1
Яхъя 15:5
Инжил
Мин – йөҙөм һабағы, ә һеҙ – ботаҡтар. Кем Миндә йәшәй һәм Мин унда йәшәйем – шул ғына күп емеш бирер. Минән башҡа бер ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ.
አወዳድር
{{ጥቅስ}} ያስሱ
2
Яхъя 15:4
Мин һеҙҙә йәшәгән кеүек, һеҙ ҙә Миндә йәшәгеҙ. Йөҙөм һабағында булмаған ботаҡ үҙенән-үҙе емеш бирә алмаған кеүек, Миндә булмаһағыҙ, һеҙ ҙә бирә алмаҫһығыҙ.
3
Яхъя 15:7
Ә инде Миндә йәшәһәгеҙ һәм Минең һүҙҙәрем һеҙҙә йәшәһә, ул саҡта теләгәнегеҙҙе һорағыҙ һәм һеҙгә бөтәһе лә бирелер.
4
Яхъя 15:16
Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән нимә һораһағыҙ ҙа, Атам һеҙгә бирер.
5
Яхъя 15:13
Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ.
6
Яхъя 15:2
Ул Миндәге емеш бирмәй торған һәр ботаҡты киҫеп ташлай, ә емеш бирерҙәйҙәрен, уңыш мулыраҡ булһын тип, таҙарта.
7
Яхъя 15:12
Минең әмерем шул: Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе яратығыҙ.
8
Яхъя 15:8
Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, Атам данланыр.
9
Яхъя 15:1
– Мин – ысын йөҙөм һабағы, Атам – йөҙөм үҫтереүсе.
10
Яхъя 15:6
Кемдәр Миндә йәшәмәй, уларҙы ағас ботағы кеүек ҡырҡып ырғыталар һәм улар ҡорой. Ундай ботаҡтарҙы йыйып, утҡа ташлап яндыралар.
11
Яхъя 15:11
Ҡыуанысымды һеҙ татыһын һәм ул бар булмышығыҙҙы биләп алһын тип, һеҙгә ошоларҙы һөйләнем.
12
Яхъя 15:10
Мин Атамдың әмерҙәрен үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, әмерҙәремде үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.
13
Яхъя 15:17
Минең һеҙгә әмерем шул: бер-берегеҙҙе яратығыҙ!
14
Яхъя 15:19
Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенекеләре кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнгән.
ቤት
መጽሐፍ ቅዱስ
እቅዶች
ቪዲዮዎች