YouVersion Logo
Search Icon

Маркус 1

1
Сумдырыусы Яхъяның вәғәзләүе
(Маҫ 3:1-12; Лк 3:2-16; Ях 1:19-28)
1Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙең башы.
2 # Ишғ 40:3; Млх 3:1. Ишағыяһ пәйғәмбәр китабында яҙылғанса:
«Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм,
ул Һиңә юл әҙерләр.
3Сүлдә тауыш яңғырай:
Раббыға юл әҙерләгеҙ,
Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ!»
4Сүлгә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға#1:4 Һыуға сумдырылыу – гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдерә торған йола. өндәп йөрөнө. 5Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын асыҡтан-асыҡ танып, уның тарафынан Иордан йылғаһында сумдырылды. 6Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды. 7Вәғәзендә ул былай тине:
– Минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин эйелеп Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен. 8Мин һеҙҙе һыуға сумдырҙым, ә Ул һеҙҙе Изге Рухҡа сумдырыр.
Ғайсаның һыуға сумдырылыуы һәм һынау үтеүе
(Маҫ 3:13–4:22; Лк 3:21-22; 4:1-15; Ях 1:32-34)
9Шул көндәрҙә Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһынан Ғайса килде, һәм Яхъя Уны Иордан йылғаһында һыуға сумдырҙы. 10Һыуҙан сығыу менән Ғайса күк ҡабағының ярылып китеүен һәм Үҙенә күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төшкәнен күрҙе. 11#Зәб 2:7; Ишғ 42:1.Күктән: «Һин – Минең һөйөклө Улым. Һин – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.
12Шул мәлдә үк Рух Ғайсаны сүлгә алып китте. 13Ғайса сүлдә ҡырҡ көн булды һәм шул ваҡыт эсендә Иблис тарафынан һынау үтте. Ул ҡырағай йәнлектәр араһында йәшәне, ә фәрештәләр Уға хеҙмәт итте.
Ғайсаның хеҙмәт итә башлауы
(Маҫ 4:12-22; Лк 4:14-15; 5:2-11)
14Яхъя ҡулға алынғандан һуң, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләй-вәғәзләй, Ғайса Галилеяға килде.
15– Ваҡыт етте, – тине Ул. – Алла Батшалығы яҡынлаша! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ!
Ғайсаның беренсе шәкерттәре
(Маҫ 4:18-22; Лк 5:2-11; Ях 1:35-42)
16Галилея күле буйлап китеп барғанда, Ғайса ау һалып йөрөгән ике балыҡсыны – Шимғон менән уның ҡустыһы Әндриасты күрҙе.
17– Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар#1:17 Кеше аулаусылар – Ғайса был урында кешеләрҙе Алла юлына алып килеүҙе балыҡ тотоу менән сағыштыра. итермен, – тине Ғайса уларға.
18Тегеләр шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе. 19Ғайса, бер аҙ барғас, Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе – улар кәмәлә ауҙарын ямай ине. 20Шунда уҡ уларҙы янына саҡырып алды. Улар иһә, аталары Зәбәҙәйосты ялсылары менән бергә кәмәлә ҡалдырып, Ғайса артынан эйәрҙе.
Ен эйәләшкән кешене һауыҡтырыу
(Лк 4:31-37)
21Улар Капернаумға килде. Шәмбе көн тыуғас та Ғайса, ғибәҙәтханаға инеп, йыйылған халыҡҡа аң-белем бирә башланы. 22Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул ҡанун белгестәре һымаҡ түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек һөйләне. 23Тап шул ваҡыт ғибәҙәтханаға яуыз рух эйәләшкән берәү килеп инде. Ул:
24– Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы.
25Ғайса рухты:
– Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ!
26Яуыз рух, әлеге әҙәмде дер һелкетеп, көслө тауыш менән ҡысҡырып, эсенән сығып китте. 27Һәммәһе лә шаҡ ҡатты. Бер-береһенән:
– Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы ғилем… Уның яуыз рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона!
28Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды.
Ауырыуҙарҙы һауыҡтырыу
(Маҫ 8:14-16; Лк 4:38-44)
29Ғибәҙәтхананан Ғайса, Яҡуп һәм Яхъя тура Шимғон менән Әндриастың өйөнә киттеләр. 30Шимғондың ҡәйнәһе, тотош тәне ҡыҙып, ауырып ята ине. Был хаҡта шунда уҡ Ғайсаға хәбәр иттеләр. 31Ғайса сирле янына килде, ҡулынан тотоп, торорға ярҙам итте. Ҡатындың тәне яныуҙан туҡтаны. Ул уларға табын әҙерләй башланы. 32Ә инде кискеһен, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерә башланылар. 33Бөтөн ҡала халҡы ишек алдына йыйылды. 34Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙең эсенән ендәрҙе ҡыуып сығарҙы. Ендәргә һөйләнергә рөхсәт итмәне, сөнки ендәр Ғайсаның кем икәнен белә ине.
35Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә аулаҡ урынға барып доға ҡылды. 36Шимғон иптәштәре менән Уның артынан ашыҡты. 37Килеп тапҡас:
– Бөтә кеше Һине эҙләй, – тинеләр.
38– Башҡа урындарға, яҡындағы бүтән ауылдарға барайыҡ. Миңә унда ла Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратырға кәрәк. Мин бит шуның өсөн килдем, – тине Ғайса.
39Ул, ғибәҙәтханаларҙа вәғәздәр һөйләп, кешеләрҙең эсенән ендәрен ҡыуып сығарып, бөтә Галилея буйлап йөрөнө.
Махаулыны һауыҡтырыу
(Маҫ 8:2-4; Лк 5:12-16)
40Бер көндө махау сирле#1:40 Махау сире – дауалап булмай торған йоғошло тире ауырыуы. кеше Ғайса янына килде лә алдына тубыҡланып:
– Теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы.
41Ғайса уны йәлләне, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла:
– Эйе, теләйем, таҙарын! – тине.
42Сирленең махауы шунда уҡ бөттө, тәне таҙарҙы. 43-44#Лев 14:1-32.Ғайса уны:
– Ҡара уны, был турала бер кемгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә ҡаһинға барып күрен дә һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр, – тип уны ҡайтарып ебәрҙе.
45Әммә теге кеше, Ғайса янынан киткәс тә, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы, ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды. Шулай ҙа унда ла янына һәр тарафтан халыҡ ағылды.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in