YouVersion Logo
Search Icon

Ғәмәлдәр 3

3
Аҡһаҡтың атлап китеүе
1Бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, доға ҡылыу ваҡытында, Петрус менән Яхъя Алла йортона килде. 2Шул мәл тыумыштан аҡһаҡ бер кешене алып килделәр. Уны көн һайын Алла йортоноң Матур тип аталған ҡапҡаһы янына ултыртып, инеүселәрҙән саҙаҡа һорарға ҡалдырып китәләр ине. 3Алла йортона инеп барған Петрус менән Яхъяны күреп, был кеше уларҙан да хәйер һораны. 4Петрус менән Яхъя уға текләп ҡараны.
– Беҙгә ҡара, – тине Петрус.
5Теге кеше, ни ҙә булһа алырға өмөтләнеп, уларға баҡты. 6Әммә Петрус:
– Минең алтын-көмөшөм юҡ, ләкин нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса Мәсих исеменән бойорам: тор ҙа атлап кит! – тип, 7уны уң ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Шунда уҡ аҡһаҡтың аяҡ быуындары нығынды. 8Ул һикереп торҙо ла атлай башланы, Алланы маҡтай-маҡтай, ырғып-һикереп йөрөнө, Петрус менән Яхъяға эйәреп, Алла йортона инде. 9Бөтә халыҡ был кешенең атлап киткәнен һәм Алланы маҡтағанын күрҙе. 10Кешеләр уның Матур ҡапҡа төбөндә хәйер һорашып ултырған әҙәм икәнен танығайны, шуға уның менән булған хәлгә иҫтәре китеп хайран ҡалды.
Петрустың Алла йортонда һөйләгән вәғәзе
11 # 3 Бат 6:3. Әлеге һауыҡҡан кеше Петрус менән Яхъянан ҡалмағас, аптырашта ҡалған халыҡ уларҙы Сөләймәндең айуаны#3:11 Сөләймәндең айуаны – бағаналарҙан торған өҫтө ябыулы асыҡ ҡоролма. Алла йорто янында урынлашҡан булған. тип аталған урында уратып алды. 12Петрус, быны күргәс, халыҡҡа:
– Исраилдар! Ниңә аптырап ҡалдығыҙ? – тине. – Әллә уны үҙ ҡөҙрәтебеҙ йәки диндарлығыбыҙ менән һауыҡтырған тип уйлап беҙгә текәлдегеҙме? 13Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данын шулай күтәрҙе, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ. Пилатос Уны азат итергә ҡарар иткәндә, һеҙ Пилатос алдында Унан баш тарттығыҙ. 14Һеҙ, Изге һәм Хаҡ булғандан ваз кисеп, кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы талап иттегеҙ. 15Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ! Ләкин Алла Уны терелтте, беҙ быға шаһит булдыҡ. 16Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман күҙ алдығыҙҙа уны тулыһынса һауыҡтырҙы.
17– Хәҙер, туғандар, аңлайым: һеҙ, быны башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петрус. – 18Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барлыҡ пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы. 19Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ юйылһын өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ. 20Шулай итһәгеҙ, Раббынан яңырыу осоро килер, Ул һеҙгә алдан билдәләнгән Мәсихте – Ғайсаны ебәрер. 21Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш.
22 # Ҡнн 18:15, 18-19. Муса: «Аллағыҙ Раббы һеҙгә ҡәрҙәштәрегеҙ араһынан минең кеүек бер Пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр. Нимә генә тиһә лә, һеҙ бар нәмәлә Уны тыңларға тейешһегеҙ. 23Ул Пәйғәмбәрҙең әйткәндәрен тыңламаған һәр кем Алла халҡы араһынан юҡ ителәсәк», – тигән бит.
24Шемуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте. 25#Баш 22:18.Һеҙ – пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары. Алла Ибраһимға: «Ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатиха алыр», – тип, аталарығыҙ менән килешеү төҙөгән. Ошо килешеүгә һеҙ ҙә инәһегеҙ. 26Алла Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелткәс, фатихаһын биреү һәм һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәренән аралау өсөн, Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in