Башланмыш 1
1
Яратылмыш
1Иң башта Алла күк менән ерҙе яратты. 2Әле рәүеше лә булмаған ер буп-буш, ә ҡараңғыға сумған икһеҙ-сикһеҙ даръя һыуҙары өҫтөндә Алланың рухы һиҙелә ине.
3Алла: «Яҡтылыҡ булһын», – тине. Яҡтылыҡ булды. 4Алла яҡтылыҡтың яҡшы икәнен күрҙе һәм уны ҡараңғылыҡтан айырҙы. 5Алла яҡтылыҡты – «көн», ә ҡараңғылыҡты «төн» тип атаны. Кис булды, таң атты – беренсе көн булды.
6Алла: «Һыуҙар араһында көмбәҙ хасил булһын, һыуҙарҙы бер-береһенән айырһын», – тине. 7Шулай булды: Алла көмбәҙҙе бар ҡылды һәм көмбәҙ аҫтындағы һыуҙарҙы көмбәҙ өҫтөндәге һыуҙарҙан айырҙы. 8Алла көмбәҙгә «күк» тип исем бирҙе. Кис булды, таң атты – икенсе көн булды.
9Алла: «Күк аҫтындағы һыу бер урынға йыйылһын да, ҡоро тупраҡ күренһен», – тине. Шулай булды. 10Алла ҡоро урынға «ер» тип исем бирҙе, ә йыйылған һыуҙарҙы «диңгеҙ» тип атаны. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. 11Алла: «Ерҙән үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫеп сыҡһын, орлоҡтары ергә сәселһен», – тине. Шулай булды. 12Ер үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫтерҙе. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. 13Кис булды, таң атты – өсөнсө көн булды.
14Алла: «Күк көмбәҙендә көндө төндән айырған яҡтыртҡыстар булһын. Улар байрамдарҙы, көндәрҙе һәм йылдарҙы күрһәтһен, – тине. – 15Әйҙә улар күк көмбәҙенән нур һибеп, ер өҫтөн яҡтыртып торһон». Шулай булды. 16Ҙурырағы – көн, бәләкәйерәге төн менән идара итһен өсөн Алла ике ҙур яҡтыртҡыс яратты, йәнә йондоҙҙар хасил итте. 17-18Ер йөҙөн яҡтыртһын, көн менән төнгә идара итһен һәм яҡтыны ҡараңғылыҡтан айырып торһон өсөн, Алла уларҙы күк көмбәҙенә урынлаштырҙы. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. 19Кис булды, таң атты – дүртенсе көн булды.
20Алла: «Һыу тере йән эйәләре менән тулһын, ә ер өҫтөндә, күк көмбәҙе аҫтында, ҡоштар осоп йөрөһөн», – тине. 21Алла ғәләмәт ҙур диңгеҙ хайуандарын һәм һыуҙа ҡайнап-мыжғып торған һәр төрлө йән эйәләрен, төрлө-төрлө ҡанатлы ҡоштарҙы бар ҡылды. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе. 22Алла уларға фатихаһын биреп, былай тине: «Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, диңгеҙ һыуҙарында тулып-мыжғып тороғоҙ; ә ер йөҙөндә ҡош-ҡорт күбәйгәндән-күбәйһен». 23Кис булды, таң атты – бишенсе көн булды.
24Алла: «Ер үҙендә һәр төрлө йән эйәләрен – мал-тыуар, һөйрәлеүселәр һәм кейек-януарҙар барлыҡҡа килтерһен», – тине. Шулай булды. 25Алла төрлө-төрлө кейек-януарҙар, мал-тыуар һәм ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр төрлө һөйрәлеүсе йәнлектәрҙе хасил итте. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.
26Алла әйтте: «Үҙ сүрәтебеҙҙә һәм Үҙебеҙгә оҡшатып кешене бар ҡылайыҡ. Ул диңгеҙҙәрҙәге балыҡтарға, һауалағы ҡоштарға, мал-тыуарға, бөтә ер йөҙөнә, ер өҫтөндәге барлыҡ тереклек һәм һөйрәлеүселәргә хаким булһын».
27Алла кешене Үҙ сүрәтендә, Аллаға оҡшатып яратты – Алла уларҙы ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратты.
28Алла уларға фатиха ҡылып әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ». 29Алла тағы ла былай тине: «Бына Мин һеҙгә орлоҡло бөтә үҫемлектәрҙе, эсендә орлоғо булған төрлө емеш ағастарын бирәм. Улар һеҙгә ризыҡ булыр. 30Ә кейектәргә, ҡош-ҡортҡа һәм ерҙәге бөтә йәнлектәргә – эсендә йәне булған һәр нәмәгә – аҙыҡ итеп йәшел үлән бирәм». Шулай булды. 31Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны – ул бик яҡшы ине. Кис булды, таң атты – алтынсы көн булды.
လက္ရွိေရြးခ်ယ္ထားမွု
Башланмыш 1: БашИЯ2023
အေရာင္မွတ္ခ်က္
မၽွေဝရန္
ကူးယူ
မိမိစက္ကိရိယာအားလုံးတြင္ မိမိအေရာင္ခ်ယ္ေသာအရာမ်ားကို သိမ္းဆည္းထားလိုပါသလား။ စာရင္းသြင္းပါ (သို႔) အေကာင့္ဝင္လိုက္ပါ
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: