YouVersion Logo
Search Icon

Башланмыш 49

49
Яҡуптың һуңғы һүҙҙәре
1Яҡуп улдарын саҡырып былай тине:
– Эргәмә йыйылығыҙ, киләсәктә һеҙҙе ниҙәр көткәнен һөйләйем.
2Бергәләшеп тыңлағыҙ, Яҡуп улдары,
Атағыҙ Исраилға ҡолаҡ һалығыҙ!
3Рәүвән, һин минең баш балам, ҡөҙрәтемһең,
Ирлек ғәйрәтемдең тәүге емешеһең.
Абруйың бөтәһенекенән дә өҫтөн,
Көс-ҡеүәтең һәммәһенекенән дә күп!
4Әммә һин ташҡын һыу һымаҡ дыуамалһың,
Инде хәҙер алдын була алмаҫһың.
Сөнки атайыңдың түшәгенә ятып,
Ятыр урынымды хәрәм ҡылдың.
5Шимғон менән Леви – бер туғандыр,
Ҡылыстары – рәхимһеҙлек ҡоралылыр!
6Уртаҡ түгел улар менән минең уйым,
Улар ҡорон урап үтә минең юлым.
Асыуҙарында улар кеше үлтерҙе,
Ҡыҙыҡ өсөн үгеҙ имгәттеләр.
7Әйҙә асыуҙары ҡәһәр алһын,
Сөнки улар үтә рәхимһеҙ.
Ҡарғыш төшһөн уларҙың рәхимһеҙ асыуына,
Сөнки улар сикһеҙ-самаһыҙ!
Мин уларҙы Яҡуп нәҫелендә бүлгесләрмен,
Исраил ҡәүеме араһында таратырмын!
8Йәһүҙә, ағай-энең данлар, маҡтар һине!
Дошмандарыңдың муйыны ҡулыңда булыр,
Атайыңдың улдары алдыңда баш эйер.
9Табышы өҫтөндә дәһшәтле ҡалҡынған
Йәш арыҫлан һин, Йәһүҙә.
Гүйә ул арыҫлан – ырғыр алдынан ергә һырыҡҡан –
Ошо хәлендә кем бар уны борсорға баҙнат иткән?
10Хужаһы#49:10 Хужаһы – йәһүд телендә «Хужаһы» йәки «Шило» йәиһә «Шилоға» тигән һүҙ. килгәнгә тиклем
Хакимлыҡ таяғы Йәһүҙәнең ҡулынан ысҡынмаҫ.
Етәкселек уның нәҫел-ырыуынан китмәҫ.
Ҡәүемдәр уның һүҙенән сыҡмаҫ.
11Уның ишәген бәйләр бау – йөҙөм ботағы булыр,
Ишәк балаһын бәйләр бау – йөҙөм тәлгәше булыр.
Кейемдәрен ул шарапта сайҡатыр,
Өҫтөндәге сапанын йөҙөм һутында йыуыр.
12Шараптан күҙҙәре янып торор,
Тештәре һөттән аҡ булыр.
13Ғүмер һөрөр Зевулун диңгеҙ яры буйында.
Караптар туҡтай торған урында.
Ерҙәренең сиге һуҙылыр Сидонға ҡәҙәр.
14Исасхар ул – көслө ишәк ише,
йөктәр араһында ята булыр;
15Ул тыныс һәм рәхәт урын,
Күңеленә ятҡан бер ер күрһә,
Йөк күтәрер өсөн һыртын ҡуйыр,
Ауыр хеҙмәткә буйһонор.
16Дан Исраил ырыуҙарының береһе булып
Үҙ халҡы өҫтөнән хөкөм ҡылыр.
17Дан йылан булыр юлда ятҡан,
юлға сығып ятҡан ағыулы йылан.
Аңғармаҫтан сағыр аттың аяғын,
һыбайлыһы арҡаһына йығылыр.
18Йә, Раббы! Ҡотҡарыуыңа өмөтләнәм.
19Кеше талаусылар Ғадтың юлын баҫыр,
Үҙҙәрен таларға тип арттарынан ул да осор.
20Ашерҙың ризығы мул булыр,
Батшалар унан һыйланыр.
21Нафтали – гүйә ирекле болан,
Матур-матур балалар тыуҙырған болан.
22Йософтоң булмышы – емешле йөҙөмдөр,
Инеш буйында үҫкән емешле ағастыр.
Ботаҡтары диуарҙар өҫтөнән ашыр.
23Уҡсылар уға асырғанып һөжүм иттеләр,
Дошманлашып өҫтөнә уҡ яуҙырҙылар.
24Әммә уның кереше булды һәр саҡ тартыулы,
Сөнки уның ҡул көсөнөң сығанағы –
Яҡуптың Ҡөҙрәтле Аллаһы,
Исраилдың ҡаяһы һәм Көтөүсеһе.
25Ул атайыңдың Аллаһы, Ул ярҙамын бирер,
Ул сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе – фатиха бирер.
Ул фатиха яуыр асмандан,
Ул фатиха ҡалҡыр упҡындан
һәм дә имсәк менән ҡарындан.
26Атайыңдың хәйер-доғаһы мәңгелек тауҙар,
Мәңгелек ҡалҡыулыҡтарҙан да артығыраҡ.
Был бәрәкәттәрҙең һәммәһе Йософ өлөшөнә төшһөн,
туғандары араһында иң өҫтөн торғанына насип итһен!
27Бинйәмин йыртҡыс бүрегә оҡшаш;
Иртәнге ауын ашап бөтөрөр,
Кисен яумалын өлөшләп бүлер.
28Исраил нәҫеленең ун ике ырыуы бына шулар. Аталары уларҙы мөбәрәк ҡылып ошо һүҙҙәрҙе әйтте һәм һәр береһенә уға тейешле фатихаһын бирҙе.
Яҡуптың вафаты
29Яҡуп, улдарына васыят әйтеп, былай тип бойорҙо:
– Оҙаҡламай мин үлеп ата-бабаларыма ҡушылырмын. Мине ата-бабаларым янына, хитти Ғәфрон баҫыуындағы мәмерйәлә ерләгеҙ. 30Был мәмерйә Ҡәнғән ерендә, Мамре янында, Махпела баҫыуында булыр, ә ул баҫыуҙы ҡартатайым Ибраһим хитти Ғәфрондан зыярат урыны итеп һатып алған. 31Ибраһим менән ҡатыны Сара ла, Исхаҡ менән ҡатыны Рабиға ла шунда дәфен ҡылынған, мин Лиәне лә шунда ҡуйҙым. 32Баҫыу менән ундағы мәмерйә хиттиҙәрҙән һатып алынған.
33Улдарына ошо васыяттарын әйтеп бөткәндән һуң, Яҡуп түшәгенә һуҙылып ятты ла, һуңғы һулышын алып, халҡының ата-бабалары менән ҡушылды.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in