1
Маркус 2:17
Изге Яҙма
Ғайса, быны ишетеп, уларға: – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине.
Compare
Explore Маркус 2:17
2
Маркус 2:5
Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Улым, һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.
Explore Маркус 2:5
3
Маркус 2:27
Шунан Ғайса уларға: – Кеше шәмбе көн өсөн түгел, ә шәмбе көн кеше өсөн яратылған, – тине.
Explore Маркус 2:27
4
Маркус 2:4
Халыҡ араһынан үтә алмағанлыҡтан, улар, Ғайса булған өйҙөң ҡыйығын һүтеп, фалиж һуҡҡан кешене ятҡан түшәге менән шул тишектән төшөрҙөләр.
Explore Маркус 2:4
5
Маркус 2:10-11
Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. Шунан Ғайса фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Һиңә әйтәм, тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!
Explore Маркус 2:10-11
6
Маркус 2:9
Фалиж һуҡҡан кешегә: «Гонаһтарың ғәфү ителде», – тип әйтеү еңелерәкме, әллә: «Тор, түшәгеңде ал да атлап кит», – типме?
Explore Маркус 2:9
7
Маркус 2:12
Теге барыһының күҙ алдында йәһәт кенә торҙо ла, түшәген алып, сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап: – Беҙҙең бындайҙы бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр.
Explore Маркус 2:12
Home
Bible
Plans
Videos