Маҫҫайос 25
25
Ун ҡыҙ тураһында ҡисса
1Ул ваҡытта Күктәр Батшалығы, ҡулдарына яҡтыртҡыс тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан ун ҡыҙға оҡшаш булыр. 2Ҡыҙҙарҙың бишеһе – алйот, бишеһе иһә аҡыллы булған. 3Алйоттары яҡтыртҡыстар алған, ә улар өсөн май алмаған. 4Аҡыллылары иһә яҡтыртҡыстар менән бергә һауыттарҙа май ҙа алған. 5Кейәү тотҡарланыу арҡаһында, ҡыҙҙар ойоп киткән һәм йоҡоға талған.
6Төн уртаһында: «Кейәү килә, уны ҡаршыларға сығығыҙ!» – тип ҡысҡырған тауыш ишетелгән. 7Шунда бөтә ҡыҙҙар уянып, яҡтыртҡыстарын рәтләргә тотонған. 8Алйоттары аҡыллы ҡыҙҙарға: «Беҙҙең яҡтыртҡыстарыбыҙ һүнә, әҙерәк май бирегеҙсе», – тип үтенгән. 9Ә аҡыллылары: «Юҡ, беҙҙең май бөтәбеҙгә лә етмәҫ. Иң яҡшыһы, һатыусыларға барығыҙ ҙа үҙегеҙгә май һатып алығыҙ», – тип яуап биргән.
10Тегеләр май һатып алып йөрөгән арала, кейәү килеп еткән. Уны ҡаршыларға әҙер торған ҡыҙҙар иһә кейәү менән бергә туй мәжлесенә инеп киткән һәм артынан ишек ябылған.
11Бынан һуң бүтән ҡыҙҙар ҙа килеп етеп: «Әфәнде, әфәнде, беҙгә ишек ас!» – тип үтенгән. 12Ләкин ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин һеҙҙе белмәйем», – тип яуап ҡайтарған.
13Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ.
Таланттар хаҡында ҡисса
(Лк 19:12-27)
14Күктәр Батшалығы ул ваҡытта шулай булыр: бер кеше, сәфәргә сығып китер алдынан, хеҙмәтселәрен саҡырып, үҙенең мал-мөлкәтен уларға ышанып тапшырған. 15Һәр ҡайһыһының һәләтенә ҡарап, береһенә ул биш талант, икенсеһенә ике талант, өсөнсөһөнә бер талант күләмендә аҡса биргән дә үҙе юлға сыҡҡан. 16Биш талант алғаны уны шунда уҡ эшкә файҙаланған һәм өҫтәмә биш талант алған. 17Ике талант алғаны ла шулай уҡ тағы ике талант эшләп алыуға өлгәшкән. 18Ә бер талант алғаны иһә, хужаһының аҡсаһын ергә күмеп, йәшереп ҡуйған.
19Күп ваҡыт уҙғас, хеҙмәтселәрҙең хужаһы әйләнеп ҡайтҡан һәм уларҙан хисап талап иткән. 20Биш талант алғаны тағы биште килтергән. «Хужам, – тигән ул, – һин миңә биш талант биргәйнең. Бына, мин тағы биште эшләп алдым». 21Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.
22Ике талант алғаны ла килеп еткән: «Хужам, һин миңә ике талант биргәйнең. Бына, мин тағы ике талант эшләп алдым». 23Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкмәтермен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.
24Ниһайәт, бер талант алғаны килгән: «Хужам, һинең аяуһыҙ икәнеңде беләм: үҙең сәсмәгән ерҙә ураһың, үҙең һипмәгән ерҙә йыяһың. 25Мин һинән ҡурҡтым да талантыңды ергә күмеп торҙом. Бына аҡсаң, ал үҙеңә», – тигән.
26Хужаһы иһә уға былай тип яуап ҡайтарған: «Булдыҡһыҙ, ялҡау хеҙмәтсе! Сәсмәгән ерҙә урыуымды, һипмәгән ерҙә йыйыуымды белгәс, 27аҡсаларымды әйләнешкә индерергә кәрәк ине. Ҡайтҡас, мин үҙемдекен табышы менән алған булыр инем». 28Шунан хужа: «Ундағы бер талантты алығыҙ ҙа ун таланты булғанына бирегеҙ. 29Сөнки кемдә бар, шуға бирелер, һәм унда артығы менән булыр. Кемдең юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр. 30Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡа, ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илаған, теш шығырҙатҡан тауыштар ишетелер», – тине.
Киләсәк ҡиәмәт көнө
31Әҙәм Улы, Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ. 32Уның ҡаршыһына барлыҡ халыҡтар килтереләсәк. Ул, һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған көтөүсе һымаҡ, кешеләрҙе икегә айырыр. 33Һарыҡтарҙы Үҙенең уң яғына, ә кәзә тәкәләрен һул яғына баҫтырыр.
34Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ. 35Сөнки ас инем, Мине ашаттығыҙ; һыуһаған инем, эсергә бирҙегеҙ; мосафир инем, өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ; 36яланғас инем, кейендерҙегеҙ; ауырыу инем, хәстәрләнегеҙ; төрмәлә инем, хәлемде белергә килдегеҙ», – тип әйтер.
37Шунда тәҡүә кешеләр: «Хакимыбыҙ! Ҡасан беҙ, ас йөрөгәнеңде күреп, Һине ашаттыҡ; һыуһағаныңды күреп, эсерҙек? 38Ҡасан беҙ, мосафир икәнеңде күреп, Һине өйөбөҙҙә ҡабул иттек; яланғас булыуыңды күреп, кейендерҙек? 39Ҡасан беҙ, ауырығаныңды һәм төрмәлә ултырғаныңды күреп, хәлеңде белергә барҙыҡ?» – тип һорарҙар. 40#Хик 19:17.Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.
41Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ! 42Сөнки ас инем, һеҙ Мине ашатманығыҙ; һыуһаған инем, эсергә бирмәнегеҙ, 43мосафир инем, өйөгөҙҙә ҡабул итмәнегеҙ; яланғас инем, кейендермәнегеҙ; ауырыу сағымда һәм төрмәлә ултырғанда хәлемде белергә килмәнегеҙ».
44Шунда былары ла: «Хакимыбыҙ! Ҡасан беҙ Һинең ас йөрөгәнеңде, һыуһағаныңды, мосафирлығыңды, яланғас, ауырыу булғаныңды, төрмәлә ултырғаныңды күреп тә, Һиңә ярҙам итмәнек?» – тип һорарҙар. 45Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ бынау иң кесе йәндәрҙең береһенә эшләмәгән нәмәне Миңә лә эшләмәнегеҙ», – тиер. 46#Днл 12:2.Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.
Currently Selected:
Маҫҫайос 25: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
![None](/_next/image?url=https%3A%2F%2Fimageproxy.youversionapistaging.com%2F58%2Fhttps%3A%2F%2Fweb-assets.youversion.com%2Fapp-icons%2Fen.png&w=128&q=75)
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023