Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Шимғон Петрустан:
– Яхъя улы Шимғон! Һин Мине быларға ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? – тип һораны.
Петрус:
– Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы.
Ғайса:
– Минең бәрәстәремде ашатып тор, – тине һәм икенсе тапҡыр:
– Яхъя улы Шимғон! Һин Мине яратаһыңмы? – тип һораны.
Петрус Уға:
– Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы.
Ғайса:
– Минең һарыҡтарымды көт, – тине һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан:
– Яхъя улы Шимғон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны.
Петрус Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» – тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп:
– Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе.
Ғайса уға йәнә:
– Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине.