1
Маркус 4:39-40
Изге Яҙма
Ул тороп елде тыйҙы, күлгә лә: – Шаулама, баҫыл! – тине. Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты. – Ниңә улай ҡотоғоҙ осто? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса.
Compare
Explore Маркус 4:39-40
2
Маркус 4:41
Шәкерттәр иһә, бик ныҡ ҡурҡып, бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Уға ел дә, тулҡындар ҙа буйһона! – тиештеләр.
Explore Маркус 4:41
3
Маркус 4:38
Ғайса иһә кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып: – Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тинеләр.
Explore Маркус 4:38
4
Маркус 4:24
Ғайса һүҙен дауам итте: – Әйткәнемде иғтибарға алығыҙ: ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер һәм тағы өҫтәлер.
Explore Маркус 4:24
5
Маркус 4:26-27
Ғайса тағы ла былай тине: – Алла Батшалығы бына нимәгә оҡшаған: әйтәйек, кеше ергә орлоҡ сәсә. Төндәрен йоҡлап, көндөҙөн уяу йөрөп, көн һәм төндәре уҙа, ә ул арала орлоҡ шытып сыға, үргә тартыла. Кеше бының нисек булғанын белмәй ҙә.
Explore Маркус 4:26-27
6
Маркус 4:23
Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
Explore Маркус 4:23
Home
Bible
Plans
Videos