Маҫҫайос 27
27
Ғайсаны Пилатосҡа тапшырыу
(Мрк 15:1; Лк 23:1; Ях 18:28)
1Иртән иртүк бөтә баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тигән ҡарар сығарҙы. 2Улар Ғайсаны бәйләп, өлкә идарасыһы Пилатосҡа алып барып тапшырҙылар.
Йәһүҙәнең үлеме
(Ғмл 1:16-20)
3Хыянатсы Йәһүҙә, Ғайсаның үлемгә хөкөм ителгәнен белгәс, ҡылған эшенә үкенеп, баш ҡаһиндарға һәм аҡһаҡалдарға утыҙ көмөш тәңкәне ҡайтарып бирҙе лә:
4– Ғәйепһеҙ кешегә хыянат итеп, гонаһ ҡылдым, – тине.
– Беҙгә нимә? Был һинең эшең, – тинеләр уға.
5Ул тәңкәләрҙе Алла йортонда атып бәрҙе лә сығып китеп аҫылынды.
6Баш ҡаһиндар тәңкәләрҙе йыйып алып:
– Быларҙы Алла йорто ҡаҙнаһына һалырға ярамай, сөнки улар ҡан өсөн түләнгән хаҡ, – тинеләр.
7Кәңәшләшкәндән һуң, улар был аҡсаға сит ил кешеләрен ерләү өсөн көршәксенең ерен һатып алырға ҡарар сығарҙы. 8Шунлыҡтан ул ер Ҡан яланы тип атала башланы һәм әлеге көнгәсә шулай йөрөтөлә. 9#Йер 19:1-13; 32:6-9; Зәк 11:12-13.Шулай итеп, Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашты: «Улар Исраил кешеләре тарафынан Уның өсөн билдәләнгән хаҡты – утыҙ көмөш тәңкәне алды, 10һәм, Раббы миңә ҡушҡанса, уға көршәксенең ерен һатып алды».
Ғайса Пилатос алдында
(Мрк 15:2-5; Лк 23:2-5; Ях 18:29-38)
11Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар. Пилатос Унан:
– Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны.
– Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.
12Баш ҡаһиндарҙың һәм аҡһаҡалдарҙың ғәйепләүенә иһә Ул яуап ҡайтарманы.
13Шунда Пилатос:
– Үҙеңә ҡаршы әйтелгән был тиклем ғәйепләүҙәрҙе әллә Һин ишетмәйһеңме? – тип һораны.
14Ғайса бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Идарасы быға бик ғәжәпләнде.
Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү
(Мрк 15:6-15; Лк 23:13-25; Ях 18:39–19:16)
15Идарасының бер ғәҙәте бар ине: ул һәр Ҡотҡарылыу байрамында халыҡтың теләге буйынса бер тотҡондо азат итә торғайны. 16Ул дәүерҙә яманаты киң таралған Бараббас исемле бер тотҡон бар ине. 17Халыҡ йыйылғас, Пилатос уларҙан:
– Кемде азат итеүемде теләйһегеҙ: Бараббастымы, әллә Мәсих тип аталған Ғайсанымы? – тип һораны.
18Пилатос йәһүд башлыҡтарының Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биргәнен белә ине. 19Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.
20Баш ҡаһиндар һәм аҡһаҡалдар иһә, Бараббасты иреккә сығарыуҙы, ә Ғайсаны үлем язаһына тарттырыуҙы талап итергә тип, халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны. 21Идарасы халыҡтан тағы:
– Һеҙгә был икәүҙең ҡайһыһы кәрәк? Кемеһен азат итәйем? – тип һораны.
– Бараббасты, – тинеләр.
22– Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилатос.
– Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙеләр бер ауыҙҙан.
23– Ул ниндәй яуызлыҡ ҡылған һуң? – тип һораны ул.
– Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип тағы ла нығыраҡ аҡырҙылар.
24Пилатос, бер нимә лә ярҙам итмәгәнен, киреһенсә, сыуалыш башланыу ихтималын күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы ла:
– Был Кешенең түгелгән ҡаны өсөн мин ғәйепле түгелмен, быға һеҙ яуаплы! – тине.
25– Уның ҡаны беҙҙең һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.
26Шунан һуң Пилатос Бараббасты азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн тапшырҙы.
Ғәскәриҙәрҙең Ғайсаны мыҫҡыллауы
(Мрк 15:16-20; Ях 19:2-3)
27Бынан һуң ғәскәриҙәр Ғайсаны идарасы һарайына алып китте. Унда Ғайсаны бөтә ғәскәри төркөм уратып алды. 28Улар Ғайсаның кейемдәрен систереп, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге ябынса кейҙерҙеләр. 29Сәнскәктән таж үреп башына һалдылар, уң ҡулына таяҡ тотторҙолар ҙа алдында тубыҡланып:
– Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип мыҫҡыллап көлдөләр.
30Өҫтөнә төкөрҙөләр, таяҡ алып башына һуҡтылар. 31Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге ябынсаны систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр.
Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлау
(Мрк 15:21-23; Лк 23:26-31; Ях 19:17)
32Юлда улар Шимғон исемле Курене кешеһен осраттылар һәм уны Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр. 33Голгоҫа, йәғни «Баш һөйәге урыны» тип аталған ергә барып еткәс, 34#Зәб 68:22.Ғайсаға үт ҡатыш шарап бирҙеләр. Ғайса уны тәмләп ҡараны, әммә эсергә теләмәне. 35#Зәб 21:19.Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар 36һәм шунда Уны һаҡлап ултырҙылар. 37Ғайсаның баш осона ғәйебен күрһәткән «Был – Ғайса, йәһүдтәр Батшаһы» тигән яҙыу ҡағып ҡуйҙылар. 38Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. 39#Зәб 21:8.Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл иттеләр:
40– Алла йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе, ҡотҡар Үҙеңде! Алла Улы булһаң, төш арҡысаҡтан!
41Шулай уҡ ҡанун белгестәре, аҡһаҡалдар һәм баш ҡаһиндар ҙа Ғайсаны мыҫҡылланы:
42– Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай! Үҙе, имеш, Исраил Батшаһы! Хәҙер үк арҡысаҡтан төшһөн – ана шунда беҙ Уға ышанырбыҙ! 43#Зәб 21:9.Ул Аллаға ышана ине. Әгәр ҙә Алла Уны хуш күрһә, хәҙер Уны ҡотҡарһын! Ул Үҙен Алланың Улы тип атаны бит.
44Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланған юлбаҫарҙар ҙа Уны шулай мәсхәрә итте.
Ғайсаның үлеме
(Мрк 15:33-41; Лк 23:44-49; Ях 19:28-30)
45 #
Ғам 8:9. Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте. 46#Зәб 21:2.Сәғәт өстәр тирәһендә Ғайса көслө тауыш менән:
– Эли, Эли, лема сабахҫани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың!» тигәнде аңлата.
47Яҡында тороусыларҙың ҡайһы берҙәре Уның һүҙҙәрен ишетеп:
– Ильясты саҡыра, – тинеләр.
48Шунда уҡ уларҙың береһе йүгереп килеп һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе. 49Бүтән кешеләр быға:
– Туҡта! Ҡарайыҡ әле: Ильяс Уны ҡотҡарырға килерме икән? – тинеләр.
50Ә Ғайса тағы бер тапҡыр көслө тауыш менән ҡысҡырҙы ла йән бирҙе.
51 #
Сығ 26:31-33; 36:35; 2 Йыл 3:14. Шул саҡ Алла йортондағы пәрҙә өҫтән аҫҡа тиклем урталай йыртылып төштө. Ер тетрәне, ҡаялар ярылды, 52ҡәберҙәр асылып, үлгән изгеләрҙең күбеһе терелеп торҙо. 53Улар ҡәберҙәренән сыҡты, ә Ғайса терелгәс, изге Йәрүсәлим ҡалаһына инделәр, унда уларҙы күптәр күрҙе.
54Йөҙ башы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаған ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күргәс:
– Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тип ҡурҡыуға төштө.
55Унда булған хәлдәрҙе йыраҡтан ҡарап торған бик күп ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Улар Ғайсаға хеҙмәт итеү өсөн Галилеянан алып эйәреп йөрөгәйне. 56Араларында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, Яҡуп менән Йософтоң әсәһе Мәрйәм һәм Зәбәҙәйос улдарының әсәһе бар ине.
Ғайсаны ҡәбергә һалыу
(Мрк 15:42-47; Лк 23:50-56; Ях 19:38-42)
57Кис еткәс, Аримаҫаянан Йософ исемле бай кеше килде; ул да Ғайсаның шәкерте ине. 58Пилатос янына барып, ул Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Пилатос бирергә ҡушты. 59Йософ мәйетте таҙа етен туҡымаға ураны ла 60үҙенә тип ҡаяны өңөп яһаған яңы ҡәбергә алып барып һалды. Ҡәбер ауыҙына ҙур бер таш терәп китте. 61Магдалалы Мәрйәм менән икенсе Мәрйәм ҡәбер ҡаршыһында ултыра инеләр.
Ҡәбер һаҡсылары
62Иртәгәһенә – ул шәмбе көн ине – Пилатос янында баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар йыйылды. Улар:
63– Әфәндебеҙ, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйткәне иҫебеҙгә төштө, – тинеләр. 64– Өсөнсө көнгәсә ҡәберҙе һаҡларға бойороҡ бир, юғиһә, шәкерттәре килеп, Уның кәүҙәһен урлап алып китеүҙәре һәм халыҡҡа: «Ул үленән терелеп торҙо», – тип әйтеүҙәре мөмкин. Был һуңғы ялған беренсеһенән дә яманыраҡ булыр.
65– Һаҡсыларҙы алығыҙ ҙа, барып, ҡәберҙе үҙегеҙ белгәнсә һаҡлағыҙ, – тине Пилатос.
66Улар, ҡәбер янына барып, ауыҙына терәп ҡуйылған ташҡа мисәт баҫтылар һәм һаҡсылар ҡуйҙылар.
Currently Selected:
Маҫҫайос 27: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
![None](/_next/image?url=https%3A%2F%2Fimageproxy.youversionapistaging.com%2F58%2Fhttps%3A%2F%2Fweb-assets.youversion.com%2Fapp-icons%2Fen.png&w=128&q=75)
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023