Башланмыш 48
48
Яҡуптың Менашше менән Әфраимға фатиха биреүе
1Бер аҙҙан Йософҡа: «Атайың ауырый», – тип хәбәр иттеләр. Ул ике улын – Менашше менән Әфраимды – үҙе менән алып юлға сыҡты.
2– Улың Йософ килде, – тинеләр Яҡупҡа.
Яҡуп, барлыҡ көсөн йыйып, түшәгендә тороп ултырҙы. 3Йософҡа былай тине:
– Бер ваҡыт Лузда, Ҡәнғән ерендә, миңә сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла күренде. Фатихаһын биреп, Ул: 4«Мин һинең тоҡомоңдо үрсемле һәм күп һанлы итәм, һинән бик күп халыҡ тараласаҡ, ә был ерҙе мәңгелеккә һинең нәҫел-ырыуыңа бирәм», – тип әйтте.
5– Инде хәҙер, һинең менән бергә, мин килгәнгә тиклем Мысырҙа тыуған ике улың да минеке, – тине Яҡуп Йософҡа. – Әфраим менән Менашше минең өсөн Рәүвән менән Шимғон кеүек үк. 6Ә уларҙан һуң тыуған балалар – һинеке, әммә улар ҙа оло ағаларының ырыуына ҡарар һәм уларҙың өлөшөнән мираҫ алыр.
7– Ә минең Рәхиләм, – тип дауам итте Яҡуп, – ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Паддандан ҡайтып килгән саҡта Ҡәнғәндә, Әфраҫанан алыҫ түгел юлда, вафат булды. Мин уны шунда – Әфраҫа юлында, йәғни Бейт-Ләхәмдә ерләнем.
8Исраил Йософтоң балаларына ҡарап:
– Кемдәр былар? – тип һораны.
9– Былар минең улдарым, – тине Йософ, – уларҙы Алла миңә ошонда бирҙе.
– Килтер уларҙы минең яныма, – тине Исраил, – фатихамды бирәйем.
10Исраилдың күҙҙәре ҡартлыҡтан томанланғайны инде – бик насар күрә ине. Йософ балаларын уның янына алып килде. Исраил уларҙы ҡосаҡлап үпте лә 11Йософҡа:
– Һинең йөҙөңдө күрергә лә өмөтөм юҡ ине, бына Алла балаларыңды ла күрергә насип итте, – тине.
12Йософ, улдарын атаһының тубығынан алды ла, уның алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды. 13Унан, кесе улы Әфраимды уң ҡулынан, өлкән улы Менашшены һул ҡулынан етәкләп, Исраил алдына алып килде. Улдарының кесеһе Исраилдың һул яғына, өлкәне уң яғына тура килә ине. 14Исраил, ҡулдарын алға табан салыштырып һуҙып, уң ҡулын кесеһе Әфраимдың, һул ҡулын баш бала булған Менашшеның башына һалды.
15Исраил, Йософто мөбәрәк ҡылып, былай тине:
– Аллам – Һинән айырылманы ата-бабам Ибраһим вә Исхаҡ!
Аллам – Һин бағыусымдыр минең ошо көнгә тиклем һәм һәр саҡ
16Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә
Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен!
Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме
Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен.
Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!
17Йософ атаһының уң ҡулын Әфраимдың башына һалғанын күрҙе лә, быны хушһынманы. Ул атаһының ҡулын Әфраимдан алып Менашшеның башына һалмаҡсы булды.
18– Улай түгел, атай, – тине Йософ. – Бына баш бала, уң ҡулыңды уның башына һал.
19Әммә Исраил баш тартты:
– Беләм, – тине, – беләм мин, улым. Менашшеның тоҡомонан дә бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп халыҡтарға башланғыс һалыр.
20Шул көндө Исраил ейәндәрен фатихалап былай тине:
– Киләсәктә үрнәк булыр исемегеҙ Исраилда:
«Алла һине Әфраим һымаҡ,
Менашше шикелле итһен!» –
тип ҡабатлар исраилдар хәйер-доға теләгәндә.
Шулай итеп, Яҡуп Әфраимды Менашшенан өҫтөн ҡуйҙы.
21Шунан Исраил Йософҡа былай тине:
– Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙең менән буласаҡ, ул һеҙҙе ата-бабаларығыҙҙың еренә кире ҡайтарасаҡ. 22Ә мин һиңә таулы ерҙе#48:22 Йәһүд телендә «таулы ерҙәр» һүҙбәйләнеше Шәхәм ҡалаһының атамаһы менән бер төрлө яңғырай. өҫтәп бирәм: һин ағай-энеләреңдән юғарыраҡ буласаҡһың. Мин уны әмөриҙәрҙән ҡылыс һәм уҡ менән яулап алғайным.
Currently Selected:
Башланмыш 48: БВЗ(н)
Highlight
Share
Copy
![None](/_next/image?url=https%3A%2F%2Fimageproxy.youversionapistaging.com%2F58%2Fhttps%3A%2F%2Fweb-assets.youversion.com%2Fapp-icons%2Fen.png&w=128&q=75)
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Bible Society in Russia, 2002-2007, 2010-2012, 2018.