Яҡуп шундай нәҙер әйтте:
– Әгәр Алла мине ташламаһа, юлда мине һаҡлап, икмәк һәм кейем бирһә, әгәр атам йортона иҫән-аман ҡайта алһам, Раббы минең Аллам булыр. Мин ҡуйған таш бағана Алла йортона әйләнер һәм Һин, Раббы, миңә насип итәсәк бөтә нәмәнең унынсы өлөшөн мин Һиңә бирермен.