YouVersion Logo
Search Icon

Лука 16

16
Ышанысһыҙ идара итеүсе хаҡында ҡисса
1Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тигән:
– Бер бай хужалығы менән идара итеүсе тотҡан. Байға был кешенең уның мөлкәтен туҙҙырыуы тураһында әйткәндәр. 2Бай идарасыһын саҡырып ала: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан минең хужалығыма идарасы була алмайһың». 3Идарасы шул саҡ үҙ алдына былай тип уйлаған: «Нимә эшләйем икән? Хужам мине идаралыҡ итеү эшенән ҡыуа, ер ҡаҙырға көсөм юҡ, хәйер һорарға оялам. 4Әһә! Шулай ҙа, хужалыҡ менән идаралыҡ итеү эшенән сығарылғас, кешеләр мине үҙ йорттарына ҡабул итһендәр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген беләм». 5Шунан ул хужаһына бурысы булған кешеләрҙе берәм-берәм саҡырып алған. Тәүгеһенән: «Минең хужама күпме бурысың бар?» – тип һораған. 6Тегенеһе уға: «Йөҙ мискә#16:6 Мискә – грекса «бат». Бер бат 40 литр самаһына тигеҙ. май тейешмен», – тигән. Идара итеүсе: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да тиҙ генә ултырып, илле мискә, тип яҙ», – тигән. 7Шунан икенсеһен саҡырып: «Ә һинең бурысың күпме?» – тип һораған. «Йөҙ тоҡ#16:7 Тоҡ – грекса «кор». Бер кор 400 литр самаһына тигеҙ. бойҙай». Идара итеүсе: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да һикһән тоҡ тип яҙ», – тигән. 8Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә, яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.
9Һеҙгә әйтәм: хаҡ булмаған донъяның байлығын, изгелек итеп, үҙегеҙгә дуҫтар булдырыу өсөн файҙаланығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, байлыҡтың файҙаһы бөткәс, мәңгелек йәшәү йорттарына ҡабул ителерһегеҙ.
10Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр, бәләкәй нәмәлә ышанысһыҙ кеше ҙурында ла ышанысһыҙ булыр. 11Шулай итеп, хаҡ булмаған донъяның байлығы менән эш итеүҙә ышаныслы түгелһегеҙ икән, ысын байлыҡты һеҙгә кем аманат итер? 12Әгәр башҡаларҙың һеҙгә тапшырылған мөлкәте менән ышаныслы эш итмәйһегеҙ икән, үҙегеҙгә тәғәйенләнгәне Алла тарафынан нисек бирелер? 13Бер ниндәй хеҙмәтсе лә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһен яратыр, икенсеһен күрә алмаҫ, йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.
Фарисейҙар һәм ҡанун
14Фарисейҙар быларҙың бөтәһен дә ишеткән һәм, үҙҙәре аҡса яратҡанлыҡтан, Ғайсанан мыҫҡыллап көлгәндәр. 15Ғайса уларға былай тигән:
– Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнес.
16Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең заманы Яхъя килгәнгә тиклем булды, шунан бирле Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала. 17Әммә, күк менән ер юҡҡа сыҡҡан осраҡта ла, ҡанундың бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
18Ҡатынын айырып башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла; һәм ире айырған ҡатынға өйләнеүсе лә зина ҡыла.
Бай һәм Лазарь хаҡында ҡисса
19Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул ҡиммәтле кейемдәрҙә йөрөп, һәр көнө зиннәттә үткән. 20Ә уның ҡапҡаһы төбөндә бөтә тәне һыҙлауыҡтар менән ҡапланған Лазарь исемле фәҡир ятҡан. 21Ул байҙың табынынан төшкән һыныҡ-мыныҡтар менән туҡланыуҙан да ҡәнәғәт булыр ине, әммә эттәр уның янына килеп, һыҙлауыҡтарын ялаған.
22Бер көн Лазарь үлгән һәм фәрештәләр уны Ибраһим янындағы түрҙәге урынға алып барған. Бай ҙа үлгән. Уны ла ерләгәндәр. 23Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараған һәм алыҫта Ибраһимды, ә уның эргәһендә Лазарҙы күргән. 24Шул саҡта бай: «Ибраһим атам! Миңә мәрхәмәтле булып, Лазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын, мин ялҡында ғазапланам», – тип ҡысҡырған. 25Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Лазарь михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. – 26Өҫтәүенә, беҙҙең менән һеҙҙең арала ҙур упҡын ята, шунлыҡтан бынан һеҙҙең яҡҡа сығырға теләүсе лә, ул яҡтан был яҡҡа сығырға теләүсе лә үтә алмаҫ». 27Шул саҡ бай: «Атам, улай булғас, зинһар өсөн, Лазарҙы атайымдың өйөнә ебәр. 28Минең биш туғаным бар, был ғазапланыу урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән. 29Ибраһим уға: «Уларҙа Муса һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары бар. Унда яҙылғандарға ҡолаҡ һалһындар», – тип әйткән. 30Бай иһә: «Юҡ, Ибраһим атам. Үлгәндәрҙең береһе терелеп улар янына барһа, шул мәлдә тәүбәгә килерҙәр ине», – тигән. 31Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үленән терелеүгә лә ышанмаҫтар», – тип яуап биргән.

Currently Selected:

Лука 16: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in