Яхъя 14
14
«Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош»
1– Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ! 2Атам йортонда йәшәр урын күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын эҙләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни? 3Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын. 4Мин бара торған урынға юлды беләһегеҙ.
5– Хужам! Һинең ҡайҙа китеүең беҙгә билдәһеҙ, шулай булғас, унда барыр юлды ҡайҙан беләйек? – тине Фома.
6Ғайса уға:
– Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була. 7Мине беләһегеҙ икән, Атамды ла белерһегеҙ. Ошо ваҡыттан башлап һеҙ Уны беләһегеҙ һәм күрҙегеҙ ҙә инде, – тип яуап бирҙе.
8– Хужам! Беҙгә Атаны күрһәтһәң, беҙ ҡәнәғәт булырбыҙ, – тине Филипп.
9– Филипп, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңдәме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең? 10Минең – Атала, Атаның Миндә булыуына ышанмайһыңмы ни? Ә бит һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрҙе Мин Үҙемдән һөйләмәйем, Миндәге Атам Үҙенең эштәрен башҡара. 11Ышанығыҙ: Мин – Атала, Атам – Миндә. Әйткәндәремә ышанмайһығыҙ икән, ҡылған эштәрем арҡылы ышанығыҙ. 12Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Миңә инанған кеше Мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки Мин Атам янына китәм. 13Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙ данлы бөйөклөгөн Улы аша күрһәтер. 14Исемемде әйтеп нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен.
Ғайса вәғәҙә иткән Изге Рух
15– Әгәр Мине яратһағыҙ, әмерҙәремде үтәрһегеҙ. 16Мин Атамдан һорармын һәм Ул һеҙгә бүтән Яҡлаусы бирер, ә Ул мәңге һеҙҙең менән булыр. 17Ул Яҡлаусы – Хәҡиҡәт Рухы. Донъя Уны күрмәгәнгә һәм белмәгәнгә күрә ҡабул итә алмай, ә һеҙ Уны беләһегеҙ, ул һеҙҙең менән ҡалыр һәм күңелегеҙҙә булыр. 18Мин һеҙҙе етем ҡалдырмам, яңынан янығыҙға килермен. 19Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ. 20Шул көндө һеҙ Минең – Атамда, үҙегеҙҙең – Миндә һәм Минең һеҙҙә икәнлегемде белерһегеҙ. 21Әмерҙәремде ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.
22Йәһүҙә (Искариот түгел) Унан:
– Хужам! Ни өсөн Һин Үҙеңде донъяға түгел, ә беҙгә күрһәтергә теләйһең? – тип һораны.
23Ғайса уға былай тип яуап бирҙе:
– Мине яратҡан кеше Минең Һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр һәм Беҙ, уның янына килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ. 24Мине яратмаған кеше һүҙемде лә тотмай. Ә бит һеҙ ишетә торған һүҙ Минән түгел, ә Мине ебәргән Атанан.
25Мин быларҙы һеҙҙең менән бергә булғанда уҡ әйткәйнем. 26Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.
27Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырып, Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ кешеләр биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ! 28Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк. 29Мин һеҙгә был һүҙҙәрҙе буласаҡ хәлдәр тормошҡа ашҡанда һеҙ ышанһын өсөн хәҙер һөйләйем. 30Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ, 31әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан әмерҙәренең барыһын да башҡарам. Тороғоҙ, бынан китәйек!
Currently Selected:
Яхъя 14: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014