Маркус 9
9
1– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнсе, үлем татымаҫ.
Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе
(Маҫ 17:1-13; Лк 9:28-36)
2Алты көндән һуң Ғайса, Петрусты, Яҡупты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе: 3кейемдәре балҡып, ер йөҙөндә һис кем был тиклем ағарта алмаҫлыҡ ап-аҡ төҫкә инде. 4Уларҙың ҡаршыһында Ильяс менән Муса пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды. Улар Ғайса менән һөйләшә ине. 5Петрус Ғайсаға:
– Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине.
6Был һүҙҙәрҙе ул нимә тип әйтергә белмәгәнлектән әйтте, сөнки улар өсөһө лә бик ҡурҡҡайны. 7#Ҡнн 18:18-19.Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде. 8Шәкерттәр ҡапыл тирә-яҡтарына ҡарап алдылар, әммә яндарында Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәнеләр.
9Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға, Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, әле күргәндәрен берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. 10Улар был һүҙҙәрҙе күңелдәренә һалып ҡуйҙы, ләкин үҙ-ара: «Уның „үленән терелеп тороу“ тигәне нимә аңлата икән?» – тип һөйләштеләр. 11Ғайсанан иһә:
– Ниңә ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һоранылар.
12 #
Млх 4:5-6. – Ысынлап та, тәүҙә Ильяс килеп, һәр нәмәне үҙ урынына ҡуясаҡ, – тине Ғайса. – Ни өсөн Изге Яҙмала, Әҙәм Улына күп ғазаптар күрергә, кәмһетелергә тура киләсәк, тип яҙылған һуң? 13Ләкин Мин һеҙгә шуны әйтәм: Ильяс килде инде һәм, уның тураһында яҙылғанса, уға ҡарата нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар.
Ен эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу
(Маҫ 17:14-19; Лк 9:37-42)
14Бүтән шәкерттәр янына әйләнеп ҡайтҡас, бында күп халыҡ йыйылғанын һәм ҡанун белгестәренең улар менән бәхәсләшеп торғанын күрҙеләр. 15Ғайсаны күреү менән, бөтә халыҡтың иҫе китте, йүгереп килеп, Уны сәләмләнеләр. 16Ғайса шәкерттәренән:
– Улар менән нимә хаҡында бәхәсләшәһегеҙ? – тип һораны.
17Халыҡ араһынан берәү:
– Остаз! Мин Һиңә үҙемдең улымды алып килгәйнем. Эсенә яуыз рух эйәләшеп, баламды телһеҙ итте. 18Ен уны теләһә ҡайҙа эләктереп ала ла ергә бәрә. Малай, ауыҙынан күбек ағыҙып, тештәрен шығырҙатып, тәне тартышып ҡата. Шәкерттәреңдән енде ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, булдыра алманылар, – тине.
19– Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!
20Баланы алып килделәр. Ғайсаны күреү менән, яуыз рух малайҙың тәнен дер һелкетә башланы. Бала, ергә йығылып, ауыҙынан күбек ағыҙа-ағыҙа тәгәрләй башланы. 21Ғайса малайҙың атаһынан:
– Ул был хәлгә күптән тарынымы? – тип һораны.
– Бала сағынан шулай, – тип яуап бирҙе атаһы. – 22Яуыз рух, уны һәләк итергә тырышып, йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташланы. Ҡулыңдан килһә, ярҙам ит, ҡыҙған беҙҙе!
23– «Ҡулыңдан килһә»? Был ни тигән һүҙ ул? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса.
24Малайҙың атаһы шунда уҡ ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ышанам! Әммә ышанысым аҙ, уны нығытырға ярҙам ит миңә!
25Халыҡтың йүгерә-атлай йыйылыуын күргән Ғайса яуыз рухҡа:
– Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: баланың эсенән сыҡ та бүтән инмә! – тине.
