Ғайсаның күтәрелеүен күҙәтеп, күккә текләп ҡарап торғанда, ҡапыл илселәр янында аҡ кейемле ике ир заты пәйҙә булды. Улар:
– Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ һауаға текләп тораһығыҙ? Арағыҙҙан күктәргә алынған Ғайса, нисек күккә олғашҡан булһа, шул рәүешле үк яңынан киләсәк, – тине.