YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 40

40
Йософтоң тотҡондарҙың төштәрен юрауы
1Ошо хәлдәрҙән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, батшаның шарап ҡойоусыһы менән икмәк бешереүсеһе үҙ хакимдары – Мысыр батшаһы алдында ғәйепкә тарыны. 2Фирғәүен был һанаттарына – баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксегә – бик ныҡ асыуланды ла 3уларҙы һаҡсылар түрәһе йортондағы төрмәгә, Йософ ултырған зинданға ябырға ҡушты. 4Һаҡсылар түрәһе Йософто уларға хеҙмәтсе итеп тәғәйенләне. Улар шулай бер ни тиклем ваҡыт зинданда бергә булдылар.
5Бына бер көндө Мысыр батшаһының зинданда тотҡон булып ултырған шарап ҡойоусыһы менән икмәксеһе төш күрҙе. Икеһенең төшө ике төрлө, мәғәнәләре лә төрлөсә ине. 6Йософ иртәнсәк улар янына ингәйне, быларҙың нимәгәлер күңелдәре тыныс түгел икәнен күрҙе.
7Йософ үҙе менән бергә һаҡсылар башлығының өйөндәге зинданда ултырған фирғәүен һарайы әһелдәренән:
– Ниңә бөгөн йөҙөгөҙ бик бойоҡ? – тип һораны.
8Улар Йософҡа:
– Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ, – тинеләр.
– Юрау Алла ихтыярында түгелме ни? – тине Йософ. – Төшөгөҙҙө миңә һөйләһәгеҙ ине.
9Шарап ҡойоусылар башлығы Йософҡа төшөн һөйләне:
– Миңә шундай төш керҙе: имеш, алдымда йөҙөм ағасы ботағы. 10Унан өс үҫенте киткән. Бына улар үҫә башланы ла, имеш, сәскә атты, шунан емештәр хасил булды, ҡараһам, бешеп тә еттеләр. 11Ҡулымда фирғәүендең һауыты икән, тим. Мин йөҙөм тәлгәшен өҙөп алдым да, һутын теге һауытҡа һығып, фирғәүенгә бирҙем.
12– Төшөңдөң мәғәнәһе шул, – тине уға Йософ. – Өс үҫенте – өс көн ул. 13Өс көн үтер – фирғәүен һине тағы күтәрер: элекке урыныңа кире ҡуйыр ҙа һин уға элеккесә шарап ҡойоп, шараплы туҫтаҡне уның ҡулына тоттороп торорһоң. 14Тик һин миңә лә ярҙам ит: үҙең бәхеткә ирешкәс, мине лә онотма, фирғәүен менән һөйләшкәндә минең турала йылы һүҙ әйт, бынан ҡотҡар мине! 15Мине ғивриҙәр еренән урлап алып килделәр. Бында ла зинданға бикләрлек бер нимә лә эшләмәнем!
16Баш икмәксе төштөң хәйерлегә юралыуын күреп, Йософҡа:
– Ә мин шундай төш күрҙем, – тине. – Башым өҫтөндә өс кәрзин, имеш; 17өҫкөһөндә фирғәүен өсөн бешерелгән төрлө-төрлө икмәктәр. Шул кәрзиндәге аҙыҡты ҡоштар суҡый икән, тим.
18– Һинең төшөңдөң мәғәнәһе былай, – тине уға Йософ. – Өс кәрзин – өс көн ул. 19Өс көн үткәс, фирғәүен һине лә күтәрер: һин дар ағасында аҫылынып торорһоң, ә тәнеңде ҡоштар суҡып өҙгөләр.
20Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарай әһелдәре өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шулар алдында баш шарап ҡойоусы менән баш икмәксене юғары күтәрҙе – 21шарап ҡойоусылар башлығын элекке урынына ҡайтарҙы; ул тағы шараплы туҫтаҡты фирғәүен ҡулына тоттороп тора башланы; 22ә баш икмәксене дарға аҫтырҙы – Йософ нисек әйтһә, шулай булды. 23Әммә шарап ҡойоусы Йософто ла, уның үтенесен дә онотто.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in