Маркус 12
12
Йөҙөм үҫтереүселәр хаҡында ҡисса
(Маҫ 21:33-46; Лк 20:9-19)
1 #
Ишғ 5:1-2. Ғайса уларға ҡиссалар менән һөйләй башланы:
– Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан. Уны ҡойма менән уратып алған, йөҙөм иҙеү өсөн һыҡҡыс ҡаҙыған, ҡарауыл манараһы төҙөп ҡуйған да, баҡсаны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, ситкә сығып киткән. 2Емеш йыйыр ваҡыт еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырыр өсөн, хеҙмәтсеһен ебәргән. 3Ә йөҙөм үҫтереүселәр, хеҙмәтсене тотоп туҡмап, буш ҡул менән ҡайтарған. 4Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән. Әммә быныһының башын йәрәхәтләгәндәр, мыҫҡыл иткәндәр. 5Тағы береһен ебәргән – уныһын үлтергәндәр. Ул ебәргән башҡалар менән дә шулай эшләгәндәр: ҡайһыһын туҡмағандар, ҡайһыһын үлтергәндәр. 6Хужа ахыр сиктә: «Улыма хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлап, ғәзиз улын ебәргән. 7Әммә йөҙөм үҫтереүселәр үҙ-ара: «Был – вариҫ бит. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек тә, уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тиешкәндәр. 8Уны тотоп үлтергәндәр ҙә йөҙөм баҡсаһынан тышҡа сығарып ташлағандар.
9Инде баҡса хужаһы нимә эшләр? Ул, килеп, йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер, ә баҡсаны башҡаларға бирер. 10#Зәб 117:22-23.Изге Яҙмала:
«Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш
иң мөһим мөйөш ташы булды.
11Был Раббы тарафынан эшләнде –
күҙ алдыбыҙҙағы ғәжәйеп хәл», –
тигәнде лә уҡыманығыҙмы әллә?
12Ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты. Шунлыҡтан Уны ҡалдырып, китеп барҙылар.
Ҡайсарҙыҡы – ҡайсарға,
Алланыҡы – Аллаға
(Маҫ 22:15-22; Лк 20:20-26)
13Бәйләнерлек һүҙ әйтмәҫме тип, бер нисә фарисейҙы һәм Һируд батша яҡлыларҙы Ғайса янына ебәрҙеләр. 14Улар килеп:
– Остаз, Һинең тура һүҙле булыуыңды һәм бер кемдән дә ҡурҡмауыңды беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға#12:14 Ҡайсар – боронғо Рим императорҙарының рәсми атамаларының береһе. һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр.
15Уларҙың ике йөҙлөлөгөн белеп, Ғайса:
– Һеҙ ниңә Миңә тоҙаҡ ҡораһығыҙ? Миңә динар алып килеп күрһәтегеҙ әле! – тине.
16Уға динар бирҙеләр. Ғайса уларҙан:
– Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораны.
– Ҡайсарҙыҡы, – тине тегеләр.
17– Ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине Ғайса.
Ғайсаның яуабына уларҙың һушы китте.
Үленән терелеү хаҡында һорау
(Маҫ 22:23-33; Лк 20:27-40)
18Саддукейҙар#12:18 Саддукейҙар – боронғо йәһүдтәрҙең дини төркөмө. үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре, Ғайса янына килеп, һорау бирҙеләр:
19 #
Ҡнн 25:5-6. – Остаз, Муса ҡанунда беҙгә: «Әгәр ҙә берәүҙең туғаны балаһы булмайынса үлеп китеп, ҡатыны яңғыҙ ҡалһа, башҡа туғаны был тол ҡатынды алһын, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған. 20Ете бер туған булған. Беренсеһе өйләнгән һәм нәҫел ҡалдырмайынса үлеп киткән. 21Уның ҡатынына икенсе туғаны өйләнгән һәм ул да бала күрмәйенсә үлгән. Өсөнсөһө менән дә тап шулай булған. 22Ете бер туғандың береһе лә нәҫел ҡалдыра алмаған. Бөтәһенән аҙаҡ ҡатын да вафат булған. 23Үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит!
