YouVersion Logo
Search Icon

Маркус 14

14
Бейт-Әниәлә Ғайсаға май һөртөү
(Маҫ 26:2-5; Лк 22:1-2; Ях 11:45-53)
1 # Сығ 12:1-27. Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө икмәк байрамы булырға тейеш ине. Баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне. 2«Тик быны байрам ваҡытында эшләмәйек, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын», – тине улар.
3Ғайса Бейт-Әниәлә махаулы Шимғонда ашта саҡта, бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард#14:3 Нард – Һиндостанда үҫкән үҫемлек. майы һалынған алебастр#14:3 Алебастр – көршәк яһауҙа ҡулланылған аҡһыл-көрән төҫтәге йомшаҡ таш. һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде. Ул, һауытты ватып, майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо. 4Ҡайһы берәүҙәр, асыуланып, бер-береһенә:
– Ниңә был майҙы шулай әрәм итергә? 5Уны өс йөҙҙән ашыу динарға һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит, – тиешеп, ҡатынды әрләй башланы.
6– Теймәгеҙ уға, – тине Ғайса. – Ниңә уның хәтерен ҡалдыраһығыҙ? Минең өсөн яҡшылыҡ ҡылды бит ул. 7#Ҡнн 15:11.Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән, теләгән мәлегеҙҙә уларға яҡшылыҡ күрһәтә алаһығыҙ, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам. 8Ул хәленән килгәнде эшләне: Минең тәнемде алдан уҡ майлап, ерләргә әҙерләне. 9Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның ҡылған эше хаҡында һөйләйәсәктәр.
Йәһүҙәнең хыянаты
(Маҫ 26:14-16; Лк 22:3-6)
10Шул осорҙа Йәһүҙә Искариот, ун ике шәкерттең береһе, Ғайсаны баш ҡаһиндар ҡулына тапшырырға ниәтләп, улар янына китте. 11Тегеләр быны ишетеп шатланды, уға аҡса бирергә вәғәҙә итте. Йәһүҙә, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыр өсөн, уңайлы мәл эҙләй башланы.
Ҡотҡарылыу байрамы ашы
(Маҫ 26:17-30; Лк 22:7-23)
12 # Сығ 12:1-27. Сөсө икмәк байрамының Ҡотҡарылыу байрамы#14:12 Ҡотҡарылыу байрамында йәһүдтәрҙең Мысыр ҡоллоғонан ҡотолоуы хәтергә алына. Грек телендә был байрам «Пасха» тип атала. бәрәсе салынған тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайсанан:
– Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа ашағың килә? Беҙ барып әҙерләйек, – тип һоранылар.
13– Ҡалаға барығыҙ, – тине Ул ике шәкертенә. – Унда һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар, шуның артынан эйәрегеҙ. 14Ул ингән өйҙөң хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ. 15Ул һеҙгә өҫкө ҡатта йыһазландырылған, әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, беҙгә ашты шунда яраштырығыҙ.
16Шәкерттәр ҡалаға китте һәм, бөтәһен дә Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашы әҙерләне.
17Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән килде. 18Ашап ултырғанда Ул:
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан Минең менән бергә ашап ултырған берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.
19Шәкерттәре, хәсрәткә төшөп, бер-бер артлы:
– Мин түгелдер бит? – тип һорай башланы.
20Ғайса уларға былай яуап бирҙе:
– Ул ун икегеҙҙең береһе – икмәген Минең менән бер һауытҡа манып ашаусы. 21Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
22Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште.
– Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.
23Шунан кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә бирҙе. Барыһы ла шул кәсәнән эсте.
24 # Сығ 24:8; Йер 31:31, 33-34. – Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан. 25Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығында яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен, – тине Ғайса.
26Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына йүнәлде.
27 # Зәк 13:7. – Һеҙ бөтәгеҙ ҙә Мине ташлаясаҡһығыҙ. Изге Яҙмала:
«Көтөүсене һәләк итермен,
шунда һарыҡтар таралышып бөтөр», –
тип яҙылған. 28Ләкин, үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барып етермен, – тине Ғайса.
29– Бөтәһе лә Һине ташлаһа ла, мин ташламаясаҡмын! – тине Петрус.
30– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә таң әтәсе ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине уға Ғайса.
31Ләкин Петрус үҙ һүҙендә ныҡ тороп:
– Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, мин һинән ваз кисмәйәсәкмен! – тине.
Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.
Ғайсаның Геҫшемани баҡсаһында доға ҡылыуы
(Маҫ 26:36-46; Лк 22:39-46)
32Улар Геҫшемани тигән урынға килде. Унда Ғайса шәкерттәренә:
– Мин доға ҡылғансы, һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ, – тине.
