1
Ғәмәлдәр 4:12
Инжил
BskNT14
Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ, – тине Петр.
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
Ғәмәлдәр 4:31
Доға ҡылғандан һуң улар йыйылған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды. Ошо хәлдән аҙаҡ иман тотоусылар Алла һүҙен ҡыйыулыҡ менән һөйләй башланы.
3
Ғәмәлдәр 4:29
Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҙур ҡыйыулыҡ менән һөйләргә көс бир.
4
Ғәмәлдәр 4:11
Ғайса ул «һеҙ, төҙөүселәр, кире ҡаҡҡан һәм иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш».
5
Ғәмәлдәр 4:13
Белемдәре аҙ булған был ябай ғына ике кешенең – Петр менән Яхъяның ҡыйыулығын күреп, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар бик ғәжәпләнде. Уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнлегенә хәҙер генә иғтибар иттеләр.
6
Ғәмәлдәр 4:32
Барлыҡ иман юлындағы кешеләр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Уларҙың береһе лә үҙ милкен минеке тип әйтмәне, бөтөн нәмә уртаҡ ине.
ቤት
መጽሐፍ ቅዱስ
እቅዶች
ቪዲዮዎች