1
Яхъя 19:30
Инжил
Ғайса әсе шарапты аҙ ғына эскәс: – Тормошҡа ашты! – тине лә, башын эйеп йән бирҙе.
比較
Яхъя 19:30で検索
2
Яхъя 19:28
Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн: – Мин һыуһаным! – тине.
Яхъя 19:28で検索
3
Яхъя 19:26-27
Ғайса, Үҙенең әсәһен һәм шунда уҡ торған яратҡан шәкертен күреп, әсәһенә: – Ханым! Бына был – һинең улың, – тине. Унан шәкерткә: – Бына был – һинең әсәйең, – тине. Шул ваҡыттан шәкерт Мәрйәмде үҙ өйөнә алды.
Яхъя 19:26-27で検索
4
Яхъя 19:33-34
Әммә Ғайса янына килгәс, Уның инде үлгән булыуын күреп, аяҡтарына теймәнеләр. Ә бер ғәскәри Уның ҡабырғаһына һөңгө менән сәнсте, унан шунда уҡ ҡан ҡатыш һыу ағып сыҡты.
Яхъя 19:33-34で検索
5
Яхъя 19:36-37
Был хәлдәр Изге Яҙмала: «Уның һис бер һөйәге һындырылмаҫ», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн булды. Ә Изге Яҙманың башҡа бер урынында: «Улар үҙҙәре сәнскән Затҡа ҡарар», – тип тә әйтелгән.
Яхъя 19:36-37で検索
6
Яхъя 19:17
Ғайса, Үҙенең арҡысағын күтәреп, ҡаланың «Баш һөйәге урыны», йәғни йәһүдсә «Голгофа» тип аталған урынға килде.
Яхъя 19:17で検索
7
Яхъя 19:2
Ғәскәриҙәр, сәнскәк ботаҡтарынан таж үреп, Уның башына һалдылар, өҫтөнә ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙерҙеләр һәм
Яхъя 19:2で検索
ホーム
聖書
読書プラン
ビデオ