Лукас 5
5
Ғайсаның беренсе шәкерттәре
(Маҫ 4:18-22; Мрк 1:16-20; Ях 1:40-42)
1Бер ваҡыт, Геннисарет күле#5:1 Геннисарет күле – был күлде Галилея диңгеҙе тип тә атағандар. буйында, Алла һүҙен тыңларға тип йыйылған халыҡ Ғайсаны төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлай башланы. 2Шул ваҡыт Ғайса күл ярына килеп туҡтаған ике кәмәне күреп ҡалды. Балыҡсылар, кәмәләрҙән төшөп, ауҙарын йыуып йөрөйҙәр ине. 3Ғайса уларҙың береһенә ултырҙы ла, ә ул кәмә Шимғондыҡы ине, ярҙан бер аҙ китергә һораны һәм кәмәлә ултырған көйө халыҡты аң-белемгә өйрәтә башланы. 4Һүҙен тамамлағас, Шимғонға:
– Тәрәнгәрәк барып, иптәштәрең менән ау һалығыҙ! – тине.
5– Остаз! Беҙ төнө буйы йөрөнөк, әммә бер нәмә лә тота алманыҡ. Шулай ҙа, Һин ҡушаһың икән, ау һалам, – тип яуап ҡайтарҙы Шимғон.
6Шулай эшләнеләр, һәм уларға бик күп балыҡ эләкте, хатта ауҙары бүҫелә башланы. 7Ҡул болғап, балыҡсылар иптәштәрен ярҙамға саҡырҙы. Иптәштәре килеп, ике кәмәне лә балыҡ менән тултырғас, кәмәләр бата яҙҙы. 8Шимғон Петрус был хәлде күреп:
– Хакимым, кит минең янымдан! Мин гонаһлы, – тип Ғайсаның тубығына йығылды. 9Балыҡтың күп эләгеүе Шимғон Петрусты ла, уның менән булғандарҙы ла ҡурҡыуға һалды. 10Шулай уҡ Шимғондың иптәштәре – Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән Яхъяның да ҡото алынды.
Ғайса Шимғонға:
– Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тине.
11Балыҡсылар кәмәләрен ярға сығарҙы ла, бөтә нәмәләрен шунда ҡалдырып, Ғайсаға эйәреп китте.
Махаулыны һауыҡтырыу
(Маҫ 8:2-4; Мрк 1:40-44)
12Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килде. Ғайсаны күргәс, алдына йығылып:
– Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы.
13Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды:
– Эйе, теләйем, таҙарын!
Был кешенең махауы шунда уҡ юҡҡа сыҡты.
14 #
Лев 14:1-32. Ғайса был турала берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты:
– Ҡаһинға барып күрен һәм һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр.
15Ғайса тураһындағы хәбәр тағы ла нығыраҡ таралды. Уны тыңлау һәм ауырыуҙарынан һауығыу өсөн янына бик күп кеше ағылды. 16Ғайса иһә аулаҡ урындарға барып доға ҡылыр булды.
Фалиж һуҡҡан кешене һауыҡтырыу
(Маҫ 9:2-8; Мрк 2:3-12)
17Бер тапҡыр, Ғайса халыҡҡа аң-белем биргән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Йәрүсәлимдән килгән фарисейҙар#5:17 Фарисейҙар – боронғо йәһүдтәрҙең дини төркөмө. менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултыра ине. Раббы ҡөҙрәте Ғайса менән ине, һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы.
18Бына бер нисә кеше фалиж#5:18 Фалиж – руссаһы: паралич. һуҡҡан берәүҙе ятҡан түшәге менән бергә күтәреп алып килде һәм уны, Ғайса алдына һалыр өсөн, өйгә алып инергә тырышты. 19Ләкин халыҡ араһынан үтергә юл таба алмағанлыҡтан, өй башына менеп, ҡыйығын һүтеп, ауырыуҙы түшәге менән бергә төркөм уртаһына, Ғайсаның алдына төшөрҙөләр. 20Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға:
– Дуҫым, һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.
21Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башланы:
– Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем ярлыҡай ала?
22Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп:
– Ни өсөн һеҙ шулай уйлайһығыҙ? – тип һораны. – 23Нимә тип әйтеү еңелерәк? «Гонаһтарың ғәфү ителде», – типме, әллә: «Тор ҙа атлап кит», – типме? 24Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының#5:24 «Әҙәм Улы» тип Ғайса Үҙен әйтә (ҡарағыҙ: «Даниил», 7:13). ерҙә гонаһтарҙы ярлыҡарға хакимлығы бар. – Ул фалиж һуҡҡан кешегә өндәште: – Мин һиңә бойорам: тор ҙа, түшәгеңде алып, өйөңә ҡайт!
25Теге барыһының күҙ алдында йәһәт кенә торҙо ла, ятҡан түшәген алып, Алланы данлап, ҡайтып китте.
26Таң ҡалып, барыһы ла Алланы данланы. Ҡоттары осоуҙан:
– Беҙ бөгөн иҫ киткес нәмәләр күрҙек, – тинеләр.
Ғайсаның Левиҙе Үҙ артынан саҡырыуы
(Маҫ 9:9-13; Мрк 2:14-17)
27Ошонан һуң Ғайса был урындан китеп барҙы. Һалым йыйыу урынында ултырған Леви исемле һалым йыйыусыны күреп, уға:
– Миңә эйәр, – тине.
28Леви торҙо ла, бөтә нәмәһен ҡалдырып, Уның артынан эйәрҙе.
29Үҙенең өйөндә Леви Ғайса хөрмәтенә оло табын ҡорҙо. Табынға һалым йыйыусылар һәм башҡа кешеләр ҙә күп килде. 30Фарисейҙар һәм уларға ҡараған ҡанун белгестәре, асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдерҙе:
– Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?
31– Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк, – тип яуап бирҙе Ғайса уларға. – 32Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы тәүбәгә саҡырырға килдем.
Ураҙа тотоу тураһында һорау
(Маҫ 9:14-17; Мрк 2:18-22)
33Ҡайһы бер кешеләр Ғайсаға:
– Яхъяның шәкерттәре лә, фарисейҙыҡылар ҙа ураҙаны йыш тота һәм доға ҡыла, ә Һинең шәкерттәрең ашай һәм эсә! – тине.
34– Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтарҙы ураҙа тоторға мәжбүр итеү мөмкинме? 35Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ, – тине Ғайса һәм 36кинәйә менән һүҙен дауам итте:
– Бер кем дә иҫке кейемгә яңы кейемдән йыртып алынған ямаулыҡ һалмай, юғиһә яңыһы ла әрәм була, иҫкеһенә лә яңы туҡыманан ямаулыҡ бармай. 37Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә яңы шарап турһыҡты йыртыр ҙа шарап ағып бөтөр, турһыҡ әрәм булыр. 38Яңы шарап яңы турһыҡҡа тултырылырға тейеш. 39Бер кемдең дә, иҫке шарапты эскәндән һуң, яңыһын эскеһе килмәҫ. «Иҫкеһе яҡшыраҡ шул», – тип әйтер.
Currently Selected:
Лукас 5: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: