Башланмыш 23
23
Сараның вафаты
1Сара йөҙ ҙә егерме ете йыл йәшәне. 2Ул Ҡәнғән ерендә Ҡыръяҫ-Арбағта, йәғни Хевронда, вафат булды. Ибраһим Сара янында һыҡтап-һыҡтап иланы. 3Шунан мәрхүмә эргәһенән китеп, хиттиҙәргә мөрәжәғәт итте:
4– Мин һеҙҙең арала килмешәк һәм ҡунаҡ ҡынамын. Мәрхүмә ҡатынымды дәфен ҡылыу өсөн миңә биләмә итеп зыярат урыны һатһағыҙ ине.
5-6– Рәхим итә күр, әфәндебеҙ! – тине хиттиҙәр. – Һин хөрмәтле, Алланың һөйөклө бәндәһе. Мәрхүмәңде беҙҙең төрбәләребеҙҙең иң яҡшыһына ҡуй, беҙҙең беребеҙ ҙә һиңә ҡәбер урыны биреүҙән баш тартмаҫ.
7Ибраһим, аяҡ өҫтө баҫып, ошо ерҙең халҡы хиттиҙәргә баш эйҙе лә:
8– Әгәр мәрхүмәмде бында ерләүемә ҡаршы килмәйһегеҙ икән, ул саҡта һеҙ миңә ҡолаҡ һалығыҙ әле, зинһар. Минең өсөн ризалыҡ һорап, Сохар улы Ғәфронға мөрәжәғәт итһәгеҙ ине. 9Ул баҫыуының ситендәге Махпела мәмерйәһен һеҙҙең алда миңә һатһа ине. Мин уға етерлек күләмдә аҡса түләр инем. Мәмерйә үҙ милкем булғас, мин унда төрбә яһар инем, – тине.
10Ғәфрон халҡы араһында ултыра ине. Ул ҡала ҡапҡаһы янында йыйылған барлыҡ хиттиҙәр ҙа ишетерлек итеп Ибраһимға:
11– Юҡ, әфәндем, – тип яуап ҡайтарҙы. – Һин мине тыңла: мәмерйә менән бергә баҫыуҙы ла һиңә бирәм. бергә бирәм. Халҡымдың күҙ алдында уны һиңә бүләк итәм, ерлә, әйҙә, мәрхүмәңде.
12Был ер кешеләре алдында баш эйеп, 13Ибраһим бөтә халыҡ ишетерлек итеп Ғәфронға:
– Һүҙемде тыңла, – тине. – Баҫыу өсөн һиңә көмөш бирәйем. Хаҡын ал, шунан мәрхүмәмде ерләрмен.
14Ғәфрон Ибраһимға:
15– Әфәндем, ерҙең хаҡы – дүрт йөҙ шекел#23:15 Шекел – 10 г. көмөш, – тине. – Һинең менән миңә нимә генә инде был? Әйҙә, мәрхүмәңде ерләй күр.
16Ибраһим Ғәфрон ҡуйған хаҡ менән килешеп, хитти халҡы алдында сауҙагәрҙәр араһында йөрөгән ауырлыҡ үлсәме буйынса дүрт йөҙ шекел көмөш үлсәп бирҙе. 17Шулай итеп, Ғәфрондоң Мамре янындағы Махпелала урынлашҡан баҫыуы, ундағы мәмерйә һәм баҫыуҙағы, уның тирә-яғындағы бөтә ағастар 18Ибраһимдың милкенә күсте. Быға хиттиҙәрҙең ҡала ҡапҡаһы янында йыйылған бөтә халҡы шаһит булды.
19Ибраһим ҡатыны Сараны Ҡәнғән ерендә Мамре, йәғни Хеврон янындағы Махпела баҫыуы мәмерйәһендә ерләне. 20Хиттиҙарҙың баҫыуы менән ундағы мәмерйә зыярат урыны булып Ибраһимға ана шулай күсте.
Àwon tá yàn lọ́wọ́lọ́wọ́ báyìí:
Башланмыш 23: БВЗ(н)
Ìsàmì-sí
Pín
Daako
Ṣé o fẹ́ fi àwọn ohun pàtàkì pamọ́ sórí gbogbo àwọn ẹ̀rọ rẹ? Wọlé pẹ̀lú àkántì tuntun tàbí wọlé pẹ̀lú àkántì tí tẹ́lẹ̀
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.

: