YouVersion Logo
Search Icon

Маркус 8

8
Дүрт мең кешене туйҙырыу
(Маҫ 15:32-39)
1Ул көндәрҙә тағы күп кеше йыйылды, уларҙың ашар ризыҡтары юҡ ине. Ғайса шәкерттәрен саҡырып:
2– Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. 3Әгәр Мин уларҙы ас килеш өйҙәренә ҡайтарып ебәрһәм, юлда хәлдәре бөтөр. Ҡайһы берҙәре алыҫтан килгән бит, – тине.
4– Бынау ҡола ялан ерҙә барыһын да туйҙырырлыҡ икмәкте ҡайҙан алмаҡ кәрәк инде? – тип яуап бирҙе шәкерттәре.
5– Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? – тип һораны Ғайса.
– Ете, – тине улар.
6Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла, ете икмәкте алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе, улары халыҡҡа таратты. 7Бер аҙ балыҡтары ла бар ине. Ғайса, шөкөрана ҡылғас, уларҙы ла өләшергә ҡушты. 8Кешеләр ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы ете кәрзин итеп йыйып алдылар. 9Ә ашаусылар дүрт мең самаһы кеше ине. Ғайса уларҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. 10Үҙе шунда уҡ, шәкерттәре менән кәмәгә ултырып, Далмануҫа ерҙәренә китте.
Фарисейҙарҙың билдә талап итеүе
(Маҫ 16:1-4)
11Фарисейҙар килеп, Ғайса менән бәхәсләшә башланы. Уны һынарға теләп, күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иттеләр. 12Ғайса ауыр көрһөндө:
– Ниңә был заман кешеләре илаһи билдә талап итә икән? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөнгө быуынға илаһи билдә бирелмәйәсәк, – тине.
13Ғайса улар янынан китте, тағы кәмәгә ултырып, аръяҡҡа сыҡты.
Фарисейҙарҙың һәм Һирудтың әсеткеһе
(Маҫ 16:5-12)
14Шәкерттәр үҙҙәре менән икмәк алырға онотҡайны, кәмәлә бер генә икмәктәре бар ине. 15Ғайса шәкерттәрен:
– Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Һируд әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.
16Шәкерттәр үҙ-ара: «Икмәгебеҙ булмағанға шулай тип әйтәлер», – тип һөйләшә ине. 17Ғайса, быны белеп, уларға:
– Ни өсөн һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ? – тине. – Һаман аңығыҙға барып етмәйме, бер нимә лә аңламайһығыҙмы? Күңелдәрегеҙ бөтөнләйгә ҡатып ҡалғанмы ни? 18Күҙҙәрегеҙ булып та, күрмәйһегеҙме? Ҡолаҡтарығыҙ булып та, ишетмәйһегеҙме? Хәтерләмәйһегеҙме ни: 19Мин биш икмәкте биш мең кешегә бүлгеләп биргәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ?
– Ун ике, – тинеләр Уға.
20– Ә инде ете икмәкте дүрт меңгә бүлгәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ?
– Ете, – тип яуапланы тегеләр.
21– Әле һаман да аңламайһығыҙмы? – тине Ғайса.
Ғайсаның Бейт-Сайдала һуҡырҙы һауыҡтырыуы
22Бына улар Бейт-Сайдаға килде. Кешеләр бер һуҡырҙы алып килделәр ҙә Ғайсаның уға ҡул тейҙереүен үтенделәр. 23Ғайса һуҡырҙы етәкләп ауылдан алып сыҡты, күҙҙәренә төкөрөгөн бөркөп, ҡулдарын ҡуйҙы.
– Берәй нимә күрәһеңме? – тип һораны.
24– Кешеләрҙе күрәм, – тине теге өҫкә ҡарап. – Ағастарға оҡшағандар, тик йөрөйҙәр.
25Ғайса ҡулдарын уның күҙҙәренә ҡабат ҡуйып алғас, ул текләп ҡараны ла, һауығып, бөтә нәмәне асыҡ итеп күрҙе.
26Ғайса:
– Бар, ауылға инеп торма, – тип уны өйөнә ҡайтарып ебәрҙе.
Петрустың Ғайсаны Мәсих тип таныуы
(Маҫ 16:13-20; Лк 9:18-21)
27Ғайса шәкерттәре менән Филиппус Ҡайсареяһы тирәһендә урынлашҡан ауылдарға китте. Юлда барғанда Ул шәкерттәренән:
– Кешеләр Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораны.
28– Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тип яуап ҡайтарҙылар.
29– Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораны Ғайса.
– Һин – Мәсих, – тине Петрус.
30Ғайса Үҙе тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.
Ғайсаның үлеп тереләсәге хаҡында әйтеүе
(Маҫ 16:21-23; Лк 9:22)
31Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерәсәге, аҡһаҡалдар, баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағыласағы һәм үлтереләсәге, ә өс көндән һуң тереләсәге тураһында аңлата башланы. 32Был хаҡта Ул асыҡтан-асыҡ һөйләне. Шул ваҡыт Петрус, Ғайсаны ситкәрәк алып китеп, Уға ҡаршы төштө. 33Әммә Ғайса шәкерттәренә боролоп ҡараны ла Петрусты:
– Кит янымдан, Иблис! Һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тип тыйып ҡуйҙы.
34Шәкерттәрен һәм халыҡты саҡырып, Ғайса былай тине:
– Әгәр берәй кеше Минең артымдан барырға теләһә, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, үҙенең арҡысағын#8:34 Арҡысаҡ – ул заманда кешеләрҙе язалап үлтереү өсөн ҡулланылған бер-береһенә тура мөйөшләп ҡағылған ике бүрәнә. Был яйланманы «тәре» тип тә атайҙар. йөкмәп, Миңә эйәрһен. 35Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; әммә кем үҙенең йәнен Минең хаҡыма һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына юғалта, уны һаҡлап ҡалыр. 36Әгәр кеше бөтөн донъяны ҡаҙанып та, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? 37Йәнен ҡайтарып алыр өсөн ул нимә түләй ала? 38Иманһыҙ һәм гонаһлы был быуын алдында кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла, Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгәндә, ул кешенән оялыр.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in