Маркус 16
16
Ғайсаның терелеүе
(Маҫ 28:1-8; Лк 24:1-10; Ях 20:1-18)
1Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡуптың әсәһе Мәрйәм һәм Саломе, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды. 2Аҙнаның беренсе көнөндә иртән иртүк, ҡояш сығыу менән, улар ҡәбер янына килде. 3Юлда бер-береһенә:
– Ҡәбер ауыҙына терәп ҡуйылған ташты беҙгә кем шылдырып бирер икән? – тиештеләр.
4Килеп еткәс, ҡараһалар – таш ситкә ауҙарылған. Ә ул таш бик ҙур ине. 5Ҡәбер эсенә инеү менән, уң яҡта ултырған аҡ кейемле бер егетте күреп, ҡоттары осто.
6– Ҡурҡмағыҙ! – тине егет уларға. – Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын. 7Һеҙ Уның шәкерттәренә һәм Петрусҡа барып: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Үҙе әйткәнсә, Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ.
8Ҡатындар, ҡәбер эсенән сыҡҡас, аптырауҙан ҡалтырана-ҡалтырана тороп йүгерҙеләр, һис кемгә бер ни әйтмәнеләр, сөнки улар бик ныҡ ҡурҡҡайны#16:8 Иң боронғо ҡулъяҙмаларҙа 9-20-се аяттар юҡ, әммә был аяттар элекке ваҡыттарҙан китаптың шикһеҙ өлөшө һанала..
Ғайсаның магдалалы Мәрйәмгә күренеүе
9Аҙнаның беренсе көнөндә, иртән иртүк, терелеп торғас, Ғайса иң тәүҙә магдалалы Мәрйәмгә күренде. Ул был ҡатындың эсенән ете енде ҡыуып сығарғайны. 10Мәрйәм Ғайсаны күреүе тураһында элек Уның менән бергә булғандарға хәбәр итте. Улар, хәсрәткә төшөп, илайҙар ине, 11Ғайсаның тере булыуын һәм Мәрйәмдең Уны күреүен ишетһәләр ҙә, ышанманылар.
12Бынан һуң Ғайса ауылға китеп барған ике шәкертенә башҡа ҡиәфәттә күренде. 13Улар, кире ҡайтып, был турала бүтәндәргә хәбәр итте, ләкин уларға ла ышанманылар.
14Ниһайәт, Ғайса ашап ултырған ун бер шәкертенә күренде. Уларҙы ышанмағандары, таш йөрәкле булғандары өсөн шелтәләне, сөнки улар үленән терелеп торған Ғайсаны күргән кешеләргә ышанмағайны.
Ғайсаның шәкерттәренә йомошо
(Маҫ 28:18-20; Лк 24:36-53; Ях 20:19-23; Ғмл 1:7-12)
15Ғайса уларға:
– Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ. 16Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмағандар хөкөм ителәсәк. 17Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар, Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер, 18ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарар күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр.
19Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы. 20Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.
Currently Selected:
Маркус 16: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023