Башланмыш 25
25
Ибраһимдың вафаты
1Ибраһим тағы өйләнде, ҡатынының исеме Ҡытура ине. 2Унан Зимран, Йоҡшан, Медан, Мидйән, Йишбаҡ, Шуах исемле улдары тыуҙы. 3Йокшандың Шева менән Дедан исемле улдары булды. Ашшурҙар, летуштар, леумдар – Дедан нәҫелдәре. 4Мидйәндең улдары: Ғефа, Ғефәр, Ханох, Авидағ һәм Әлдаға. Улар барыһы ла Ҡытураның нәҫелдәре.
5Ибраһим бөтә мөлкәтен Исхаҡҡа бирҙе. 6Ә йәриәләренән тыуған улдарын Ибраһим мул бүләктәр биреп ризалатты ла әле үҙе иҫән саҡта уҡ көнсығышҡа – шул яҡтағы ерҙәрҙә үҙаллы йәшәргә ебәрҙе – уларҙы Исхаҡ янынан алыҫҡараҡ оҙатты.
7Ибраһим йөҙ ҙә етмеш биш йыл йәшәне. 8Ул, оҙон ғүмер һөрөп, фани донъя рәхәтен күреп, ата-бабаларына ҡушылды. 9Улдары Исхаҡ менән Исмәғил уны хитти кешеһе – Сохар улы Ғәфрондың баҫыуында, Мамре ҡаршыһындағы Махпела мәмерйәһендә ерләне. 10Был баҫыуҙы Ибраһим хиттиҙәрҙән һатып алғайны. Ибраһим менән ҡатыны Сара ана шунда ҡуйылды. 11Ибраһим вафат булғандан һуң Раббы уның улы Исхаҡты мөбәрәк ҡылды. Исхаҡ Беер-Лахай-Роиҙа йәшәй ине.
Исмәғил нәҫеле
12Бына Ибраһим улы Исмәғилдең – Сараның хеҙмәтсеһе мысыр Хәжәрҙән тыуған улының нәҫел шәжәрәһе.
13Исмәғилдең улдарының исемдәре: – баш балаһы Невайоҫ, артабанғылары – Ҡыдар, Адбеил, Мивсам, 14Мишмағ, Дума, Масса, 15Хадад, Тема, Йетур, Нафиш һәм Ҡыдма. 16Исмәғилдең ун ике улы ла үҙ ырыуҙарының юлбашсыһы булды. Был ырыуҙар йәшәгән һәм күсеп йөрөгән урындар уларҙың исемдәре менән аталды.
17Исмәғил йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне, шунан һуңғы һулышын алды һәм ата-бабаларына ҡушылды. 18Уның нәҫел-нәсәбе Хауиланан алып Шурға тиклемге ерҙәрҙә йәшәне, был ерҙәр Ашшурға барған юлда, Мысыр сигендә урынлашҡан. Тик ағай-энеләр үҙ-ара татыу булманы.
Яҡуп менән Ғаяз
19Бына Ибраһимдың улы Исхаҡтың нәҫел шәжәрәһе.
Ибраһимдың улы Исхаҡ 20Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны. 21Исхаҡ ҡатыны өсөн Раббыға ялбарҙы, сөнки Рабиға түлһеҙ ине. Раббы Исхаҡтың үтенесен ишетте, ҡатыны ауырға ҡалды. 22Сабыйҙар ҡорһағында бер-береһе менән тибешә башланы. Рабиға:
– Ни өсөн миңә былай булды әле? – тип аптырап, Раббынан һорарға китте. 23Раббы уға:
«Ике халыҡ һинең ҡарыныңда,
Ике халыҡ һинән яралыр.
Береһе икенсеһенән көслө булыр,
Өлкәне кесеһенә хеҙмәт итер», – тине.
24Рабиғаның бала табыр ваҡыты еткәс, игеҙәктәр тыуҙы. 25Тәүгеһе донъяға ҡып-ҡыҙыл һәм йәнлек тиреһе һымаҡ йөнтәҫ булып тыуҙы; уға Ғаяз#25:25 Ғаяз – йәһүд телендә «Ғесау» – «төклө» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡуштылар. 26Уның артынан, Ғаяздың үксәһенә йәбешеп, икенсеһе тыуҙы, уны Яҡуп#25:26 Яҡуп – йәһүд телендә «үксәһен тотҡан» тигән мәғәнәлә. тип атанылар. Улар тыуғанда Исхаҡҡа алтмыш йәш ине.
27Малайҙар үҫте. Ғаяз гел ялан ҡыҙырыр булды, мәргән һунарсы булып китте, ә Яҡуп сатырҙан сыҡмай торған тыныс егет ине. 28Исхаҡ Ғаязды яратыңҡырай, ул тотоп алып ҡайтҡан ҡош-ҡорт менән һыйланыу оҡшай ине. Ә Рабиға Яҡупты яҡыныраҡ күрҙе.
29Бер ваҡыт Яҡуп ашарға бешереп торғанда, Ғаяз арып һунарҙан ҡайтып инде.
30– Бынауы ҡыҙыл нәмәңде ашат әле, – тине ул Яҡупҡа. – Мин бик арыным. (Шунлыҡтан уға Эдом#25:30 Эдом – йәһүд телендә «ҡыҙыл» тигән мәғәнәлә. тигән ҡушамат тағылды.)
31Яҡуп уға:
– Тәүҙә һин миңә баш бала булыу баш бала булыу#25:31 Баш бала булыу – баш бала, йәғни иң өлкән ул, атаһының тоҡомон дауам итеүсе булған һәм закон буйынса ул ике өлөш мираҫ алған. хоҡуғын һат, – тине.
32– Мин хәҙер астан үләм! – тине Ғаяз. – Минең баш бала булыуымдан ни файҙа?
33– Тәүҙә ант ит! – тине Яҡуп. Ғаяз ант итеп Яҡупҡа баш бала булыу хоҡуғын бирҙе.
34Яҡуп Ғаязға икмәк килтерҙе, яҫмыҡтан бешергән ашын ашатты. Ғаяз ашап-эсте лә тороп китте, баш бала булыу хоҡуғына иҫе лә китмәне.
Currently Selected:
Башланмыш 25: БВЗ(н)
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.