1
Яхъя 6:35
Инжил
Ғайса уларға былай тине: – Мин – тормош икмәге. Миңә килеүсе бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инаныусы бер ҡасан да һыуһамаҫ.
ႏွိုင္းယွဥ္
Яхъя 6:35ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
2
Яхъя 6:63
Бары тик Рух ҡына тормош бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм тормош бирә.
Яхъя 6:63ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
3
Яхъя 6:27
Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Үҙенең хуплаулы тамғаһын Уға һалды, – тине.
Яхъя 6:27ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
4
Яхъя 6:40
Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормош алыуын теләй, Мин уны аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен.
Яхъя 6:40ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
5
Яхъя 6:29
– Аллаға яраҡлы эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.
Яхъя 6:29ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
6
Яхъя 6:37
Атам Миңә юллаған һәр кем Миңә килер, ә Мин Үҙ яныма килгәндәрҙең береһен дә ҡыуып ебәрмәйәсәкмен.
Яхъя 6:37ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
7
Яхъя 6:68
Симон Петр: – Хужам, беҙ кемгә барайыҡ? Һин генә мәңгелек тормош һүҙҙәре һөйләйһең бит.
Яхъя 6:68ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
8
Яхъя 6:51
Мин – күктән килгән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.
Яхъя 6:51ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
9
Яхъя 6:44
– Мине ебәргән Атам алып килмәһә, Минең яныма бер кем дә килә алмай. Мин ул кешене аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен.
Яхъя 6:44ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
10
Яхъя 6:33
Күктән төшөп, донъяға тормош Биреүсе – Алла икмәге ул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.
Яхъя 6:33ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
11
Яхъя 6:48
Мин – тормош икмәге.
Яхъя 6:48ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
12
Яхъя 6:11-12
Ғайса икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡығандан һуң, ултырған кешеләргә өләште; балыҡтарҙы ла шулай һәр кемгә теләгәне тиклем бирҙе. Бөтәһе лә туйғансы ашағас, Ул шәкерттәренә: – Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын, – тине.
Яхъя 6:11-12ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
13
Яхъя 6:19-20
Шәкерттәр инде биш-алты саҡрым ара үткәйне, шунда улар күл өҫтөнән атлап кәмәгә яҡынлашып килгән Ғайсаны күреп, ҡурҡып киттеләр. – Был Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине Ғайса.
Яхъя 6:19-20ရွာေဖြေလ့လာလိုက္ပါ။
ပင္မစာမ်က္ႏွာ
က်မ္းစာ
အစီအစဥ္
ဗီဒီယို