YouVersion Logo
Search Icon

Матфей 11

11
Сумдырыусы Яхъяның һорауы һәм Ғайсаның яуабы
1Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертенә нәсихәтен биреп бөткәс, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.
2-3Яхъя иһә, төрмәлә сағында Мәсих ҡылған ғәмәлдәр хаҡында ишеткәс, үҙенең шәкерттәрен: «Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе.
4– Барығыҙ, ишеткән һәм күргәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ, – тип яуапланы уларға Ғайса. – 5Һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора һәм фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә. 6Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле.
7Шәкерттәр киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы:
– Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы? 8Юҡ? Нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй. 9Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе! Мин һеҙгә әйтәм: Яхъя – пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк. 10Уның тураһында Изге Яҙмала:
«Мин Һинең алдыңдан
хәбәрсемде ебәрәм,
ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», –
тип яҙылған. 11Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк. 12Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына көслөк менән ҡаршылыҡ күрһәтә һәм уны яуларға тырыша. 13Бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡанун да, Яхъя килгәнгә тиклем, буласаҡ ваҡиғалар тураһында пәйғәмбәрлек итте. 14Ә ҡабул итергә теләһәгеҙ, ул – килергә тейешле Ильяс. 15Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
16-17Был быуын кешеләрен кемгә оҡшатайым икән? Улар:
«Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ,
ә һеҙ бейемәнегеҙ.
Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ,
ә һеҙ ҡайғырып иламанығыҙ», –
тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырыусы балаларға оҡшаған.
18Яхъя килде, ашамай ҙа, эсмәй ҙә, кешеләр иһә: «Уға ен эйәләшкән», – тиҙәр. 19Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына күрегеҙ, ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла зирәклегенең хаҡлығы ҡылған эштәренән#11:19 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «ҡылған эштәренән» урынына «балаларынан» тип бирелгән һәм уны былай аңларға мөмкин: «Әммә Алла зирәклеге уны ҡабул иткән кешеләр тарафынан хаҡ тип раҫлана». күренә.
Тәүбәгә килмәгән ҡалаларға ҡайғы
20Унан һуң Ғайса мөғжизәләренең күбеһе ҡылынған ҡалаларҙы тәүбәгә килмәгәндәре өсөн шелтәләй башланы:
21– Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Вифсаида! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде шырт кейемдәр кейеп, баштарына көл һибеп тәүбә итерҙәр ине. 22Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидонға һеҙгә ҡарағанда еңелерәк булыр. 23Эй Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ташланылырһың. Әгәр һиндә ҡылынған мөғжизәләр Содомда күрһәтелһә, ул хәҙерге көнгәсә торор ине. 24Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә һиңә ҡарағанда Содомға еңелерәк булыр.
«Миңә килегеҙ»
25Ошо ваҡыт Ғайса:
– Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! – тине. – Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биреүең өсөн Һине данлайым! 26Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың! 27Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.
28Йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен. 29Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә, Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш, баҫалҡы, шул мәлдә күңелегеҙгә тыныслыҡ табырһығыҙ. 30Минең ҡамытым уңайлы һәм йөгөм еңел!

Currently Selected:

Матфей 11: BskNT14

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in