Башланмыш 4
4
Ҡабил менән Һабил
1Әҙәм ҡатыны Һауа менән яҡынлыҡ ҡылды. Һауа ауырға ҡалды һәм Ҡабил#4:1 Ҡабил – йәһүдсә «Ҡаин» – «ҡабул итеү» мәғәнәһендәге ҡылымдан яһалған. исемле улын тапты. «Раббы рәхмәте менән уллы булдым», – тине Һауа. 2Шунан һуң Ҡабилдың ҡустыһы Һабилды тыуҙырҙы. Һабил һарыҡ көттө, ә Ҡабил ер эшкәртте.
3Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ҡабил үҫтереп алған уңышынан Раббыға бүләк килтерҙе. 4Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның бүләген хуш күрҙе, 5ә Ҡабилды һәм уның бүләген оҡшатманы. Асыуҙан Ҡабилдың һөмһөрө ҡойолдо.
6– Ниңә кәйефең ҡырылды? – тип һораны Раббы Ҡабилдан. – Ниңә йөҙөңдө һөрөм ҡапланы? 7Ҡылғаның яҡшы булһа, Мин ҡабул итмәҫ инемме ни? Әммә ҡылғаның яҡшы булмаһа, гонаһ, ишек төбөндә боҫоп, һине һағалар. Әммә-ләкин һин уға хужа бул.
8Ҡабил ҡустыһы Һабилға:
– Әйҙә, яланға сығайыҡ, – тине.
Бергәләп яланға сыҡтылар. Шунда Ҡабил Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе.
9Раббы Ҡабилдан:
– Һабил ҡустың ҡайҙа? – тип һораны.
– Белмәйем, – тип яуапланы Ҡабил. – Әллә мин ҡустыма һаҡсымынмы?
10– Нишләнең һин? – тине Раббы. – Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә!
11Туғаныңдың һинең ҡулың менән түгелгән ҡанын йотор өсөн ауыҙын асҡан тупраҡ һине ҡәһәрләй. 12Инде нисек кенә эшкәртһәң дә, ул һиңә уңышын бирмәҫ. Ер йөҙөндә берәҙәк булып ҡыуылып йөрөйәсәкһең.
13– Язам күтәрә алмаҫлыҡ ауыр, – тине Ҡабил Раббыға. – 14Бына бөгөн Һин мине был тупраҡтан ҡыуаһың. Һинең хозурыңдан йәшенеп, ер йөҙөндә берәҙәк һәм ҡасаҡ буласаҡмын. Юлымда кем тап килә, шул мине үлтерәсәк.
15Әммә Раббы былай тине:
– Кем дә кем Ҡабилды үлтерә, шул кешенән ете тапҡыр артығыраҡ ҡон ҡайтарылыр.
Шулай итеп, Раббы, осраған кешеләрҙең береһе лә үлтермәһен өсөн, Ҡабилға киҫәтеүсе тамға һалды. 16Ҡабил, Раббы хозурынан китеп, Ғедәндән көнсығыштағы Нод ерендә урынлашты.
17Ҡабил ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылды. Ҡатыны ауырға ҡалды һәм улы Ханохты тапты. Ҡабил ҡала төҙөнө, уны улының исеме менән Ханох тип атаны. 18Ханохтың улы Ғирад, Ғирадтың – Мехияил, Мехияилдың – Меҫушаил, Меҫушаилдың Ләмәх исемле улдары тыуҙы. 19Ләмәх ике ҡатынға өйләнде, береһенең исеме Ғада, икенсеһенеке Силла ине. 20Ғаданың Явал исемле улы тыуҙы. Явал мал аҫрап сатырҙа йәшәгән халыҡтарҙың тәүбабаһы булды. 21Явалдың ҡустыһы Ювал исемле ине – унан көснәлә һәм һыбыҙғыла уйнаусылар нәҫеле таралды. 22Силланың Тувал-Ҡаин исемле улы тыуҙы. Тувал-Ҡаин баҡырҙан һәм тимерҙән һәр төрлө ҡоралдар яһау оҫтаһы булды. Тувал-Ҡаиндың Нағама исемле ҡыҙ туғаны бар ине. 23Ләмәх ҡатындарына былай тине:
– Ғада, Силла, тауышымды ишетегеҙ!
Эй Ләмәхтең ҡатындары, һүҙемә ҡолаҡ һалығыҙ:
Мине яралаған өсөн бер кеше үлтерәм!
Мине зыянлаған өсөн бер егет үлтерәм!
24Ҡабил өсөн ете тапҡыр үс алынһа,
Ләмәх өсөн етмеш ете тапҡыр артыҡ булыр!
25Әҙәм ҡатыны менән тағы яҡынлыҡ ҡылды. Һауа ир бала тапты. «Алла миңә Ҡабил үлтергән Һабил урынына тағы бер ул бүләк итте», – тип, балаға Шеҫ#4:25 Шеҫ – йәһүд телендә «бағышлау», «бүләк итеү» мәғәнәһендә. тигән исем бирҙе. 26Шеҫтың да бер улы булды, уны Әнош тип атаны. Шул дәүерҙәрҙән алып кешеләр доғаларын Раббы исеменә бағышлай башланы.
Dewis Presennol:
Башланмыш 4: БашИЯ2023
Uwcholeuo
Rhanna
Copi
Eisiau i'th uchafbwyntiau gael eu cadw ar draws dy holl ddyfeisiau? Cofrestra neu mewngofnoda
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023