YouVersion Logo
Search Icon

Маркус 13

13
Ахырызаман билдәләре
(Маҫ 24:1-22; Лк 21:5-24)
1Ғайса Алла йортонан сығып барғанда, шәкерттәренең береһе:
– Остаз! Ҡара әле, ниндәй таштар, ниндәй күркәм биналар! – тип өндәште.
2– Бына был мөһабәт биналарҙы күрәһеңме? – тине Ғайса. – Улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.
3Ул Зәйтүн тауында, Алла йорто ҡаршыһында ултырған саҡта, Петрус, Яҡуп, Яхъя, Әндриас Уның менән айырым ғына ҡалғас:
4– Әйт әле беҙгә, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Уларҙың тиҙҙән ғәмәлгә ашасағын ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.
5Ғайса һөйләй башланы:
– Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын! 6Күптәр: «Мин – Улмын», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. 7Яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишеткәндә ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был әле ахыры түгел. 8Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән ер тетрәп торор, аслыҡ та булыр. Былар – тулғаҡ тотоу ғазаптарының башы ғына.
9Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар. 10Әммә уға тиклем бөтә халыҡтарға Һөйөнөслө Хәбәр еткерелергә тейеш. 11Һеҙҙе хөкөмгә алып барғанда, нимә һөйләргә, тип алдан борсолмағыҙ: шул мәлдә телегеҙгә ни бирелһә, шуны һөйләгеҙ. Сөнки һеҙ түгел, һеҙҙең урынға Изге Рух һөйләр.
12 # Мих 7:5-6. Туған – туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер. 13Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.
14 # Днл 9:27; 11:31; 12:11. Ә инде «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын. 15Өй ҡыйығында булғандар, берәй нәмә алыр өсөн аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен; 16баҫыуҙа булғандар иһә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын. 17Ул көндәрҙә йөклө булған йәки имсәк балалы ҡатындарға ҡайғы! 18Былар ҡышҡа тап килмәһен, тип доға ҡылығыҙ. 19#Днл 12:1.Сөнки ул көндәрҙә, Алла донъяны яратҡандан алып бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ афәт килер. 20Әгәр ҙә Раббы ул көндәрҙе ҡыҫҡартмаһа, һис кем иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин Раббы Үҙе һайлап алғандар хаҡына ул көндәрҙе ҡыҫҡартты.
21Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки: «Ул ана унда!» – тиһә, ышанмағыҙ! 22Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер. 23Шуға күрә һаҡ булығыҙ – барыһын да Мин һеҙгә алдан әйттем.
Әҙәм Улының килеүе
(Маҫ 24:27-31; Лк 21:25-28)
24 # Ишғ 13:10; Йои 2:10, 31. Ләкин ул көндәрҙә, афәттән һуң,
«ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ,
25күктән йондоҙҙар ҡойолор,
күк көстәре тетрәр».
26 # Днл 7:13. Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр. 27Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр.
Инжир ағасынан ғибрәт алыу
(Маҫ 24:32-35; Лк 21:29-33)
28Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп япраҡ ярған саҡта, һеҙ йәй яҡынлашҡанын беләһегеҙ. 29Шуның кеүек, быларҙың ғәмәлгә ашҡанын күргәндә, Әҙәм Улының яҡында, ишек төбөндә генә булғанын белерһегеҙ. 30Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла әлеге быуын алмашынып өлгөрмәҫ элек ғәмәлгә ашыр. 31#Зәб 118:89; Ишғ 40:8.Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
32Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен бер кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә. 33Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ#13:33 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «…уяу булығыҙ һәм доға ҡылығыҙ» тиелгән.! Һеҙ бит ул ваҡыттың ҡасан етәсәген белмәйһегеҙ. 34Был сәфәргә сыҡҡан кешегә оҡшаш. Ул үҙ өйөн хеҙмәтселәренә ҡалдырып, уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен эш ҡушып, ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға бойора. 35Шуға күрә, уяу булығыҙ! Өй хужаһының ҡасан ҡайтырын белмәйһегеҙ бит: кисме, төн уртаһындамы, тәүге әтәс ҡысҡырғандамы, йәиһә иртәнсәкме. 36Көтмәгәндә ҡайтып инеп, үҙегеҙҙе йоҡлап ятҡан килеш күреп ҡалмаһын! 37Һеҙгә әйткәндәремде бөтәһенә лә әйтәм: уяу булығыҙ!

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in