Башланмыш 22
22
Алланың Ибраһимды һынауы
1Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Алла Ибраһимды һынап ҡарарға булды.
2– Ибраһим, – тип өндәште уға Алла.
– Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы Ибраһим.
Алла былай тине:
– Исхаҡты, яратҡан берҙән-бер улыңды, ал да Морияһ еренә бар. Шунда Мин күрһәткән бер тауҙа улыңды тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.
3Иртәгәһен Ибраһим иртә менән тороп ишәген эйәрләне, ике хеҙмәтсеһен, Исхаҡты эйәртте, ҡорбанды яндырырға утын ҡырҡып алды ла юлға сыҡты – Алла күрһәткән урынға йүнәлде. 4Өсөнсө көндә ул алыҫтан уҡ шул урынды күрҙе.
5– Ошонда ишәк янында тороп тороғоҙ, – тине ул хеҙмәтселәренә. – Ә беҙ улым менән барып Аллаға ғибәҙәт ҡылабыҙ ҙа кире янығыҙға килербеҙ.
6Ул ҡорбан яндыра торған утынды алып улы Исхаҡтың яурынына һалды. Унан һуң ут тоҡандырыу өсөн тере ҡуҙ, бысаҡ алды ла Исхаҡ менән икәүләп китеп барҙылар.
7Исхаҡ атаһы Ибраһимға өндәште:
– Атай! – тине ул.
– Эйе, улым, – тип яуапланы Ибраһим.
– Беҙҙең ҡуҙыбыҙ ҙа, утыныбыҙ ҙа бар, ә ҡорбан өсөн һарыҡ бәрәсе ҡайҙа һуң?
8– Ҡорбан өсөн бәрәсте Алла Үҙе хәстәрләр, – тине Ибраһим.
Икәүләшеп ары киттеләр.
9Алла күрһәткән урынға килеп еткәс, Ибраһим, ҡорбан усағы эшләп, уға утын өйҙө. Шунан Исхаҡтың аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡорбан усағына өйөлгән утын өҫтөнә ятҡырҙы. 10Ул ҡулын һуҙып бысағын алды ла улын салмаҡсы булды. 11Шул ваҡыт күктән Раббы фәрештәһе уға:
– Ибраһим, Ибраһим! – тип өндәште.
– Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы ул.
12– Улыңа ҡул күтәрмә, – тине фәрештә. – Уға бер ни ҙә эшләмә! Хәҙер беләм, һин Алланан ҡурҡаһың – Минән берҙән-бер улыңды ла йәлләмәнең!
13Ибраһим башын күтәреп ҡарағайны, ҡуйы ҡыуаҡлыҡҡа мөгөҙө менән эләгеп торған һарыҡ тәкәһен күреп ҡалды. Ибраһим тәкәне барып алды ла улы урынына ҡорбан итеп салды.
14Был урынды Ибраһим Яхве-Ире#22:14 Яхве-Ире – йәһүд телендә «Раббы хәстәрләр» тигән мәғәнәлә. тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.
15Раббы фәрештәһе, күктән тағы тауыш биреп, Ибраһимға икенсе тапҡыр өндәште:
16– Раббы былай тине:
«Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә,
Быны эшләгәнең өсөн –
Барлығым менән ант итәм –
17Һиңә мул-мул фатихамды бирәм!
Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа,
Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом,
Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом.
Балаларыңдың алдында
Дошман ҡапҡалары ҡолар!
18Мине тыңлағаның өсөн
Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар
Тоҡомоң аша фатиха алыр».
19Ибраһим хеҙмәтселәрен ҡалдырған урынға кире килде. Улар менән бергә ҡайтыр юлға сығып, Беер-Шәвәғкә йүнәлде һәм шунда төйәкләнде.
Нахорҙың улдары
20Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, Ибраһимға: «Ҡустың Нахорға ҡатыны Милка һигеҙ ул табып бирҙе, – тип хәбәр иттеләр. – 21Баш балаһы Ғус, уның энеләре Буз, Ҡымуил (ул Арамдың атаһы), 22Кесед, Хазо, Пилдаш, Йедлаф, Беҫуил.
23Беҫуилдың Рабиға исемле ҡыҙы тыуҙы.
Ибраһимдың ҡустыһы Нахорға ҡатыны Милка ошо һигеҙ улды табып бирҙе. 24Бынан башҡа Нахорҙың Реума исемле йәриәһе уға Тевахты, Гахамды, Тахашты һәм Мағаханы тапты.
Àwon tá yàn lọ́wọ́lọ́wọ́ báyìí:
Башланмыш 22: БВЗ(н)
Ìsàmì-sí
Pín
Daako
Ṣé o fẹ́ fi àwọn ohun pàtàkì pamọ́ sórí gbogbo àwọn ẹ̀rọ rẹ? Wọlé pẹ̀lú àkántì tuntun tàbí wọlé pẹ̀lú àkántì tí tẹ́lẹ̀
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

: