Лука 15
15
Юғалған һарыҡ хаҡында ҡисса
1Һалым йыйыусылар менән башҡа гонаһлыларҙың байтағы, Ғайсаны тыңлау өсөн, Уның янына йыйылған. 2Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә:
– Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранған.
3Ғайса уларға ошондай ҡисса һөйләгән:
4– Әйтәйек, берегеҙҙең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе юғалды ти. Ул туҡһан туғыҙын көтөүлектә ҡалдырып, юғалған берәүһен тапҡансы эҙләмәҫме ни? 5Ә инде тапҡас, ҡыуанып, уны елкәһенә һалыр, 6өйөнә ҡайтҡас, дуҫтары менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, мин юғалған һарығымды таптым», – тиер. 7Һеҙгә шуны әйтәм: шул рәүешле, тәүбә итеүгә мохтаж булмаған туҡһан туғыҙ тәҡүә кеше өсөн шатланыуға ҡарағанда, тәүбә иткән гонаһлы бер кеше өсөн күктә шатлыҡ ҙурыраҡ булыр.
Көмөш тәңкә хаҡында ҡисса
8– Әгәр берәй ҡатындың ун көмөш тәңкәһе#15:8 Көмөш тәңкә – грекса «драхма». Бер драхма яҡынса бер динарға тиң булған. булып, береһен юғалтһа, майшәм яндырып, иҙәнен һепереп, уны тапҡансы ентекләп эҙләмәҫме? 9Ә инде тапҡас, әхирәттәре менән күршеләрен саҡырып: «Шатлығымды уртаҡлашығыҙ, юғалтҡан тәңкәмде таптым», – тиер. 10Һеҙгә шуны әйтәм: Алла фәрештәләре лә тәүбә иткән бер гонаһлы өсөн шулай уҡ шатланыр.
Юғалған улдың кире ҡайтыуы хаҡында ҡисса
11Ғайса һөйләүен дауам иткән:
– Бер кешенең ике улы булған. 12Кесе улы атаһына: «Атай, мөлкәттең миңә тейешле өлөшөн бүлеп бир», – тигән. Атаһы мөлкәтен улдарына бүлеп биргән. 13Бер нисә көн үткәс, кесе улы үҙ өлөшөн һатып, бөтә аҡсаһын алып, алыҫ юлға сығып киткән һәм, унда аҙғынлыҡҡа бирелеп, байлығын туҙҙырып бөтөргән. 14Бөтөнөһөн пыран-заран килтергәндән һуң, был илгә ҡаты аслыҡ килгән һәм ул мохтажлыҡ кисерә башлаған. 15Шул саҡ ул ошо илдең бер кешеһенә эшкә ялланған, был кеше уны яланға сусҡа көтөргә ебәргән. 16Кесе ул шул тиклем асыҡҡан, хатта сусҡаларҙың аҙығын ашарға ла риза булыр кимәлгә еткән, әммә уға уныһын да бирмәгәндәр.
17Шул саҡ ул аҡылына килеп: «Атайымдың ялсылары күп һәм уларҙың бөтәһенең дә туйғансы ашарлыҡ ризығы бар, ә мин бында астан үлеп барам. 18Хәҙер үк ҡайтайым да уға: „Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым. 19Инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен, мине ялсы итеп эшкә ал“, – тип әйтәйем», – тип уйлаған. 20Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ уны атаһы күреп ҡалған һәм бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған. 21Улы уға: «Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым: инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен», – тигән. 22Ә атаһы үҙенең хеҙмәтселәренә: «Иң һәйбәт кейемдәр алып килеп уны кейендерегеҙ, бармағына йөҙөк кейҙерегеҙ, аяҡтарына ҡаталар бирегеҙ, 23һимертелгән берәй быҙауҙы салығыҙ, ашап-эсеп, күңел асайыҡ! 24Минең улым үлгәйне – хәҙер терелде, юғалғайны – хәҙер табылды», – тип әйткән. Шунан улар күңел аса башлаған.
25Атаның өлкән улы иһә ҡырҙа булған. Ҡайтышлай, өйөнә яҡынайып килгәндә, йыр һәм бейеү тауыштары ишеткән. 26Хеҙмәтселәрҙең береһен саҡырып: «Бында нимә бара?» – тип һораған. 27«Һинең ҡустың ҡайтты, атайың уны һау-сәләмәт күреүенә ҡыуанып, һимертелгән быҙау салдырҙы», – тигән уға хеҙмәтсе. 28Өлкән улдың быға асыуы килгән һәм өйгә инергә теләмәгән. Атаһы сығып саҡырғас, 29уға ул былай тигән: «Бына мин һиңә нисә йылдар инде хеҙмәт итәм. Бойороғоңдо бер тапҡыр ҙа үтәмәй ҡалғаным юҡ. Шулай булһа ла, дуҫтарым менән күңел асырға бер тапҡыр кәзә бәрәсе лә бирмәнең. 30Ә милкеңде аҙғын ҡатындар менән туҙҙырған был улың ҡайтҡас, уның өсөн хатта һимертелгән быҙау салғанһың!» 31Атаһы уға: «Улым, һин һәр ваҡыт янымда, минең бар нәмәм – һинеке. 32Был ҡустың үлгәйне – терелде, юғалғайны – табылды. Бына ошо ҡыуаныстан күңел асырға булдыҡ», – тигән.
Currently Selected:
Лука 15: BskNT14
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, 2014

: