйлай, – тип яуап биргәндәр Уға.
20– Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораған Ул шәкерттәренән.
– Һин – Алла Мәсихе, – тип яуаплаған Петр.
21Ғайса ҡәтғи рәүештә быны бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.
Ғайсаның Үҙенең үлеүе һәм терелеүе тураһында әйтеүе
22– Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә тейеш, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән Ғайса.
23Барыһына ла мөрәжәғәт итеп йәнә былай тигән:
– Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын#9:23 Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Ул яйланманы «тәре» тип тә атайҙар. алып, көн һайын Миңә эйәрһен. 24Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. 25Әгәр кеше бөтә донъяға эйә булып, үҙен юғалтһа йәки үҙен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? 26Кем Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ғәрләнә, Үҙенең, Атаның һәм изге фәрештәләрҙең балҡыуында килгән саҡта Әҙәм Улы ла унан ғәрләнер. 27Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Алла Батшалығын күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.
Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе
28Ошо һүҙҙәрҙән һуң яҡынса һигеҙ көн үткәс, Ғайса Петрҙы, Яхъяны һәм Яҡубты Үҙе менән алып, доға ҡылыу өсөн тауға менгән. 29Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп киткән, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә ингән. 30-31Ҡапыл күк балҡышында ике кеше пәйҙә булып, Уның менән һөйләшә башлаған. Был кешеләр Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр булған. Улар Иерусалимда ғәмәлгә ашырылырға тейеш булған Ғайсаның донъянан китеүе тураһында һөйләшкәндәр.
32Петрҙы һәм уның менән бергә булған башҡа шәкерттәрҙе йоҡо баҫҡан. Улар, уянғас, Ғайсаны балҡып торған шөһрәтендә һәм Уның эргәһендә ике ир кешене күргәндәр. 33Был кешеләр Ғайса эргәһенән киткән саҡта Петр:
– Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен Һиңә, береһен Мусаға, береһен Ильясҡа, – тигән, ни әйткәнен дә белмәйенсә.
34Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта болот килеп сығып, күләгәһе менән уларҙы ҡаплап алған. Болот эсендә ҡалғас, шәкерттәр ҡурҡып киткән. 35Болот эсенән иһә:
– Был Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ! – тигән тауыш ишетелгән. 36Был тауыш яңғырағас, Ғайса яңғыҙы ҡалған. Шәкерттәр бер ни ҙә өндәшмәгән һәм ул көндәрҙә нимә күргәндәрен бер кемгә лә һөйләмәгәндәр.
Шаҡшы рух эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу
37Икенсе көн, улар тауҙан төшкәс, Ғайсаны күп халыҡ ҡаршылаған. 38Шул саҡ халыҡ араһынан берәү:
– Остаз, үтенәм, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер улым, – тип ҡысҡырған. – 39Шаҡшы рух уны баҫып ала ла, бала ҡапыл ҡысҡыра башлай, тәне тартыша, ауыҙынан күбектәр килеп сыға. Шаҡшы рух, уны ныҡ итеп интектергәндән һуң, көскә китә. 40Шәкерттәреңдән уны ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, булдыра алманылар.
41– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Улыңды бында алып кил.
42Етеп килгән мәлдәрендә ен малайҙы ергә атып бәргән дә, баланың тәне ҡороша башлаған. Ғайса иһә шаҡшы рухҡа тыйылырға бойорған һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырған. 43Алланың бөйөклөгөн күреп, барыһы ла хайран ҡалған.
Ғайсаның Үҙенең үлеүе һәм терелеүе хаҡында ҡабат әйтеүе
Халыҡ Ғайса ҡылған эштәргә ғәжәпләнеп торған арала, Ул Үҙенең шәкерттәренә:
44– Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тигән.
45Әммә Уны аңламағандар. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе уларҙан йәшерелгән булған, шуның өсөн дә төшөнмәгәндәр. Ә Ғайсанан һорарға ҡурҡҡандар.
Кем иң бөйөгө?
46Шәкерттәр үҙҙәренең араһында кемеһенең иң бөйөгө булыуы тураһында бәхәсләшә башлаған. 47Ғайса, уларҙың уйын белеп, бер баланы Үҙенең эргәһенә баҫтырған да:
48– Был баланы Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң түбәне – иң бөйөгө, – тигән.
«Кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы»
49Яхъя:
– Остаз, беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән бергә йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ, – тип әйткән.
50– Тыймағыҙ, сөнки кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы, – тигән уға Ғайса.
51Был донъянан китеп, күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса тәүәккәлләп Иерусалимға киткән. 52Ул Үҙенең алдынан хәбәрселәр ебәргән. Улар, Ғайса килеүгә бар нәмәне әҙерләп ҡуйыр өсөн юлға сығып, Самария ерендәге бер ауылға килгән. 53Әммә, Иерусалимға юл тотҡанлыҡтан, бында Ғайсаны ҡабул итмәгәндәр#9:53 Самария кешеләре Аллаға Иерусалимда түгел, ә Самарияла, Гаризим тауында табынырға кәрәк тип һанаған.. 54Был хәлде күреп, шәкерттәре Яҡуб менән Яхъя:
– Хужабыҙ! Күктән ут төшөп#9:54 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа был өлөш: «Ильяс эшләгән һымаҡ, күктән ут төшөп» тип бирелгән., уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме? – тигәндәр.
55Ләкин Ғайса, әйләнеп, уларҙы тыйған#9:55 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «...тыйған һәм: „Һеҙ үҙегеҙҙең ниндәй рухтыҡы икәнлегегеҙҙе белмәйһегеҙ. 56 Әҙәм Улы кешеләрҙе һәләк итер өсөн түгел, ә ҡотҡарыр өсөн килде“, – тип әйткән» тигән һүҙҙәр ҙә бар.. 56Улар икенсе ауылға юл тотҡан.
Ғайсаға эйәреү
57Юлда барғанда кемдер берәү Ғайсаға:
– Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тип өндәшкән.
58– Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап биргән Ғайса.
59Ә икенсеһенә:
– Миңә эйәр! – тигән.
Уныһы:
– Әфәндем! Өйөмә ҡайтып, тәүҙә атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тип һораған.
60Әммә Ғайса уға:
– Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, ә һин бар, Алла Батшалығы тураһындағы Хәбәрҙе иғлан ит, – тип әйткән.
61Тағы берәүһе:
– Мин Һинең менән барам, Әфәндем! Ләкин тәүҙә өйҙәгеләр менән хушлашып килергә рөхсәт ит, – тип үтенгән.
62Ләкин Ғайса уға:
– Ер һөрөргә тип һуҡаға тотонғас, артына боролоп ҡараған кеше Алла батшалығы өсөн яраҡлы түгел, – тигән.

Seçili Olanlar:

Лука 9: BskNT14

Vurgu

Paylaş

Kopyala

None

Önemli anlarınızın tüm cihazlarınıza kaydedilmesini mi istiyorsunuz? Kayıt olun ya da giriş yapın