33Ул Үҙе менән Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алды. Уны дәһшәт һәм хәүеф солғап алды. 34Ғайса шәкерттәренә былай тине:
– Күңелемде үлемесле ҡайғы баҫты. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ. Уяу булығыҙ!
35Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән ятып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Мине урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы:
36– Абба#14:36 Абба – арами телендә «Атай» тигән мәғәнәлә., Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазап туҫтағын Минән үткәреп ебәрсе! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.
37Ғайса, әйләнеп килеп, уларҙың йоҡлап ятҡанын күрҙе.
– Шимғон, йоҡлап ятаһыңмы? Бер генә сәғәт тә уяу ултыра алманыңмы ни? – тине Ул Петрусҡа. – 38Уяу булығыҙ, һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
39Ғайса тағы ситкә китте, шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп, доға ҡылды. 40Ул, әйләнеп килеп, шәкерттәренең тағы йоҡлап ятҡанын күрҙе. Уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. Улар Ғайсаға ни әйтергә лә белмәне. 41Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға:
– Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк. 42Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине.
Ғайсаны ҡулға алыу
(Маҫ 26:47-56; Лк 22:47-50; Ях 18:3-11)
43Ул һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыс-суҡмарҙар күтәреп, баш ҡаһиндар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар ебәргән кешеләр бар ине. 44Хыянатсы: «Мин кемде үбәм, шул Ғайса булыр. Уны тотоғоҙ ҙа ышаныслы һаҡ аҫтында алып китегеҙ», – тип әйтеп, улар менән алдан уҡ һүҙ ҡуйышҡайны. 45Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә:
– Остаз! – тип Уны үбеп алды.
46Ғайсаны шунда уҡ тотоп, һаҡ аҫтына алдылар. 47Ғайса эргәһендәгеләрҙең береһе ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө.
48– Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? 49Көн һайын Алла йортонда арағыҙҙа булдым, аң-белем бирҙем, ә һеҙ Мине тотманығыҙ. Әммә әйҙә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын! – тине Ғайса.
50Шул саҡ шәкерттәренең барыһы ла Уны ташлап ҡасып бөттө.
51Яланғас тәненә япма бөркәнгән бер егет Ғайса артынан эйәрҙе. Уны тотоп алдылар, 52ләкин ул, япмаһын тегеләрҙең ҡулында ҡалдырып, яланғас хәлдә ҡасып китте.
Ғайса Юғары кәңәшмә алдында
(Маҫ 26:57-68; Лк 22:54-55, 63-71; Ях 18:12-13, 19-24)
53Ғайсаны иң баш ҡаһин алдына алып килделәр. Унда бөтә баш ҡаһиндар, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. 54Петрус иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш ҡаһиндың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ул унда һаҡсылар менән бергә усаҡ янына ултырып йылына башланы. 55Баш ҡаһиндар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлем язаһына тарттырыу өсөн, Уға ҡаршы шаһитлыҡ эҙләне, ләкин таба алманы. 56Күптәр Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылды, әммә уларҙың дәлилдәре бер-береһенә тап килмәне. 57Ҡайһы берәүҙәр, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ биреп:
58– Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр.
59Ләкин уларҙың был дәлилдәре лә бер-береһенә тап килмәне.
60Шул мәлдә иң баш ҡаһин уртаға сығып Ғайсанан:
– Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны.
61Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш ҡаһин Унан тағы:
– Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны.
62 # Днл 7:13. – Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ!
63Иң баш ҡаһин кейемен йыртып ебәрҙе:
– Беҙгә башҡа шаһиттарҙың нимәгә кәрәге бар? 64#Лев 24:16.Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен үҙегеҙ ишеттегеҙ! Нимә уйлайһығыҙ был хаҡта?
Бөтәһе лә, Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, тигән фекер менән килеште. 65Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан Уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.
Петрустың Ғайсаны инҡар итеүе
(Маҫ 26:69-75; Лк 22:54-62; Ях 18:15-18, 25-27)
66Был ваҡытта Петрус аҫта, ихатала ине. Иң баш ҡаһиндың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә, 67усаҡ янында йылынып ултырған Петрусты күреп, уға текләп ҡараны:
– Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине.
68Әммә Петрус:
– Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.
69Хеҙмәтсе ҡыҙ уны тағы күреп ҡалды һәм үҙ янында торғандарға:
– Был кеше – уларҙың береһе, – тине.
70Петрус тағы ваз кисте. Бер аҙҙан шунда торғандар уға:
– Һин ысынлап та шуларҙың береһе. Һин дә Галилеянан бит! – тинеләр.
71Ә Петрус:
– Мин һеҙ һөйләгән ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы.
72Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петрус, Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in