Матфей 5
5
Тауҙағы вәғәз
1Халыҡ төркөмдәрен күреп, Ғайса тауға менде. Ултырғас, Уның янына шәкерттәре килде.
«Кем бәхетле?»
2Ғайса уларҙы өйрәтә башланы:
3– Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар#5:3 Грекса һүҙмә-һүҙ: «Рухтары менән ярлы булғандар». бәхетле,
сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
4Хәсрәтлеләр бәхетле,
сөнки уларҙы йыуатырҙар.
5Йыуаштар бәхетле,
сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.
6Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле,
сөнки улар туйыныр.
7Шәфҡәтлеләр бәхетле,
сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер.
8Саф күңеллеләр бәхетле,
сөнки улар Алланы күрер.
9Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле,
сөнки улар Алла балалары тип аталыр.
10Дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле,
сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.
11Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле. 12Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр.
Тоҙ һәм яҡтылыҡ тураһында
13Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны нисек ҡабат тоҙландырырһығыҙ? Ул сығарып аяҡ аҫтына ташлауҙан башҡаға ярамаҫ.
14Һеҙ – донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында төҙөлгән ҡала йәшенеп ҡала алмаҫ. 15Шулай уҡ бер кем дә, шәмде тоҡандырғас, уны һауыт аҫтына ҡуймай, ә шәмдәлгә ултырта һәм ул өйҙәгеләрҙең бөтөнөһө өсөн дә яҡтырта. 16Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.
Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында
17Минең хаҡта, ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында яҙылғандарҙы юҡҡа сығарырға килгән, тип уйламағыҙ. Мин юҡҡа сығарырға түгел, ғәмәлгә ашырырға килдем. 18Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ер һәм күк юҡҡа сыҡҡанға тиклем, ҡанундың бәләкәй генә бер хәрефе лә, бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ, бөтәһе лә тормошҡа ашырыласаҡ. 19Шулай итеп, кем дә кем әмерҙәрҙең кескәй генәһенең дә ғәмәлдән сыҡҡанын иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр. 20Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүә булыуығыҙ ҡанун белгестәренекенән һәм фарисейҙарҙыҡынан өҫтөн түгел икән, Күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ.
Үлтереш һәм асыу тотоу тураһында
21Ата-бабаларығыҙға: «Үлтермә! Кеше үлтереүсе хөкөм ителергә тейеш», – тип әйтелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. 22Ә мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотоусы хөкөм ителеүгә лайыҡ. Туғанына: «Мәғәнәһеҙ», – тип әйтеүсе иһә Юғары кәңәшмә алдында яуапҡа тарттырылыуға, ә инде «Ахмаҡ», – тиеүсе йәһәннәм утына лайыҡ. 23Шуға күрә, ҡорбан килтереү урынына бүләк алып барғанда туғаныңдың һиңә ҡарата ниндәйҙер дәғүәһе барлығы иҫеңә төшһә, 24бүләгеңде ҡорбан килтереү урыны янында ҡалдыр ҙа, тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш, унан һуң ғына кире килеп бүләгеңде бир. 25Дәғүәсең һине хөкөмдарға алып барһа, юлда саҡта уҡ һис кисекмәҫтән уның менән килеш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр һәм үҙеңде төрмәгә ябырҙар. 26Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тиненә#5:26 Тин – грекса «кодрант». Кодрант – римлыларҙың аҡса берәмеге. 64 кодрант бер динарға тигеҙ булған. тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың.
Зина ҡылыу һәм айырылышыу тураһында
27«Зина ҡылма», – тип әйтелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. 28Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була. 29Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. 30Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.
31Шулай уҡ: «Берәйһе ҡатынын айыра икән, уға айырылышыу ҡағыҙы бирһен», – тип әйтелгәйне. 32Ә Мин һеҙгә әйтәм: әгәр ир кеше, ҡатынының зина ҡылыу сәбәбе булмай тороп, уның менән айырылышһа, ул уны зина ҡылыуға этәрә. Һәм иренән айырылған ҡатынға өйләнгән кеше лә зина ҡыла.
Ант итеү тураһында
33Ата-бабаларға: «Ялған ант бирмә! Раббы алдында биргән антыңды үтә», – тип әйтелгәнде лә һеҙ ишеттегеҙ. 34Ә Мин һеҙгә әйтәм: бөтөнләй ант итмә! Күк менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың тәхете, 35ер менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың аяҡ терәгән урыны, Иерусалим менән дә ант итмә, сөнки ул – бөйөк Батшаның ҡалаһы. 36Башың менән дә ант итмә, сөнки сәсеңдең бер бөртөгөн генә лә үҙең аҡ йәки ҡара итә алмайһың. 37Һеҙҙең «эйе» тигән һүҙегеҙ – «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын. Шунан артығы – Иблистән.
Үс алырға ярамау тураһында
38«Күҙгә – күҙ» һәм «тешкә – теш» тиелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. 39Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылыусыға ҡаршы торма. Уң яңағыңа һуҡҡан кешегә һул яңағыңды ла ҡуй. 40Берәйһе һине хөкөмгә тарттырып, күлдәгеңде алырға теләһә, уға өҫ кейемеңде лә бир. 41Берәйһе һине бер ара ер үтергә мәжбүр итһә, уның менән ике ара үт. 42Һинән нимәлер һорайҙар икән, бир, бурысҡа алырға теләүсене лә буш итмә.
Дошмандарҙы яратыу тураһында
43«Яҡыныңды ярат, дошманыңа нәфрәтле бул!» – тип әйтелгәнде һеҙ ишеттегеҙ. 44Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләүселәр өсөн доға ҡылығыҙ. 45Шулай эшләп, һеҙ Күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра. 46Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни? 47Дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, иҫ китерлек ни эш ҡылаһығыҙ? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни? 48Шуға күрә, Күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.
Voafantina amin'izao fotoana izao:
Матфей 5: BskNT14
Asongadina
Hizara
Dika mitovy
Tianao hovoatahiry amin'ireo fitaovana ampiasainao rehetra ve ireo nasongadina? Hisoratra na Hiditra
© Институт перевода Библии, 2014

: