Лукас 6
6
Шәмбе көнө тураһында
(Маҫ 12:1-8; Мрк 2:23-28)
1 #
Ҡнн 23:25. Бер тапҡыр, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үткәндә, шәкерттәре башаҡ өҙөп ала ла, устарында ыуып, бойҙай ашап бара ине. 2Фарисейҙарҙың ҡайһы берәүҙәре уларҙан:
– Ни өсөн һеҙ шәмбе көндө тыйылғанды эшләйһегеҙ? – тип һораны.
3– Дауыт менән уның юлдаштары асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында уҡығанығыҙ юҡмы ни? 4#1 Бат 21:1-6; Сығ 25:30.Ул, Алла йортона инеп, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе алған: үҙе лә ашаған, юлдаштарына ла биргән, ә ҡанун буйынса уларҙы ҡаһиндарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәй, – тип яуапланы Ғайса 5һәм:
– Әҙәм Улы – шәмбе көнөнөң хужаһы, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Ҡулы ҡороған кешене һауыҡтырыу
(Маҫ 12:9-14; Мрк 3:1-6)
6Икенсе бер шәмбелә Ғайса ғибәҙәтханаға инеп халыҡты өйрәтте. Унда уң ҡулы ҡороған берәү бар ине. 7Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көндө берәйһен һауыҡтырмаҫмы икән тип, Уны күҙәтте. 8Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, ҡулы ҡороған кешегә:
– Уртаға сығып баҫ! – тине.
Теге кеше сығып баҫты.
9Шул саҡ Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан:
– Мин һеҙгә шундай һорау бирәм: шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны.
10Ғайса бөтөнөһөнә күҙ йөрөтөп сыҡты ла теге кешегә:
– Ҡулыңды һуҙ! – тип бойорҙо.
Теге кеше ҡушылғанды үтәне, һәм ҡулы һауыҡты. 11Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуы ҡабарҙы, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорҙо.
Ун ике илсене һайлап алыу
(Маҫ 10:2-4; Мрк 3:13-19; Ғмл 1:13)
12Шул көндәрҙә Ғайса доға ҡылырға тип тауға артылды һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡты. 13Иртәгеһен шәкерттәрен Үҙе янына саҡырҙы, араларынан ун икеһен һайлап алып, уларҙы илселәр тип атаны. 14Улар – Ғайса Петрус тип атаған Шимғон, уның ҡустыһы Әндриас, Яҡуп һәм Яхъя, Филиппус һәм Барҫоломай, 15Маҫҫайос һәм Томас, Алфай улы Яҡуп һәм Көрәшсе ҡушаматлы Шимғон#6:15 Көрәшсе Шимғон – был исем Шимғондың Рим хакимлығын көс менән бәреп төшөрөүҙе яҡлап көрәшкән йәһүдтәр төркөмөнөң ағзаһы икәнлегенә ишара булыуы ихтимал. 16Яҡуп улы Йәһүҙә һәм аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.
Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуы
(Маҫ 5:3-12)
17Ғайса илселәр менән бергә тауҙан тигеҙлеккә төштө. Унда Уның күп кенә шәкерттәре һәм бөтә Йәһүҙиәнән дә, Йәрүсәлимдән дә, диңгеҙ буйындағы Тир һәм Сидон яҡтарынан да бик күп халыҡ йыйылды. 18Улар Ғайсаны тыңларға, ауырыуҙарынан арынырға килгәйне. Яуыз рухтарҙан ғазап сиккән кешеләр ҙә һауыҡты. 19Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышты, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтыра ине.
«Кем бәхетле?»
(Маҫ 5:2-12)
20Ғайса шәкерттәренә ҡарап былай тине:
– Ярлылар, һеҙ бәхетле,
сөнки Алла батшалығы һеҙҙеке;
21 #
Ишғ 55:1-2. #
Зәб 125:5-6. әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле,
сөнки туясаҡһығыҙ;
әле илаусылар, һеҙ бәхетле,
сөнки көләсәкһегеҙ.
22Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле. 23Шул көндә шатланығыҙ һәм ҡыуаныстан һикерегеҙ, сөнки күктә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Ул кешеләрҙең ата-бабалары ла пәйғәмбәрҙәр менән шулай эшләгән.
24Байҙар, һеҙгә ҡайғы,
сөнки етерлек йыуандығыҙ.
25Әлеге мәлдә туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы,
сөнки асығырһығыҙ.
Әлеге мәлдә көлөүселәр, һеҙгә ҡайғы,
сөнки хәсрәтләнерһегеҙ һәм иларһығыҙ.