26Яуыз рух, малайҙың тәнен бик ныҡ тартыштырып, һөрәнләп килеп сыҡты. Малай үлгәндәй булды. Шунлыҡтан күптәр уны «үлде» тине. 27Ғайса ҡулынан тотоп торғоҙғас, малай аяғына баҫты.
28Ғайса өйгә инде. Шәкерттәре Уның менән үҙҙәре генә ҡалғас:
– Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.
29– Бындай ендәрҙе бары тик доға менән#9:29 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «…бары тик доға һәм ураҙа менән генә…» тиелгән. генә ҡыуып сығарып була, бүтән төрлө юлы юҡ, – тине Ғайса.
Ғайсаның үлеп тереләсәге тураһында ҡабат әйтеүе
(Маҫ 17:22-23; Лк 9:43-45)
30Бынан киткәс, улар Галилея ере аша үтте. Ғайса был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәне, 31сөнки Үҙенең шәкерттәрен аң-белемгә өйрәтеү менән мәшғүл ине.
– Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул.
32Шәкерттәре был һүҙҙәрҙең айышына төшөнмәне, әммә Унан һорарға ҡурҡтылар.
Кем иң бөйөгө?
(Маҫ 18:1-5; Лк 9:46-48)
33Улар Капернаумға әйләнеп килде. Өйгә ингәс, Ғайса шәкерттәренән:
– Юлда саҡта һеҙ нимә тураһында һөйләштегеҙ? – тип һораны.
34Тегеләр өндәшмәне, сөнки юл буйына араларында кем иң бөйөгө тип бәхәсләшеп килгәйнеләр. 35Ғайса, ултырғас, ун ике шәкертен янына саҡырып:
– Кем беренсе булырға теләй, шул иң һуңғыһы булһын һәм бөтәһенә лә хеҙмәт итһен, – тине.
36Ул бер баланы алып уларҙың уртаһына баҫтырҙы ла, уны ҡосаҡлап, шәкерттәренә:
37– Ошондай балаларҙың береһен кем Минең хаҡыма ҡабул итә, шул Мине лә ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәргәнде ҡабул итә, – тине.
«Кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы»
(Маҫ 10:42; 18:8-9; Лк 9:49-50; 17:1-2)
38– Остаз, – тине Яхъя, – беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ.
39Ғайса былай яуап бирҙе:
– Тыймағыҙ уны. Минең исемем менән мөғжизәле эш ҡыла алған кеше Минең хаҡта яман һүҙ һөйләмәҫ. 40Кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы. 41Кем Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн һеҙгә бер сеүәтә һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.
42Әммә Миңә ышанған бынау кесе йәндәрҙең берәйһен юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине. 43-44Әгәр ҙә ҡулың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике ҡуллы булып йәһәннәмгә, һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа сулаҡ килеш инеүең хәйерлерәк#9:43-44 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 44-се, 46-сы аяттар ҙа бар: «Унда ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй».. 45-46Әгәр ҙә аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике аяҡлы булып йәһәннәмгә ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа аҡһаҡ килеш инеүең хәйерлерәк#9:45-46 43-сө аяттың иҫкәрмәһен ҡарағыҙ.. 47#Ишғ 66:24.Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып алып ташла! Ике күҙең менән йәһәннәмгә ырғытылыуға ҡарағанда, һыңар күҙле килеш Алла Батшалығына инеүең хәйерлерәк. 48Йәһәннәмдә кешеләрҙе кимереүсе ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй. 49Һәр кем ут менән «тоҙланыр»#9:49 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «һәр ҡорбан тоҙ менән тоҙланыр» тигән һүҙҙәр ҙә бар..
50Тоҙ – яҡшы нәмә, ә тоҙ тоҙһоҙланһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһығыҙ? Тоҙ һеҙҙең үҙегеҙҙә булһын һәм бер-берегеҙ менән татыу булығыҙ.
Currently Selected:
Маркус 9: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023