Яхъя 13
13
Ғайсаның шәкерттәренең аяҡтарын йыуыуы
1Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына китер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.
2Иблис Симон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында 3Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына биргәнен һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп, 4Ғайса өҫтәл артынан торҙо ла, өҫ кейемен сисеп, биленә таҫтамал һалды. 5Шунан тасҡа һыу ҡойоп, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башланы, йыуған береһен билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы.
6Сират Симон Петрға еткәс, Петр Уға:
– Хужам! Минең аяҡтарымды Һин йыуаһыңмы?! – тине.
7– Һин әле Минең нимә эшләүемде аңламайһың. Әммә аҙағыраҡ төшөнөрһөң, – тип яуап бирҙе Ғайса.
8– Һин бер ҡасан да минең аяҡтарымды йыуырға тейеш түгел! – тине Петр.
– Әгәр йыумаһам, Миндә һинең өлөшөң булмаҫ, – тип яуапланы Ғайса.
9– Хужам! – тине Симон Петр. – Улайһа, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыуа күр.
10– Бығаса йыуынған кешенең бөтә тәне таҙа була. Шуға күрә уның аяҡтарынан башҡа ерен йыуырға кәрәкмәй. Һеҙ таҙа, әммә бөтәгеҙ ҙә түгел, – тине Ғайса. 11Үҙенә кемдең хыянат итәсәген белгәнгә күрә: «Һеҙҙең бөтәгеҙ ҙә таҙа түгел», – тигән һүҙҙәрҙе әйтте Ул.
12Ғайса, шәкерттәренең аяҡтарын йыуып бөткәс, кейемен кейеп, яңынан урынына барып ултырҙы һәм шәкерттәренән:
– Минең һеҙҙең өсөн нимә эшләгәнемде аңлайһығыҙмы? – тип һораны. – 13Мине Остаз һәм Хужа тип атайһығыҙ. Һеҙ хаҡлы: Мин шулмын. 14Әгәр ҙә Мин, һеҙҙең Хужағыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ. 15Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, үрнәк күрһәттем. 16Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел, ебәрелгән кеше лә үҙен ебәреүсенән ҙур түгел. 17Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.
18Мин бөтәгеҙ тураһында ла һөйләмәйем. Кемдәрҙе һайлап алыуымды беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡул күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш. 19Ул хәлдәр булған ваҡытта һеҙ Минең Шул#13:19 Был хаҡта 8-се бүлектең 24-се аятындағы иҫкәрмәне ҡарағыҙ. икәнлегемә ышанһын өсөн, Мин һеҙгә уларҙы алдан уҡ һөйләйем. 20Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәреүсене ҡабул итә.
Ғайсаның хыянатсы Йәһүҙәне фаш итеүе
21Быны һөйләгәндән һуң Ғайса ныҡ борсоуға төштө һәм шәкерттәренә:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙҙең берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.
22Шәкерттәре, Уның кем хаҡында һөйләүен аңламайынса, бер-береһенә ҡарашты. 23Ғайсаның янында шәкерттәренең береһе, Уның яратҡан бер шәкерте ултыра ине. 24Симон Петр уға, Ғайсаның кем хаҡында һөйләүен һорарға ҡушып, ишара яһаны. 25Ә теге шәкерт, Ғайсаға тағы ла нығыраҡ яҡынайып, Унан:
– Хужам, ул кем? – тип һораны.
26– Мин бер һыныҡ икмәкте кемгә манып бирәм, ул – шул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса һәм, бер һыныҡ икмәкте ашына манып, Симон Искариот улы Йәһүҙәгә бирҙе. 27Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыуға, уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға:
– Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, – тине.
28-29Әммә Ғайсаның нилектән шулай тип әйткәнен табындағыларҙың береһе лә аңламаны. Аҡса янсығы Йәһүҙәлә булғанлыҡтан, ҡайһы берәүҙәр, Ғайса уға байрамға ризыҡ һатып алырға йәки фәҡирҙәргә берәй нәмә таратып бирергә ҡушҡандыр, тип уйланы. 30Һыныҡты алыу менән Йәһүҙә сығып китте. Төн ине.
«Яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ»
31Ул сығып киткәс, Ғайса былай тине:
– Бына хәҙер Әҙәм Улына данлы бөйөклөк бирелде һәм Уның аша Алла Үҙ бөйөклөгөндә күрһәтелде. 32Әгәр ҙә Алла Уның аша Үҙ бөйөклөгөндә күрһәтелгән икән, Ул Әҙәм Улының бөйөклөгөн Үҙендә күрһәтәсәк, һәм был тиҙ арала буласаҡ. 33Балаларым, Мин инде янығыҙҙа оҙаҡ булмам. Мине эҙләрһегеҙ, ләкин, йәһүдтәргә әйткән һүҙҙәремде хәҙер һеҙгә лә ҡабатлайым: «Мин китә торған урынға һеҙ бара алмаҫһығыҙ».
34Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ. 35Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер.
36Симон Петр Унан:
– Хужам, Һин ҡайҙа китәһең? – тип һораны.
Ғайса:
– Мин китә торған урынға һин хәҙергә эйәреп бара алмайһың, әммә аҙаҡ барасаҡһың, – тип яуап бирҙе.
37– Хужам, ниңә Һинең артыңдан хәҙер бара алмайым? Мин Һинең өсөн йәнемде фиҙа ҡылырға әҙер! – тине Петр.
38Ғайса уға:
– Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: әтәс ҡысҡырғанға тиклем, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине.
Currently Selected:
Яхъя 13: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014