Матфей 2
2
Аҡыл эйәләренең килеүе
1Ғайса, Ирод батша идара иткән ваҡытта, Йәһүҙиә ерендәге Вифлеем ҡалаһында тыуҙы. Ошо ваҡытта көнсығыштан Иерусалимға аҡыл эйәләре килде.
2– Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар. – Беҙ, көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек тә, Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек.
3Был хаҡта ишеткәс, Ирод батша һәм уның менән бергә бөтөн Иерусалим халҡы хафаға ҡалды. 4Ул, халыҡтың бөтә баш руханиҙарын һәм ҡанун белгестәрен йыйып алып, уларҙан Мәсихтең ҡайҙа тыуырға тейешлеген һораны.
5– Йәһүҙиә ерендәге Вифлеем ҡалаһында, – тине улар. – Сөнки пәйғәмбәр аша Алла былай тигән:
6«Эй, Йәһүҙиәләге Вифлеем,
һин Йәһүҙә хакимдары араһында
иң бәләкәсе түгел,
сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ.
Ул Минең Израиль халҡымдың Көтөүсеһе буласаҡ».
7Шунан һуң Ирод, аҡыл эйәләрен йәшерен рәүештә саҡыртып алып, йондоҙҙоң теүәл ҡалҡҡан ваҡытын белеште, 8уларҙы Вифлеемға ебәрҙе:
– Барығыҙ, Бала тураһында барыһын да ентекләп һорашығыҙ. Уны тапҡас, миңә хәбәр итерһегеҙ. Мин дә барып уға сәждә ҡылайым.
9Батшаны тыңлап, аҡыл эйәләре юлға сыҡты. Ә улар көнсығышта күргән йондоҙ алдарынан барҙы һәм Бала булған урын өҫтөндә туҡтаны. 10Йондоҙҙо күреп, аҡыл эйәләренең ҡыуанысының сиге булманы.
11Өйгә ингәс, Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙеләр. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, ладан#2:11 Ладан – экзотик үҫемлектең киптерелгән сайыры. Уны яндырғанда хуш еҫле төтөн таралған. һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр. 12Төштәрендә, Ирод янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.
Мысырға ҡасыу
13Улар китеү менән, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде.
– Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да, Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда ҡал, сөнки Ирод, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.
14Йософ тороп, Бала менән Уның әсәһен алды ла, төн йөҙөндә Мысырға юлланды. 15Ирод үлгәнгә тиклем ул шунда ҡалды. Был иһә Раббының пәйғәмбәр аша: «Мин Улымды Мысырҙан саҡырып алдым», – тигәне ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
Сабыйҙарҙы үлтертеү
16Ирод, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙе буйынса Баланың йәшен билдәләп, Вифлеемдағы һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә үҙенең кешеләрен ебәрҙе. 17Иремия пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр шулай ғәмәлгә ашты:
18«Рама ҡалаһында көслө тауыш –
илау һәм һыҡтау тауышы ишетелә.
Балаларын йәлләп Рәхилә илай,
йыуанырға теләмәй,
сөнки улар юҡтар инде».
Мысырҙан ҡайтыу
19Ирод үлгәндән һуң, Мысырҙа Раббы фәрештәһе Йософтоң төшөнә инде. Ул:
20– Тор, Бала менән Уның әсәһен алып, Израиль еренә ҡайт. Баланың ғүмеренә ҡул һуҙыусылар үлде инде, – тине.
21Йософ торҙо ла, Бала менән Уның әсәһен алып, Израилгә ҡайтты. 22Әммә, Йәһүҙиәлә Ирод урынында улы Архелай батша идара итеүен ишетеп, Йософ унда барырға ҡурҡты. Төшөндә иҫкәртеү алғас, ул Галилея өлкәһенә китте. 23Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
Voafantina amin'izao fotoana izao:
Матфей 2: BskNT14
Asongadina
Hizara
Dika mitovy
Tianao hovoatahiry amin'ireo fitaovana ampiasainao rehetra ve ireo nasongadina? Hisoratra na Hiditra
© Институт перевода Библии, 2014

: