YouVersion Logo
Search Icon

Маҫҫайос 26

26
Ғайсаға ҡаршы мәкер ҡороу
(Мрк 14:1-2; Лк 22:1-2; Ях 11:45-53)
1Ғайса был һүҙҙәрен тамамлағас, шәкерттәренә:
2 # Сығ 12:1-27. – Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы#26:2 Ҡотҡарылыу байрамында йәһүдтәрҙең Мысыр ҡоллоғонан ҡотолоуы хәтергә алына. Грек телендә был байрам «Пасха» тип атала. булғанын беләһегеҙ. Шунда Әҙәм Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға тапшырасаҡтар, – тине.
3Ошо ваҡытта баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Ҡаяфас исемле иң баш ҡаһиндың һарайында йыйылғайны. 4Улар, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ беркетте. 5«Тик быны байрам осоронда эшләмәйек, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын», – тинеләр.
Ғайсаны майлау
(Мрк 14:3-9; Лк 7:37-38; Ях 12:1-8)
6Ғайса Бейт-Әниәлә махаулы Шимғондың өйөндә ине. 7Ашап ултырған сағында Уның янына, бик ҡиммәтле хуш еҫле май һалынған алебастр#26:7 Алебастр – көршәк яһауҙа ҡулланылған аҡһыл-көрән төҫтәге йомшаҡ таш. һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде һәм майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо. 8Быны күргән шәкерттәре асыуланды:
– Был майҙы ниңә шулай әрәм итергә? 9Уны ҡиммәт хаҡҡа һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит!
10Ғайса, шәкерттәренең ризаһыҙлығын белеп, уларға:
– Ниңә һеҙ был ҡатындың хәтерен ҡалдыраһығыҙ? – тине. – Миңә яҡшылыҡ ҡылды бит ул. 11#Ҡнн 15:11.Фәҡирҙәр һәр ваҡыт янығыҙҙа, Мин иһә һеҙҙең менән гел булмам. 12Был ҡатын, тәнемә май ҡойоп, Мине ерләргә әҙерләне. 13Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның ҡылған эше хаҡында һөйләйәсәктәр.
Йәһүҙәнең хыянаты
(Мрк 14:10-11; Лк 22:3-6)
14Шунан һуң ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә Искариот исемлеһе, баш ҡаһиндар янына барып:
15 # Сығ 21:32; Зәк 11:12. – Әгәр һеҙгә Ғайсаны тотторһам, миңә нимә бирерһегеҙ? – тип һораны.
Улар Йәһүҙәгә утыҙ көмөш тәңкә һанап бирҙе. 16Ошо ваҡыттан алып ул Ғайсаны ҡаһиндар ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләне.
Ҡотҡарылыу байрамы ашы
(Мрк 14:12-25; Лк 22:7-23; 1 Кор 11:23-25)
17 # Ҡнн 16:1-8. Сөсө икмәк байрамының тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайса янына килеп:
– Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һоранылар.
18Ғайса уларға:
– Ҡалала йәшәгән шул-шул кешегә барып, уға: «Остазыбыҙ: „Билдәләнгән сәғәтем етеп килә. Мин Үҙемдең шәкерттәрем менән бергә Ҡотҡарылыу байрамы ашын һиндә ашармын“, – тине», – тип әйтегеҙ.
19Шәкерттәре, Ул ҡушҡанса эшләп, байрам ашы әҙерләне.
20Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән бергә табынға ултырҙы. 21Ашап ултырғанда Ул:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.
22Улар, ауыр хәсрәткә төшөп, бер-бер артлы:
– Хакимым, мин түгелдер бит? – тип һораша башланылар.
23 # Зәб 40:10. Ул шәкерттәренә былай тине:
– Икмәген минең менән бер һауытҡа манып ашағандарҙың береһе Миңә хыянат итәсәк. 24Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
25Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә:
– Остаз, мин түгелдер бит? – тип һораны.
– Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.
26Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште.
– Алығыҙ, ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.
27Шунан Ул кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә биреп:
– Бөтәгеҙ ҙә ошонан эсегеҙ, – тине. 28#Сығ 24:8; Йер 31:31, 33-34.– Был – гонаһтарҙың ғәфү ителеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан. 29Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен.
30Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына йүнәлде.
Петрустың ваз кисәсәге хаҡында киҫәтеү
(Мрк 14:26-31; Лк 22:33-34; Ях 13:37-38)
31 # Зәк 13:7. Юл ыңғайы Ғайса уларға:
– Ошо төндә һеҙ бөтәгеҙ ҙә Мине ташлаясаҡһығыҙ. Изге Яҙмала:
«Көтөүсене һәләк итермен,
шунда көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», –
тип яҙылған. 32Ләкин, үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барып етермен, – тине.
33Петрус иһә:
– Бөтәһе лә Һине ташлап киткән хәлдә лә, мин бер ҡасан да ташламам! – тине.
34Ләкин Ғайса:
– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо төндә, таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тип яуапланы.
35– Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, мин Һинән ваз кисмәйәсәкмен, – тине Петрус. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.
Ғайсаның Геҫшемани баҡсаһында доға ҡылыуы
(Мрк 14:32-42; Лк 22:39-46)
36Ғайса шәкерттәре менән Геҫшемани тип аталған урынға килде. Шунда уларға:
– Һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ. Мин арыраҡ китеп доға ҡылайым, – тине.
37Ул Үҙе менән Петрусты һәм Зәбәҙәйостың ике улын алды. Ғайсаны һағыш һәм хәүеф солғап алды. 38Ул шәкерттәренә:
– Күңелемде үлемесле ҡайғы баҫты. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ, Минең менән бергә уяу булығыҙ! – тине.
39Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙтүбән ятып доға ҡылды:
– Атам! Мөмкин булһа, был ғазап туҫтағы Мине урап үтһен ине! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.
40Ғайса, шәкерттәре янына килеп, уларҙың йоҡлап ятҡанын күрҙе.
– Минең менән бергә бер генә сәғәт тә уяу ултыра алманығыҙмы ни? – тине Ул Петрусҡа. 41– Уяу булығыҙ, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
42Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды:
– Атам! Әгәр Миңә был туҫтаҡты эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярың буйынса булһын!
43Ул, әйләнеп килеп, шәкерттәренең тағы йоҡлап ятҡанын күрҙе. Уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. 44Уларҙы ҡалдырып, Ғайса йәнә ситкәрәк китте һәм шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп өсөнсө тапҡыр доға ҡылды. 45Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға:
– Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? – тине. – Бына, ваҡыт килде. Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк. 46Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә.
Ғайсаны ҡулға алыу
(Мрк 14:43-50; Лк 22:47-53; Ях 18:3-11)
47Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыс-суҡмарҙар күтәреп, баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде. 48Хыянатсы: «Мин кемде үбәм, шул Ғайса булыр. Уны тотоғоҙ», – тип улар менән алдан уҡ һүҙ беркетеп ҡуйғайны.
49Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә:
– Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды.
50Ғайса уға:
– Ниндәй ниәт менән килгән булһаң, шуны ҡыл, дуҫым!#26:50 Был урынды «ни өсөн килдең, дуҫым?» тип тә аңларға мөмкин. – тине.
Бынан һуң Йәһүҙә менән булған кешеләр килделәр ҙә, Ғайсаны тотоп, һаҡ аҫтына алдылар. 51Ғайса менән булғандарҙың береһе ҡынынан ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө.
52Ғайса уға:
– Ҡылысыңды ҡыныңа тыҡ! Ҡулына ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр! – тине. 53– Әллә Мин Атама мөрәжәғәт итә алмам, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан#26:53 Легион – 6000 яугирҙән торған рим ғәскәре. да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине! 54Әммә ул ваҡытта Изге Яҙмаларҙа, ошолай булырға тейеш, тип яҙылғандар нисек ғәмәлгә ашһын?
55Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә:
– Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда һеҙҙе өйрәтеп ултырҙым. Һеҙ шунда Мине тотманығыҙ. 56Әммә быларҙың бөтәһе лә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине.
Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.
Юғары кәңәшмә алдында
(Мрк 14:53-65; Лк 22:54-55, 63-71; Ях 18:12-13, 19-24)
57Ғайсаны ҡулға алған кешеләр Уны иң баш ҡаһин Ҡаяфасҡа алып килделәр. Унда ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар йыйылғайны. 58Петрус иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш ҡаһиндың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ихатаға ингәс, ахыры нимә менән бөтөрөн күрер өсөн, һаҡсылар эргәһенә барып ултырҙы. 59Баш ҡаһиндар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлем язаһына тарттырыу өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне. 60Ләкин күп ялған шаһиттар килеп һөйләһә лә, Уның бер ғәйебен дә таба алманылар. Ниһайәт, шаһитлыҡ итергә ике кеше сыҡты. 61Улар:
– Был кеше: «Мин Алла йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр.
62Иң баш ҡаһин урынынан тороп, Ғайсаға:
– Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тине.
63Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш ҡаһин Унан:
– Тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.
64 # Днл 7:13. Ғайса уға:
– Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!
65 # Лев 24:16. Шунда иң баш ҡаһин үҙенең өҫ кейемен йыртып:
– Ул көфөр һөйләне! Беҙгә башҡа шаһиттарҙың нимәгә кәрәге бар? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен әле генә үҙегеҙ ишеттегеҙ! 66Ниндәй ҡарар сығараһығыҙ? – тип һораны.
– Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, – тине улар.
67Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрөп, йоҙроҡлап туҡмай башланылар. Ҡайһылары:
68– Эй, Мәсих, пәйғәмбәрлек итеп әйт беҙгә: Һиңә кем һуҡты? – тип Уның яңағына һуҡтылар.
Петрустың Ғайсаны инҡар итеүе
(Мрк 14:66-72; Лк 22:54-62; Ях 18:16-18, 25-27)
69Был ваҡытта Петрус ихатала ултыра ине. Бер хеҙмәтсе ҡыҙ уның эргәһенә килеп:
– Һин дә галилеялы Ғайса менән булдың бит, – тине.
70Әммә Петрус бөтәһе алдында быны инҡар итеп:
– Һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тине.
71Ул ҡапҡа яғына ыңғайлағайны, уны икенсе хеҙмәтсе ҡыҙ күреп, шунда тороусыларға:
– Бына был да назаралы Ғайса менән булды, – тине.
72Петрус тағы ант менән:
– Мин ул Әҙәмде белмәйем! – тип инҡар итте.
73Бер аҙҙан шунда торғандар уның янына килеп:
– Һин ысынлап та шуларҙың береһе. Һөйләшеүеңдән үк күренеп тора, – тинеләр.
74Шунда Петрус:
– Мин ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы.
Тап шул ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы. 75Шунда Петрус Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп-әрнеп иланы.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in