YouVersion Logo
Search Icon

Маркус 4

4
Сәсеүсе хаҡында ҡисса
(Маҫ 13:1-9; Лк 8:4-8)
1Ғайса тағы Галилея күле буйында кешеләргә аң-белем бирә башланы. Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Шул арҡала Ул күлдәге кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо. 2Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләрҙе аңлатты:
3– Тыңлағыҙ, бына бер кеше сәсеүгә сыҡҡан. 4Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм, ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөткән. 5Ҡайһы береһе тупрағы аҙ булған ташлы ергә төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, орлоҡ тиҙ арала шытып сыҡҡан. 6Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамыры тәрәнгә китеп өлгөрмәгәнлектән, үҫентеләр ҡороған. 7Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, шытып килгән үҫентеләрҙе баҫып киткәнлектән, улар башаҡланмаған. 8Ә бүтән орлоҡтар уңдырышлы ергә төшкән. Орлоҡтар шытып, үҫеп киткән һәм утыҙлата, алтмышлата, йөҙләтә күберәк уңыш биргән.
9Ғайса былай тип өҫтәне:
– Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
Сәсеүсе хаҡындағы ҡиссаның мәғәнәһе
(Маҫ 13:10-23; Лк 8:9-15)
10Үҙҙәре генә ҡалғас, Ғайсаның ун ике шәкерте менән башҡа эйәреүселәре Унан ҡиссаларҙың мәғәнәһен һораны.
11-12 # Ишғ 6:9-10. – Һеҙгә Алла Батшалығының сере асылған, тыштағыларға иһә ҡиссалар аша еткерелә. Шулай итеп улар:
«Ҡарауын-ҡарап та, күрмәйҙәр,
ишетеүен-ишетеп тә, аңламайҙар;
әгәр Аллаға табан боролһалар,
ярлыҡау алырҙар ине».
13– Һеҙ был ҡиссаның мәғәнәһен аңламанығыҙмы ни? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Улайһа башҡа ҡиссаларҙы нисек аңларһығыҙ һуң? 14Сәсеүсе Алла һүҙен сәсә. 15Юл буйына төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә шунда уҡ Иблис килеп, уларҙың күңелдәренә сәселгән һүҙҙе алып китә. 16Ташлы урынға сәселгән орлоҡ шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кешеләр уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, 17әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында бәләгә тарыһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, улар тиҙ үк сигенә. 18Сәнскәк араһына сәселгән орлоҡ иһә шуны аңлата: 19кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала, һәм ул уңыш бирмәй. 20Ә уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне шуны аңлата: кешеләр, һүҙҙе ишетеп, уны ҡабул итә. Ул утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә уңыш килтерә.
Шәм хаҡында ҡисса
(Лк 8:16-18)
21Ғайса уларға былай тине:
– Шәмде һауыт менән ҡаплар йәки һике аҫтына ҡуйыр өсөн индерәләрме ни? Шәмдәлгә ултыртып ҡуйыу өсөн түгелме? 22Фаш ителмәҫ йәшерен бер нәмә лә һәм асылмайынса ҡалыр һис бер сер ҙә юҡ. 23Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
24Ғайса һүҙен дауам итте:
– Әйткәнемде иғтибарға алығыҙ: ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер һәм тағы өҫтәлер. 25Кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.
Шытып сыҡҡан орлоҡ хаҡында ҡисса
26Ғайса тағы ла былай тине:
– Алла Батшалығы бына нимәгә оҡшаған: әйтәйек, кеше ергә орлоҡ сәсә. 27Төндәрен йоҡлап, көндөҙөн уяу йөрөп, көн һәм төндәре уҙа, ә ул арала орлоҡ шытып сыға, үргә тартыла. Кеше бының нисек булғанын белмәй ҙә. 28Ер үҙенән-үҙе уңыш бирә: тәүҙә һабаҡ, унан башаҡ үҫтерә, аҙаҡ башаҡ тулы орлоҡ ярала. 29Ә инде ашлыҡ өлгөрөү менән, кеше урағын эшкә егә, сөнки иген урыр саҡ еткән була.
Гәрсис орлоғо хаҡында ҡисса
(Маҫ 13:31-32; Лк 13:18-19)
30– Алла Батшалығын беҙгә нимә менән сағыштырырға һәм нисек итеп тасуирларға? – тине Ғайса. – 31Ул гәрсис орлоғона оҡшаған. Ергә сәскән ваҡытта ул ер йөҙөндәге бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ. 32Ә инде сәскәс, шытып сыға, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә бейегерәк булып үҫә, дәү ботаҡтар ебәрә һәм уның күләгәһендә ҡоштар оя ҡора.
33Ғайса халыҡҡа Алла һүҙен ошоға оҡшаш бик күп ҡиссалар ярҙамында, тик улар аңларлыҡ ҡына итеп һөйләне. 34Ул кинәйәле ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе.
Ғайсаның дауылды туҡтатыуы
(Маҫ 8:18, 23-27; Лк 8:22-25)
35Шул көндө кисен Ғайса шәкерттәренә:
– Әйҙәгеҙ, теге яҡ ярға сығайыҡ, – тине.
36Халыҡты ҡалдырып, шәкерттәр Уның янына кәмәгә инеп ултырҙы. Башҡа кәмәләр Уға эйәрҙе. 37Ҡапыл көслө дауыл күтәрелде, һәм тулҡындар бәрелеүҙән кәмә эсенә һыу тула башланы. 38Ғайса иһә кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып:
– Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тинеләр.
39Ул тороп елде тыйҙы, күлгә лә:
– Шаулама, баҫыл! – тине.
Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты.
40– Ниңә улай ҡотоғоҙ осто? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса.
41Шәкерттәр иһә, бик ныҡ ҡурҡып, бер-береһенә:
– Кем һуң Ул? Уға ел дә, тулҡындар ҙа буйһона! – тиештеләр.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in