1
Яхъя 13:34-35
Инжил
Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер.
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
Яхъя 13:14-15
Әгәр ҙә Мин, һеҙҙең Хужағыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ. Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, үрнәк күрһәттем.
3
Яхъя 13:7
– Һин әле Минең нимә эшләүемде аңламайһың. Әммә аҙағыраҡ төшөнөрһөң, – тип яуап бирҙе Ғайса.
4
Яхъя 13:16
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел, ебәрелгән кеше лә үҙен ебәреүсенән ҙур түгел.
5
Яхъя 13:17
Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.
6
Яхъя 13:4-5
Ғайса өҫтәл артынан торҙо ла, өҫ кейемен сисеп, биленә таҫтамал һалды. Шунан тасҡа һыу ҡойоп, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башланы, йыуған береһен билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы.
ቤት
መጽሐፍ ቅዱስ
እቅዶች
ቪዲዮዎች