24– Яңылышаһығыҙ, – тине уларға Ғайса. – Беләһегеҙме ни өсөн? Сөнки һеҙ Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ. 25Үлгәндәр терелгәс, өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ. Улар күктәге фәрештәләр кеүек булыр. 26#Сығ 3:6.Ә үлгәндәрҙең терелеүенә килгәндә, Муса китабының янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы өҙөгөндә Алланың уға: «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», тигәнен уҡыманығыҙмы ни? 27Алла – үлеләрҙең түгел, тереләрҙең Аллаһы. Һеҙ бик ныҡ яңылышаһығыҙ.
Иң мөһим бойороҡ
(Маҫ 22:34-40; Лк 10:25-28)
28Уларҙың бәхәсләшкәнен ишеткән һәм Ғайсаның саддукейҙарға яҡшы итеп яуап биргәнен күргән бер ҡанун белгесе Уның янына килеп:
– Бөтә бойороҡтарҙың ҡайһыһы иң мөһиме? – тип һораны.
29 #
Ҡнн 6:4-5. – Беренсе бойороҡ, – тип яуапланы Ғайса, – «Тыңла, Исраил! Раббы, Аллабыҙ беҙҙең – берҙән-бер Раббы! 30Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән ярат». 31#Лев 19:18.Ә икенсеһе былай: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». Быларҙан да бөйөгөрәк бойороҡ юҡ.
32 #
Ҡнн 4:35, 39; Ишғ 45:5, 6, 21. – Яҡшы әйттең, Остаз, – тине ҡанун белгесе. – «Алла берҙән-бер һәм Унан башҡа Алла юҡ», – тип дөрөҫ әйтәһең. 33«Уны бөтә йөрәгең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән яратыу» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек яратыу» тотош яндырылған һәм башҡа ҡорбандарҙың барыһынан да мөһимерәк.
34Ҡанун белгесенең аҡыллы яуабына Ғайса:
– Һин Алла Батшалығынан йыраҡ түгел, – тине.
Бынан һуң бер кем дә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.
Мәсих кемдең Улы?
(Маҫ 22:41-46; Лк 20:41-44)
35Ул, Алла йортонда аң-белем биреүен дауам итеп, былай тип һораны:
– Ни өсөн ҡанун белгестәре Мәсихте Дауыт Улы тип әйтә? 36#Зәб 109:1.Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Дауыт үҙе үк:
«Раббы Хакимыма әйтте:
„Мин дошмандарыңды
аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем,
уң яғымда ултыр“», –
тигән бит. 37Дауыт үҙе Мәсихте Хакимым тип исемләй. Шулай булғас, Ул нисек Дауыттың Улы була ала?
Ике йөҙлөлөктән киҫәтеү
(Маҫ 23:1-7; Лк 11:43-46; 20:45-47)
Күмәк халыҡ төркөмө Ғайсаны рәхәтләнеп тыңланы.
38Ул Үҙенең нәсихәтендә:
– Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ. Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөүҙе, баҙар майҙандарында башлап сәләм биргәнде, 39ғибәҙәтханаларҙа дәрәжәле урындарҙа һәм табын түрендә ултырыуҙы ярата. 40Улар тол ҡатындарҙың йорттарын үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен тип, оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙарҙы айырыуса ҡаты хөкөм көтә, – тине.
Ярлы тол ҡатындың саҙаҡаһы
(Лк 21:1-4)
41Ғайса, саҙаҡа һандығы алдында ултырған килеш, халыҡтың аҡса һалыуын күҙәтте. Байҙарҙың күбеһе мул итеп һалды. 42Бына ярлы ғына бер тол ҡатын килеп, ике ваҡ аҡса (бер кодрант#12:42 Кодрант – римлыларҙың аҡса берәмеге. 64 кодрант бер динарға тигеҙ булған.) һалды.
43Ғайса, шәкерттәрен саҡырып, уларға:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был ярлы тол ҡатын саҙаҡа һандығына бөтәһенән дә күберәк һалды. 44Тегеләрҙең барыһы ла үҙҙәренән артҡанды һалды, ә ул, ярлы булыуына ҡарамаҫтан, үҙендә булғандың бөтәһен – йәшәү өсөн кәрәк булғанын һалды, – тине.
Currently Selected:
Маркус 12: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023