YouVersion Logo
Search Icon

Ғәмәлдәр 4

4
Петрус менән Яхъя Юғары кәңәшмә алдында
1-2Петрус һәм Яхъя халыҡ менән һөйләшкән арала, улар янына ҡаһиндар, Алла йорто һаҡсылары башлығы һәм саддукейҙар#4:1-2 Саддукейҙар – боронғо йәһүдтәрҙең дини төркөмө. килде. Ғайсаның терелеүе нигеҙендә үленән терелеү тураһында вәғәз һөйләп, халыҡты өйрәткән Ғайса илселәренә уларҙың асыуҙары килде. 3Петрус менән Яхъяны ҡулға алып, инде кис булғанлыҡтан, иртәгәһе көнгәсә уларҙы һаҡ аҫтында тоттолар. 4Тыңлап тороусыларҙың күбеһе илселәр һөйләгән вәғәзгә ышанды, һәм иманға килеүсе ирҙәрҙең һаны биш меңгә етте.
5Икенсе көндө Йәрүсәлимдә йәһүд башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. 6Иң баш ҡаһин Ханнас, Ҡаяфас, Яхъя, Искәндәр һәм баш ҡаһин ырыуынан булған бүтәндәр ҙә шунда ине.
7Петрус менән Яхъяны уртаға баҫтырып, уларҙан һорау ала башланылар:
– Һеҙ быларҙың барыһын да ниндәй ҡөҙрәт менән һәм кем исеменән башҡарҙығыҙ?
8Шул ваҡыт Петрус, Изге Рух менән һуғарылып:
– Халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар! – тине. – 9Әгәр ҙә бөгөн беҙҙән ғәрипкә күрһәткән яҡшылығыбыҙ һәм уны нисек итеп һауыҡтырыуыбыҙ хаҡында яуап талап итәһегеҙ икән, 10һеҙ ҙә, бөтә Исраил халҡы ла белһен: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, әммә Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды. 11#Зәб 117:22.Ғайса – ул
«һеҙ төҙөүселәр ташлаған һәм
иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш».
12Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Был күктең аҫтында кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алған башҡа исем юҡ, – тине Петрус.
13Юғары кәңәшмә ағзалары Петрус менән Яхъяның ҡыйыулығын күрҙеләр һәм, уларҙың уҡымаған, ябай кешеләр икәнен белеп, хайран ҡалдылар. Шунан һуң ғына уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнен аңланылар. 14Һауыҡҡан кешенең дә улар янында тороуын күргәс, ҡаршы һүҙ әйтә алманылар һәм 15уларға Кәңәшмәнән сығып торорға ҡуштылар.
16– Был кешеләр менән нимә эшләргә? Уларҙың бөйөк мөғжизә ҡылыуы бар Йәрүсәлим халҡына билдәле. Беҙ быны инҡар итә алмайбыҙ. 17Әммә, был хаҡта халыҡ араһында һүҙ ҡуйырмаһын өсөн, әйҙәгеҙ, бынан ары был Кеше исеменән бер кемгә лә һөйләнеп йөрөмәһендәр, тип ҡурҡытып ҡуяйыҡ, – тип үҙ-ара кәңәш ҡорҙолар.
18Шунан Петрус менән Яхъяны ҡабаттан саҡырып индерҙеләр ҙә Ғайса исеменән бер ҡасан да һүҙ һөйләмәҫкә һәм өйрәтмәҫкә ҡуштылар. 19Әммә тегеләр:
– Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алла һүҙен түгел, һеҙҙең һүҙҙе тыңлаһаҡ, был Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы һуң? 20Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.
21Юғары кәңәшмә ағзалары, яза бирерлек сәбәп таба алмағас, тағы бер тапҡыр янап, Петрус менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Сөнки булған хәл айҡанлы бөтөн халыҡ Алланы данлай ине. 22Ни өсөн тигәндә, һауығыу мөғжизәһен татыған теге кеше ҡырҡ йәштән уҙғайны инде.
Иманлылар ҡылған доға
23Иреккә сығарылғас, Петрус менән Яхъя иптәштәре янына килде, уларға баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар әйткән һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙеләр. 24Быны ишеткән имандаштар көр тауыш менән бергәләшеп Аллаға доға ҡылды:
– Бөйөк Хакимыбыҙ! Һин күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтерҙең. 25#Зәб 2:1-2.Изге Рух аша Үҙеңдең хеҙмәтсең, беҙҙең атабыҙ Дауыттың ауыҙынан шулай тип әйттерҙең:
«Ни өсөн халыҡтар ҡоторона,
өммәттәр булмаҫтайҙы ниәт итә?
26Ерҙәге батшалар баш күтәрә,
хакимдар Раббыға һәм Уның Мәсихенә
ҡаршы берләшә».
27Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште. 28Улар Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың менән буласағы алдан билдәләнгән эште атҡарҙы. 29Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҡыйыу рәүештә һөйләргә ҡөҙрәт бир. 30Ҡулыңды һуҙ һәм Изге Хеҙмәтсең Ғайса исеме менән һауыҡтыр, хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәт.
31Доға ҡылғандан һуң улар торған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды, Алла һүҙен ҡыйыу рәүештә һөйләй башланылар.
Иманлыларҙың бөтә нәмәһе уртаҡ
32Иманға килеүселәр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Береһе лә үҙ милкен, минеке генә, тип һанаманы, бөтә нәмәләре уртаҡ ине. 33Мәсих илселәре Раббы Ғайсаның үленән терелеп тороуы тураһында ҙур көс һалып шаһитлыҡ ҡылды һәм Алла уларҙың барыһына ла Үҙенең мәрхәмәтен мул итеп биреп торҙо. 34Иманлылар араһында бер кем дә мохтажлыҡ кисермәне, сөнки ерҙәре йәки өйҙәре булғандары, уларҙы һатып, аҡсаһын 35илселәр ҡарамағына тапшыра ине. Был аҡсалар һәр кемгә ихтыяжына ҡарап бүлеп бирелде. 36Мәҫәлән, илселәр Барнабас (йәғни «Йыуаныс улы») тип йөрөткән, Кипрҙа тыуған Йософ исемле бер леви, 37үҙенең ерен һатып, аҡсаһын илселәргә алып килеп бирҙе.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in