YouVersion Logo
Search Icon

Маркус 7

7
Ата-баба йолалары һәм Алла бойороғо
(Маҫ 15:1-20)
1Йәрүсәлимдән килгән фарисейҙар һәм ҡайһы бер ҡанун белгестәре Ғайса янына йыйылды. 2Улар Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәренең икмәкте бысраҡ, йәғни йола буйынса йыуылмаған ҡул менән тотоп ашауын күргәйне. 3Барлыҡ йәһүдтәр кеүек фарисейҙар ҙа, ата-бабаларҙан килгән дини йолаға таянып, ҡулдарын шартына килтереп йыумайынса ашарға ултырмайҙар ине. 4Баҙарҙан ҡайтҡас та, тейешенсә йыуынмайынса ашамайҙар. Тағы күп ҡағиҙәләрҙе, мәҫәлән, кәсәләрҙе, көршәктәрҙе һәм баҡыр һауыттарҙы йыуыу тәртибен дә теүәл үтәйҙәр.
5Фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсанан:
– Ниңә Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан килгән йолаларҙы үтәмәй, ризыҡты бысраҡ ҡул менән тотоп ашай? – тип һоранылар.
6 # Ишғ 29:13. Ғайса уларға:
– Ишағыяһ пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙ ике йөҙлөләр хаҡында бик дөрөҫ әйткән, – тип яуапланы. – Изге Яҙмала яҙылғанса:
«Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә,
әммә күңелдәре Минән алыҫ.
7Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа:
улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә».
8Алла бойороғон ситтә ҡалдырып, һеҙ кеше урынлаштырған йолаларҙы үтәйһегеҙ. 9Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла бойороғон кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. – 10#Сығ 20:12; Ҡнн 5:16.#Сығ 21:17; Лев 20:9.Муса: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм: «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кешегә үлем язаһы бирелһен», – тип әйткән бит. 11Ә һеҙ, әгәр ҙә кеше атаһына йәки әсәһенә: «Мин һиңә бирергә тейеш булғанды Аллаға ҡорбан, йәғни Аллаға бүләк, итеп вәғәҙә иттем», – тип әйтә икән, 12ул кешегә атаһы йәки әсәһе өсөн башҡа бер ни ҙә эшләмәһә лә ярай, тип өйрәтәһегеҙ. 13Үҙегеҙ үк өйрәткән йолағыҙ менән Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. Бына шуға оҡшаған күп эштәр ҡылаһығыҙ.
14Ул халыҡты ҡабат янына саҡырып алып:
– Бөтәгеҙ ҙә Мине тыңлағыҙ һәм аңларға тырышығыҙ! 15-16Кешене тыштан ингән һис нәмә бысрата алмай, әммә уны эсенән сыҡҡаны бысрата#7:15-16 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 16-сы аят та бар: «Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!», – тине.
17Ғайса халыҡты ҡалдырып өйгә ингәс, шәкерттәре Унан был һүҙҙәрҙе аңлатыуын һораны.
18– Әллә һеҙ ҙә төшөнмәйһегеҙме? – тине Ул. – Кеше эсенә тыштан ингән бер нәмәнең дә уны бысрата алмауын аңламайһығыҙмы? 19Был нәмәләр уның йөрәгенә түгел, ә ҡарынына инә һәм сығарып ташлана! (Бының менән Ғайса бөтә ризыҡтың да хәләл булғанын белдерҙе.)
20 # Йер 17:9. Ул һүҙен дауам итте:
– Кешенең эсенән нимә сыға, шул уны бысрата; 21яуыз уйҙар – фәхешлек итеү, урлашыу, кеше үлтереү, 22зина ҡылыу, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, күңеленән сыға. 23Бөтөн был яманлыҡтар кешенең эсенән сығып уны бысрата ла инде.
Мәжүси ҡатындың ышанысы
(Маҫ 15:21-28)
24Бынан ары Ғайса Тир төбәгенә юл тотто. Унда бер өйгә инде. Килеүе хаҡында бер кемдең дә белеүен теләмәгәйне, тик йәшенеп ҡала алманы. 25Бәләкәс ҡыҙының эсенә яуыз рух эйәләшкән бер ҡатын Ғайса тураһында ишетеп ҡалды ла килеп аяғына йығылды. 26Тыумышы менән Сүриә Фойникәһенән булған был ҡатын мәжүси ине. Ул Ғайсанан ҡыҙының эсендәге енде ҡыуып сығарыуын ялбарҙы.
27– Тәүҙә балалар ашап туйһын, – тине уға Ғайса. – Икмәкте балаларҙан алып көсөктәргә ырғытыу яҡшы түгел.
28– Әфәндем, – тине ҡатын. – Көсөктәр ҙә бит өҫтәл аҫтында балалар ҡойған валсыҡтарҙы ашай.
29– Бына шулай яуап биргәнеңә күрә, – тине Ғайса, – бар, өйөңә ҡайт: ҡыҙыңдың эсендәге ен сыҡты.
30Ҡатын өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ҡыҙының иҫән-һау килеш түшәктә ятҡанын күрҙе. Ен уның эсенән сыҡҡайны инде.
Һаңғырау һәм тотлоҡҡан кешене һауыҡтырыу
(Маҫ 15:29-31)
31Ғайса, Тир яҡтарынан ҡайтышлай, Сидон һәм Ун Ҡала төбәге аша үтеп, Галилея күленә сыҡты. 32Уның янына тотлоғоп һөйләшкән һаңғырау кешене алып килделәр, Ғайсаның уға ҡулдарын ҡуйыуын үтенделәр.
33Ғайса уны халыҡ төркөмөнән ситкә алып китте. Икәүҙән-икәү ҡалғас, бармаҡтарын уның ҡолаҡтарына тыҡты ла, төкөрөп, теленә ҡағылды. 34Күккә ҡарап көрһөндө лә:
– Эффата! (Йәғни «Асыл!») – тине.
35 # Ишғ 35:5, 6. Шунда уҡ теге кешенең ҡолаҡтары асылды, теле сиселде, һәм ул асыҡ итеп һөйләшә башланы. 36Ғайса ундағыларға был хаҡта ла бер кемгә лә һөйләп йөрөмәҫкә ҡушты. Әммә Ул тыйған һайын, улар тағы ла күберәк һөйләне. 37Кешеләрҙең ғәжәпләнеүҙәренең сиге юҡ ине.
– Ул барыһын да яҡшы итеп эшләй: һаңғырауҙарҙы ишеттерә, телһеҙҙәрҙе һөйләштерә! – тине улар.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

Video for Маркус 7