1
Яхъя 1:12
Инжил
Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе.
ႏွိုင္းယွဥ္
Яхъя 1:12ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
2
Яхъя 1:1
Иң элек Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған һәм Һүҙ Алла булған.
Яхъя 1:1ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
3
Яхъя 1:5
Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡығанлыҡтан, ҡараңғылыҡ уны һүндерә алмаған.
Яхъя 1:5ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
4
Яхъя 1:14
Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.
Яхъя 1:14ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
5
Яхъя 1:3-4
Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән. Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләргә яҡтылыҡ булған.
Яхъя 1:3-4ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
6
Яхъя 1:29
Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине.
Яхъя 1:29ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
7
Яхъя 1:10-11
Ул донъяла бар ине, ләкин донъя, Уның аша яратылыуына ҡарамаҫтан, Уны таныманы. Ул Үҙ халҡына килде, әммә Үҙенекеләр Уны ҡабул итмәне.
Яхъя 1:10-11ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
8
Яхъя 1:9
Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде.
Яхъя 1:9ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
9
Яхъя 1:17
Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.
Яхъя 1:17ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
ပင္မစာမ်က္ႏွာ
သမၼာက်မ္းစာ
အစီအစဥ္မ်ား
ဗီဒီယိုမ်ား