YouVersion लोगो
खोज आइकन

Ғәмәлдәр 1

1
Ғайса Мәсихтең күккә ашыуы
1-2Мин һиңә, Теофилос, беренсе китабымда#1:1-2 Беренсе китап – Лукас бәйән иткән Һөйөнөслө Хәбәр. Ғайсаның хеҙмәт итә башлаған көндәренән алып күккә ашҡан көнөнә тиклем ҡылған барса ғәмәлдәре һәм өйрәткәндәре тураһында яҙғайным инде. Күккә ашҡансы, Ул Үҙе һайлап алған илселәргә Изге Рух аша бойороҡтар бирҙе. 3Ғазап сигеүҙәренән һәм үлгәненән һуң, күп һанлы дәлилдәр ярҙамында Үҙенең тере икәнлеген иҫбат итте. Ул илселәренә ҡырҡ көн буйына күренде һәм Алла Батшалығы тураһында һөйләне. 4Шулай бер ваҡыт, ашап ултырғандарында, Ғайса илселәренә бойорҙо:
– Йәрүсәлимдән китмәгеҙ, Ата вәғәҙә иткәнде көтөгөҙ. Мин һеҙгә ул хаҡта һөйләгәйнем. 5Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырғайны, һеҙ бер нисә көндән Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ.
6 # Ғам 9:11; Мих 4:8. Бергә йыйылғас, илселәр Ғайсанан:
– Раббыбыҙ! Исраил батшалығын тергеҙә торған ваҡытың еттеме? – тип һоранылар.
7Ул иһә:
– Ата Үҙ хакимлығы менән билдәләгән ваҡыттарҙы һәм миҙгелдәрҙе белеү һеҙҙең эшегеҙ түгел, – тине уларға. – 8Әммә һеҙ үҙегеҙгә Изге Рух ингәндән һуң ҡөҙрәт алырһығыҙ һәм Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла, хатта донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ.
9Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә олғашты, болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе. 10Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текләп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡ кейемле ике ир заты пәйҙә булды. 11Улар:
– Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ һауаға текләп тораһығыҙ? Арағыҙҙан күктәргә алынған Ғайса, нисек күккә олғашҡан булһа, шул рәүешле үк яңынан киләсәк, – тине.
12Шунан аҙаҡ илселәр Йәрүсәлимдән бер саҡрым самаһы юлда#1:12 Бер саҡрым самаһы юлда – грек телендә һүҙмә-һүҙ: «шәмбе юлы арауығында». Бөтә йәһүдтәр өсөн изге булған ял итеү һәм тыныслыҡ көнө шәмбелә үтергә рөхсәт ителгән арауыҡ. ятҡан Зәйтүн тауы тип аталған тауҙан Йәрүсәлимгә ҡайтты. 13Ҡайтып еткәс, өҫкө ҡаттағы бүлмәгә күтәрелделәр. Петрус, Яхъя, Яҡуп, Әндриас, Филиппус, Томас, Барҫоломай, Маҫҫайос, Алфай улы Яҡуп, Көрәшсе Шимғон#1:13 Көрәшсе Шимғон – был исем Шимғондың Рим хакимлығын көс менән бәреп төшөрөүҙе яҡлап көрәшкән йәһүдтәр төркөмөнөң ағзаһы икәнлегенә ишара булыуы ихтимал. һәм Яҡуп улы Йәһүҙә бында туҡталды. 14Улар һәр ваҡыт берҙәм булып доға ҡылды. Бер нисә ҡатын менән Ғайсаның әсәһе Мәрйәм дә, ҡустылары ла улар менән булды.
Йәһүҙә урынына Маҫҫиасты һайлау
15Шулай бер көн, Петрус иманлылар алдына тороп баҫты. Йыйылышта йөҙ егермегә яҡын кеше бар ине.
16 # Зәб 40:10. – Имандаштар, – тип һүҙ башланы ул. – Ғайсаны ҡулға алырға килгән кешеләрҙе эйәртеп килгән Йәһүҙә хаҡындағы һүҙҙәрҙе Изге Рух беҙгә Дауыт аша алдан әйткән. Яҙмалағы был һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш ине. 17Йәһүҙә беҙҙең беребеҙ ине, хеҙмәттәребеҙҙә ҡатнашырға һайланды. 18Ул хәрәм аҡсаға ер һатып алды, әммә, шул ерҙә йығылып, эсе ярылды һәм бөтә эске ағзалары тышҡа ағып сыҡты. 19Был турала Йәрүсәлим халҡы белеп ҡалды һәм баҫыуҙы үҙ телдәрендә «Акелдама», йәғни «Ҡанлы ер», тип атаны.
20 # Зәб 68:26. # Зәб 108:8. Зәбүр китабында:
«Торлағы бушап ҡалһын,
эсендә бер кем дә йәшәмәһен»,
һәм:
«Уның вазифаһын башҡа берәү биләһен», –
тип яҙылған бит. 21-22Шул сәбәпле, Раббы Ғайса арабыҙҙа саҡта – Яхъя Уны һыуға сумдырған көндән алып яныбыҙҙан күккә алынған көнөнәсә – гел генә үҙебеҙ менән бергә йөрөгән шәкерттәрҙең береһе Уның үленән терелгәнлеге тураһында беҙҙең менән бер рәттән шаһитлыҡ ҡылырға тейеш, – тине Петрус.
23Ике кешене: Барсаббас тип аталған Йософто (уны Юстос тип тә атайҙар) һәм Маҫҫиасты тәҡдим иттеләр.
24-25– Раббыбыҙ! Һиңә һәр береһенең күңелендә ни ятҡаны мәғлүм. Йәһүҙә үҙенә насип урынға китте инде. Ул ҡалдырған вазифаны һәм илселекте ҡабул итергә Һин был икәүҙең ҡайһыһын һайланың, шуны күрһәт, – тип доға ҡылдылар.
26Шунан һуң улар йәрәбә һалды. Йәрәбә Маҫҫиасҡа төштө, һәм ул бүтән ун бер илсе иҫәбенә индерелде.

अहिले सेलेक्ट गरिएको:

Ғәмәлдәр 1: БашИЯ2023

हाइलाइट

शेयर गर्नुहोस्

कपी गर्नुहोस्

None

तपाईंका हाइलाइटहरू तपाईंका सबै यन्त्रहरूमा सुरक्षित गर्न चाहनुहुन्छ? साइन अप वा साइन इन गर्नुहोस्