Яхъя 13
13
Ғайсаның шәкерттәренең аяҡтарын йыуыуы
1Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына күсер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте.
2Иблис Шимғон Искариот улы Йәһүҙәнең күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында 3Атаның бөтә нәмәне Уның ҡулына тапшырғанын һәм Үҙенең Алланан килеп Алла хозурына китәсәген белеп, 4Ғайса өҫтәл артынан торҙо ла, өҫ кейемен сисеп, биленә таҫтамал ураны. 5Шунан тасҡа һыу ҡойоп, шәкерттәренең аяҡтарын йыуа башланы, йыуған береһен билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы.
6Сират Шимғон Петрусҡа етте. Петрус:
– Хакимым! Һинме минең аяҡтарымды йыуаһың? – тине.
7– Һин әлегә Минең нимә эшләүемде аңламайһың. Әммә аҙағыраҡ төшөнөрһөң, – тип яуап бирҙе Ғайса.
8– Һин бер ҡасан да минең аяҡтарымды йыуырға тейеш түгелһең! – тине Петрус.
– Әгәр йыумаһам, Минең менән бер уртаҡлығың да булмаҫ, – тине Ғайса.
9– Хакимым! – тине Шимғон Петрус. – Улайһа, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыу!
10– Йыуынған кешене йыуып тороуҙың хәжәте юҡ, уның бөтә тәне таҙа була, аяҡтарын ғына йыуырға кәрәк. Һеҙ бит таҙаһығыҙ, тик бөтәгеҙ ҙә түгел, – тине Ғайса. 11Үҙенә кемдең хыянат итәсәген белгәнгә күрә Ул: «Бөтәгеҙ ҙә таҙа түгелһегеҙ», – тине.
12Ғайса, шәкерттәренең аяҡтарын йыуып бөткәс, кейемен кейеп, яңынан урынына барып ултырҙы.
– Һеҙҙең өсөн нимә эшләгәнемде аңлайһығыҙмы? – тип һораны Ул. – 13Һеҙ Мине Остаз һәм Хаким тип атайһығыҙ. Дөрөҫ әйтәһегеҙ: Мин – Остаз һәм Хаким. 14Әгәр ҙә Мин, һеҙҙең Хакимығыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ. 15Минең кеүек эшләрһегеҙ тип, һеҙгә үрнәк күрһәттем. 16Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хеҙмәтсе үҙенең хужаһынан ҙурыраҡ түгел, илсе лә үҙен ебәргәндән ҙур түгел. 17Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.
18 #
Зәб 40:10. Мин бөтәгеҙ тураһында ла әйтмәйем. Үҙем һайлап алған кешеләрҙе Мин беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡаршы баш күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш. 19Ул хәлдәр булған ваҡытта һеҙ Минең Шул#13:19 Мин – Шул – 8:24-се аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ. икәнлегемә ышанһын өсөн, Мин һеҙгә уларҙы алдан уҡ һөйләйем. 20Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәргәнде ҡабул итә.
Ғайсаның хыянатсы Йәһүҙәне фаш итеүе
(Маҫ 26:20-25; Мрк 14:17-21; Лк 22:21-23)
21Быны әйткәндән һуң Ғайса ҙур тулҡынланыу менән:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.
22Уның кем хаҡында һөйләгәнен аңлап етмәгән шәкерттәре, аптырашта ҡалып, бер-береһенә ҡарашты. 23Уларҙың береһе – яратҡан шәкерте – Ғайсаның янында ғына ултыра ине. 24Шимғон Петрус, Ғайсаның кем хаҡында һөйләүен һорарға ҡушып, уға ишара яһаны. 25Шәкерт, Ғайсаға тағы ла нығыраҡ яҡынайып:
– Хакимым, ул кем? – тип һораны.
26Ғайса:
– Мин бер һыныҡ икмәкте манып кемгә бирәм, шул, – тип яуап ҡайтарҙы ла, бер һыныҡ икмәкте ашына манып, Шимғон Искариот улы Йәһүҙәгә бирҙе. 27Йәһүҙә һыныҡты ҡулына алыу менән уның эсенә Иблис инде. Ғайса уға:
– Ҡылаһы эшеңде тиҙерәк ҡыл, – тине.
28-29Әммә Ғайсаның нилектән шулай тип әйткәнен табындағыларҙың береһе лә аңламаны. Аҡса янсығы Йәһүҙәлә булғанлыҡтан, ҡайһы берәүҙәр, Ғайса уға байрамға ризыҡ һатып алырға йәки аҡсаның бер өлөшөн фәҡирҙәргә таратып бирергә ҡушҡандыр, тип уйланы. 30Һыныҡты алыу менән Йәһүҙә сығып китте. Төн ине.
«Яңы бойороҡ бирәм:
бер-берегеҙҙе яратығыҙ»
31Ул сығып киткәс, Ғайса былай тине:
– Бына хәҙер Әҙәм Улы шөһрәт алды һәм Унда Алланың шөһрәте күренде. 32Әгәр ҙә Алла Уның аша Үҙ шөһрәтендә күрһәтелгән икән, Ул Әҙәм Улының шөһрәтен Үҙендә күрһәтәсәк, һәм был тиҙ арала буласаҡ. 33Балаларым, Мин инде янығыҙҙа оҙаҡ булмам. Мине эҙләрһегеҙ, ләкин, йәһүдтәргә әйткән һүҙҙәремде хәҙер һеҙгә лә ҡабатлайым: «Мин китә торған урынға һеҙ бара алмаҫһығыҙ».
34Һеҙгә яңы бойороҡ бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратҡан булһам, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе шулай яратығыҙ. 35Бер-берегеҙҙе яратһағыҙ, һеҙҙең Минең шәкерттәрем икәнегеҙҙе барыһы ла белер.
36Шимғон Петрус Унан:
– Хакимым, Һин ҡайҙа китәһең? – тип һораны.
Ғайса:
– Мин китә торған урынға һин әле Минең менән бара алмайһың, әммә аҙаҡ барасаҡһың, – тип яуап бирҙе.
37– Хакимым, ниңә Һинең артыңдан хәҙер бара алмайым? Мин Һинең өсөн йәнемде фиҙа ҡылырға әҙер! – тине Петрус.
38Ғайса уға:
– Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине.
Currently Selected:
Яхъя 13: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023