26Бар кешеләр ҙә һеҙҙе маҡтай икән, һеҙгә ҡайғы! Ул кешеләрҙең ата-бабалары ла ялған пәйғәмбәрҙәрҙе шулай маҡтаған!
«Дошмандарығыҙҙы яратығыҙ»
(Маҫ 5:38-48; 7:12)
27 #
Сығ 23:4-5; Хик 25:21. Һеҙгә, Мине тыңлаусыларға, әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, һеҙҙе күрә алмаусыларға яҡшылыҡ ҡылығыҙ, 28үҙегеҙҙе ҡарғаған кешеләргә фатихағыҙҙы бирегеҙ һәм рәнйетеүселәр өсөн доға ҡылығыҙ. 29Бер яңағыңа һуҡҡан кешегә икенсе яңағыңды ла ҡуй, өҫкө кейемеңде тартып алыусыға күлдәгеңде лә тартып алырға ҡамасаулама. 30#Хик 3:27.Һораған һәр кешегә һорағанын бир, үҙеңдекен алған кешенән кире һорама.
31Башҡаларҙың һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, уларға шуны уҡ эшләгеҙ. 32Үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, һеҙгә нимә өсөн рәхмәт әйтергә һуң? Гонаһлылар ҙа үҙҙәрен яратҡан кешеләрҙе ярата. 33Үҙегеҙгә яҡшылыҡ эшләүселәргә генә яҡшылыҡ ҡылһағыҙ, һеҙгә ни өсөн рәхмәт әйтергә? Гонаһлылар ҙа шулай эшләй. 34Бурысҡа биргәндә, кире алырмын, тип уйлап бирһәгеҙ, һеҙгә ни өсөн рәхмәт әйтергә? Гонаһлылар ҙа бер-береһенә бурысҡа биргәндә шул уҡ кимәлдә кире ҡайтарыуға иҫәп тота. 35Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Юғарыларҙан Юғарының балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы. 36#Зәб 102:8, 13.Атағыҙ шәфҡәтле булған кеүек, һеҙ ҙә шәфҡәтле булығыҙ.
Кешеләргә булған мөнәсәбәт тураһында
(Маҫ 7:1-5)
37Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ. Ғәйепләмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәйепләнмәҫһегеҙ. Ғәфү итегеҙ, үҙегеҙ ҙә ғәфү ителерһегеҙ. 38#Хик 19:17.Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар.
39Ғайса Үҙен тыңлаусыларға кинәйәләп һөйләне:
– Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара аламы? Икеһе лә соҡорға ҡолап төшмәҫме? 40Шәкерт үҙенең остазынан өҫтөн булмай, ләкин, өйрәнеп алғандан һуң, һәр береһе остазы кеүек була.
41Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың? 42Үҙ күҙеңдәге бүрәнәне күрмәй тороп, туғаныңа: «Ағай, күҙеңдәге сүпте алайым әле!» – тип нисек әйтә алаһың? Эй, ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.
Ағас һәм уның емештәре
(Маҫ 7:16-20; 12:33-35)
43Бер яҡшы ағас та насар емеш бирмәй, һәм, киреһенсә, бер насар ағас та яҡшы емеш бирмәй. 44Һәр ағас емешенә ҡарап беленә. Билсәндән – инжир, ә сәнскәктән йөҙөм йыймайҙар. 45Яҡшы кеше үҙ күңелендәге яҡшылыҡ һандығынан яҡшылыҡ сығара, ә яман кеше үҙ күңелендәге яманлыҡ һандығынан яманлыҡ сығара. Сөнки кеше күңелендә ни йөрөй, телендә лә шул була.
Ике төҙөүсе
(Маҫ 7:24-27)
46Ни өсөн һеҙ Миңә: «Хакимым, Хакимым», – тип өндәшәһегеҙ, ә үҙегеҙ әйткәндәремде үтәмәйһегеҙ? 47Минең яныма килеп, һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәүсене кемгә тиңләп була? Һеҙгә әйтәм: 48ул, өй төҙөгән саҡта, ерҙе тәрән итеп ҡаҙып, өйөн таш нигеҙ өҫтөнә һалған кеше һымаҡ. Ташҡын ваҡытында ярҙарынан сыҡҡан һыу, шул өйгә килеп бәрелеп тә, уны ҡаҡшата алмай, сөнки ныҡ итеп төҙөлгән. 49Ә инде Мине ишетеп тә, һүҙҙәремде үтәмәгән кеше – нигеҙ ҡормайынса ғына ер өҫтөнә өй һалған кеше һымаҡ. Ташҡын һыу өйгә килеп бәрелгән, өй шунда уҡ ауған һәм тулыһынса емерелгән.
Currently Selected:
Лукас 6: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: