1
Башланмыш 22:14
Башкирский ВЗ (неполный)
Был урынды Ибраһим Яхве-Ире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.
Ṣe Àfiwé
Ṣàwárí Башланмыш 22:14
2
Башланмыш 22:2
– Ибраһим, – тип өндәште уға Алла. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы Ибраһим. Алла былай тине: – Исхаҡты, яратҡан берҙән-бер улыңды, ал да Морияһ еренә бар. Шунда Мин күрһәткән бер тауҙа улыңды тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.
Ṣàwárí Башланмыш 22:2
3
Башланмыш 22:12
– Улыңа ҡул күтәрмә, – тине фәрештә. – Уға бер ни ҙә эшләмә! Хәҙер беләм, һин Алланан ҡурҡаһың – Минән берҙән-бер улыңды ла йәлләмәнең!
Ṣàwárí Башланмыш 22:12
4
Башланмыш 22:8
– Ҡорбан өсөн бәрәсте Алла Үҙе хәстәрләр, – тине Ибраһим. Икәүләшеп ары киттеләр.
Ṣàwárí Башланмыш 22:8
5
Башланмыш 22:17-18
Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар! Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».
Ṣàwárí Башланмыш 22:17-18
6
Башланмыш 22:1
Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Алла Ибраһимды һынап ҡарарға булды.
Ṣàwárí Башланмыш 22:1
7
Башланмыш 22:11
Шул ваҡыт күктән Раббы фәрештәһе уға: – Ибраһим, Ибраһим! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы ул.
Ṣàwárí Башланмыш 22:11
8
Башланмыш 22:15-16
Раббы фәрештәһе, күктән тағы тауыш биреп, Ибраһимға икенсе тапҡыр өндәште: – Раббы былай тине: «Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә, Быны эшләгәнең өсөн – Барлығым менән ант итәм
Ṣàwárí Башланмыш 22:15-16
9
Башланмыш 22:9
Алла күрһәткән урынға килеп еткәс, Ибраһим, ҡорбан усағы эшләп, уға утын өйҙө. Шунан Исхаҡтың аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡорбан усағына өйөлгән утын өҫтөнә ятҡырҙы.
Ṣàwárí Башланмыш 22:9
Ilé
Bíbélì
Àwon ètò
Àwon Fídíò