Маркус 2
2
Фалиж һуҡҡан кешене һауыҡтырыу
(Маҫ 9:2-8; Лк 5:18-26)
1Бер нисә көндән Ғайса ҡабат Капернаумға килде. Уның өйҙә булыуы хаҡында хәбәр таралды. 2Шул тиклем күп кеше йыйылды, хатта ишек алдында ла урын ҡалманы. Ғайса халыҡҡа Алла һүҙен вәғәзләне. 3Шул ваҡыт дүрт кеше Уға фалиж#2:3 Фалиж – руссаһы: паралич. һуҡҡан берәүҙе күтәреп алып килде. 4Халыҡ араһынан үтә алмағанлыҡтан, улар, Ғайса булған өйҙөң ҡыйығын һүтеп, фалиж һуҡҡан кешене ятҡан түшәге менән шул тишектән төшөрҙөләр. 5Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:
– Улым, һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.
6Унда бер нисә ҡанун белгесе ултыра ине. Улар эстән генә: 7«Нимә һөйләй Ул? Был бит көфөр һүҙ! Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем ярлыҡай ала?» – тип уйланы.
8Ғайса шунда уҡ күңеле менән уларҙың уйын һиҙеп былай тине:
– Ниңә һеҙ шулай уйлайһығыҙ? 9Фалиж һуҡҡан кешегә: «Гонаһтарың ғәфү ителде», – тип әйтеү еңелерәкме, әллә: «Тор, түшәгеңде ал да атлап кит», – типме? 10Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының#2:10 «Әҙәм Улы» тип Ғайса Үҙен әйтә (ҡарағыҙ: «Даниил», 7:13). ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар.
11Шунан Ғайса фалиж һуҡҡан кешегә өндәште:
– Һиңә әйтәм, тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!
12Теге барыһының күҙ алдында йәһәт кенә торҙо ла, түшәген алып, сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап:
– Беҙҙең бындайҙы бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр.
Ғайсаның Левиҙе Үҙ артынан саҡырыуы
(Маҫ 9:9-13; Лк 5:27-32)
13Ғайса тағы күл буйына сыҡты. Бөтә кеше Уның янына килде, һәм Ғайса уларҙы аң-белемгә өйрәтте. 14Үтеп барышлай Ул, һалым йыйыу урынында ултырған Алфай улы Левиҙе күреп:
– Миңә эйәр! – тине. Леви, тороп, Уның артынан эйәрҙе.
15Бынан һуң, Ғайса Левиҙең өйөндә табында ултырған саҡта, Ғайса һәм Уның шәкерттәре эргәһендә күп кенә һалым йыйыусылар менән башҡа гонаһлылар ҙа бар ине. Улар күмәкләп Ғайсаға эйәреп йөрөй ине. 16Фарисейҙарға#2:16 Фарисейҙар – боронғо йәһүдтәрҙең дини төркөмө. ҡараған ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырғанын күреп, Уның шәкерттәренә:
– Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табында ашай ала? – тинеләр.
17Ғайса, быны ишетеп, уларға:
– Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине.
Ураҙа тотоу һәм шәмбе көн тураһында һорауҙар
(Маҫ 9:14-17; 12:1-8; Лк 5:33–6:5)
18Бер көндө, Яхъяның шәкерттәре һәм фарисейҙар ураҙа тотҡанда, ҡайһы берәүҙәр Ғайсаға килеп:
– Ни өсөн Яхъяның да, фарисейҙарҙың да шәкерттәре ураҙа тота, ә Һинекеләр тотмай? – тип һоранылар.
19Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе:
– Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ураҙа тотормо? Кейәү араларында икән, әлбиттә, ураҙа тотмаҫтар. 20Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ.
21Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай. Юғиһә, яңы ямаулыҡ ултырып, иҫке кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр. 22Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә, шарап турһыҡты йыртыр ҙа, шарап та, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар.
23 #
Ҡнн 23:25. Бер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Шәкерттәре юл ыңғайында башаҡ өҙә башланы. 24Фарисейҙар Ғайсанан:
– Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә тыйылғанды эшләй? – тип һораны.
25 #
1 Бат 21:1-6; Сығ 25:30. Ғайса уларҙан:
– Мохтаж сағында, үҙе һәм уның юлдаштары асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында бер ваҡытта ла уҡығанығыҙ юҡмы ни? – тип һораны. – 26Әвйәҫәр баш ҡаһин булған заманда ул Алла йортона ингән. Ҡаһиндарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәй торған, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған, юлдаштарына ла биргән.
27Шунан Ғайса уларға:
– Кеше шәмбе көн өсөн түгел, ә шәмбе көн кеше өсөн яратылған, – тине. – 28Шуға күрә Әҙәм Улы – шәмбе көнөнөң дә хужаһы.
Currently Selected:
Маркус 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
![None](/_next/image?url=https%3A%2F%2Fimageproxy.youversionapistaging.com%2F58%2Fhttps%3A%2F%2Fweb-assets.youversion.com%2Fapp-icons%2Fen.png&w=128&q=75)
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023