Маркус 11
11
Тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә инеү
(Маҫ 21:1-9; Лк 19:28-38; Ях 12:12-15)
1Йәрүсәлимгә яҡынлашып, Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге һәм Бейт-Әниә ауылдарына етеп килгәндә, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.
2Уларға:
– Ҡаршылағы ауылға барығыҙ, – тине. – Унда инеү менән бәйҙә торған, бығаса һис кем менмәгән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ. 3Әгәр ҙә берәйһе: «Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?» – тип һораһа, «Ул Хужаға кәрәк, Хужа уны тиҙ арала ҡайтарып бирер», – тип әйтегеҙ.
4Шәкерттәре, урамда ишек төбөнә бәйләп ҡуйылған йәш ишәкте табып, уны бауҙан ысҡындыра башланылар. 5Шунда торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре уларҙан:
– Нимә эшләйһегеҙ? Ишәкте ниңә бауҙан ысҡындыраһығыҙ? – тип һораны.
6Шәкерттәр Ғайса ҡушҡанса яуап ҡайтарғас, тегеләр уларҙы тотҡарламаны. 7Ишәкте Ғайса янына алып килеп, өҫ кейемдәрен уның өҫтөнә һалдылар. Ғайса ишәккә атланды. 8Кешеләрҙең күбеһе өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә яландағы ағастарҙың ботаҡтарын киҫеп һалды. 9#Зәб 117:25-26.Алдан барыусылар ҙа, Уның артынан килеүселәр ҙә:
– Һосанна!#11:9 Һосанна – йәһүд телендә һүҙмә-һүҙ «Зинһар, ҡотҡар» тигәнде аңлата, Алланы данлау өсөн ҡулланыла.
Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын!
10Атабыҙ Дауыттың яҡынлашып килгән батшалығы мөбәрәк булһын!
Бейек күктәрҙә һосанна! –
тип ҡысҡырҙылар.
11Ғайса, Йәрүсәлимгә инеп, Алла йортона йүнәлде. Барыһын да ҡарап сыҡҡас, ваҡыт инде һуң булғанлыҡтан, ун ике шәкерте менән Бейт-Әниәгә китте.
Ғайсаның инжир ағасын ҡарғауы
(Маҫ 21:18-22)
12Иртәгәһе көндө, Бейт-Әниәнән сыҡҡан мәлдәрендә, Ғайса асыҡҡанын тойҙо. 13Алыҫта япраҡҡа күмелеп ултырған инжир ағасын күреп, емеше булмаҫмы, тип уның янына килде, әммә япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы: инжир ваҡыты етмәгәйне әле. 14Ғайса ағасҡа:
– Бынан ары емешеңде мәңге һис кем ашамаһын! – тине.
Шәкерттәре быны ишетеп торҙо.
Алла йортон таҙартыу
(Маҫ 21:12-16; Лк 19:45-47; Ях 2:13-16)
15Улар Йәрүсәлимгә килеп етте. Алла йортона инеү менән, Ғайса ундағы һатыусылар менән һатып алыусыларҙы ҡыуып сығарырға кереште, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы. 16Алла йорто аша бер нәмә лә алып үтергә рөхсәт итмәне. 17#Ишғ 56:7.#Йер 7:11.Ғайса уларҙы аң-белемгә өйрәтеп:
– Изге Яҙмала: «Минең Йортом бар халыҡтар өсөн доға ҡылыу йорто тип аталыр», – тип әйтелмәгәнме ни? Ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине.
18Быны ишеткәс, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар.
19Кис еткәс, Ғайса шәкерттәре менән ҡаланан сығып китте.
Ҡороған инжир ағасынан алынған үрнәк
(Маҫ 21:20-22; 6:14)
20Икенсе көндө иртән инжир ағасы янынан үтеп барғанда, уның тамырына тиклем ҡороғанын күрҙеләр. 21Петрус иһә, кисәге хәлде хәтерләп, Ғайсаға:
– Остаз! Ҡара әле, Һин ҡарғаған инжир ағасы ҡороған, – тине.
22Ғайса уларға былай яуап бирҙе:
– Аллаға ышанысығыҙ булһын! 23Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ. 24Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алдым, тип ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер. 25-26Доға ҡылып торған саҡта, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны ғәфү итегеҙ. Шул ваҡытта күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе ярлыҡар#11:25-26 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 26-сы аят та бар: «Ә инде ғәфү итмәһәгеҙ, күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе ярлыҡамаҫ»..
Ғайсаның вәкәләте тураһында һорау
(Маҫ 21:23-27; Лк 20:1-8)
27Улар тағы Йәрүсәлимгә килделәр. Алла йортонда йөрөгән сағында, Ғайса янына баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар килеп:
28– Быларҙы Һин ниндәй вәкәләт менән эшләйһең? Быларҙы башҡарырға кем Һиңә вәкәләт бирҙе? – тип һораны.
29– Мин һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә яуап ҡайтарһағыҙ, Мин дә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтермен. 30Яхъяның һыуға сумдырыу хоҡуғы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме? Яуап бирегеҙ әле Миңә!
31Тегеләр үҙ-ара:
– Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ», – тип һораясаҡ; 32«Кешеләрҙән», – тип әйтергәме әллә? – тиештеләр.
Ләкин халыҡтан ҡурҡтылар, сөнки барыһы ла Яхъяны ысынлап та пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине.
33Шуға күрә Ғайсаға:
– Белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар.
– Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарғанымды әйтмәйем, – тине Ғайса.
Currently Selected:
Маркус 11: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023